Әхмәтйәнова Наилә Әхмәҙулла ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Наилә Әхмәтйәнова битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Наилә Әхмәтйәнова
Наилә Әхмәҙулла ҡыҙы Әхмәтйәнова
Тыуған көнө:

8 июнь 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (50 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Ғилми өлкәһе:

журналистика

Эшләгән урыны:

Башҡорт дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе:

филология фәндәре кандидаты

Ғилми исеме:

доцент

Уҡыу йорто:

Мәскәү дәүләт университеты

Ғилми етәксеһе:

Роберт Байымов

Әхмәтйәнова Наилә Әхмәҙулла ҡыҙы (8 июнь 1969 йыл) — ғалим-журналист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (2007), Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһы доценты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Наилә Әхмәҙулла ҡыҙы Әхмәтйәнова (ҡыҙ фамилияһы — Иҫәнбаева) 1969 йылда Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылында тыуған. 1986 йылда, урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә.

Киң мәғлүмәт саралары өсөн кадрҙар әҙерләү республика программаһы буйынса 3 курстан һуң уҡыуын дауам итер өсөн М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетына ебәрелә. Бында ул ваҡытлы матбуғат кафедраһында махсуслашыу үтә.

1992 йылда университетты тамамлағандан һуң үҙ һөнәре буйынса Өфөләге «Толпар» телерадиокампанияһында диктор һәм хәбәрсе булып эшләй.

Артабан 1996—1997 йылдарҙа Сибай ҡала гәзите «Атайсал»да хәбәрсе вазифаһында хеҙмәт һала.

1998 йылда Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтына эшкә саҡырыла һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген «уҡытыу методикаһы һәм рус филологияһы» кафедраһында уҡытыусы булып дауам итә.

Уҡытыу һәм ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Маҡтау ҡағыҙы (2015)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]