Ғәйетбаев Наил Әсхәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Наил Ғәйетбаев битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Наил Ғәйетбай
Nail gejetbaj.png
Исеме:

Ғәйетбаев Наил Әсхәт улы

Тыуған көнө:

20 июнь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (71 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Баймаҡ

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, драматург,

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Наградалары:
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Ғәйетбаев Наил Әсхәт улы, Наил Ғәйетбай (20 июнь 1948 йыл) — шағир, яҙыусы, драматург. 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 2014—2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011). Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Наил Әсхәт улы Ғәйетбаев 1948 йылдың 20 июнендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ ҡалаһында тыуған. 1966 йылда Сибайҙа урта мәктәп тамамлағас, Магнитогорск тау-металлургия институтында уҡый. 1972 йылда инженер-механик һөнәре алғас, Себерҙә эш башлай. Кемеров өлкәһе Киселев машиналар төҙөү заводында мастер, участок етәксеһе, баш механик вазифаларын башҡара. Артабан Сибай баҡыр-көкөрт заводында өлкән механик (1976—1978), өлкән инженер (1978—1988) була.

1983 йылда СССР Яҙыусылар союзы ҡарамағындағы Юғары әҙәбиәт курстарын, 1987 йылда — ГИТИС ҡарамағындағы Юғары театр курстарын тамамлай.

1988—1990 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзында әҙәби кәңәшсе булып эшләй.

1992—1998 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары һәм беренсе урынбаҫары вазифаларында эшләй. Был осорҙа «Тамаша» һәм «Рампа» журналдарын ойоштороуға, Өфөлә республика уҡыу-методик үҙәген, Стәрлетамаҡта — филармония һәм бейеү театрын, Сибайҙа — махсус музыка лицейын, «Сулпан» балалар театрын, филармония һәм сәнғәт училищеһын асыуға, йыл һайын йәш драматургтар семинарын (Баймаҡ ял йортонда) һәм «Театр яҙы» фестивалдәрен үткәреүҙә ҙур өлөш индерә.

1994—2010 йылдарҙа — «Тамаша» журналының баш мөхәррире, 2000—2007 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы генераль директоры булып эшләй.

2014 йылда Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе итеп һайлана һәм был вазифала 2016 йылдың 29 ноябренәсә эшләй[1].

17 китап һәм 25 пьеса, 2 роман, 10 балалар өсөн повесть авторы.

Пьесалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙип тураһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ямалетдин М. Рухыбыҙ тарихын барлаусы китап (Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителде). «Башҡортостан» гәзите, 2016, 6 сентябрь[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. В Уфе избран исполняющий обязанности председателя Союза писателей республики. Bashinform logo-e1423154856921.jpg, 2016, 29 ноябрь (Тикшерелгән 29 ноябрь 2016) (рус.)
  2. Bashkortostan logo.jpg, 2016, 6 сентябрь (Тикшерелгән 12 сентябрь 2016)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар