Накипариҙа Изге Георгий сиркәүе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Накипариҙа Изге Георгий сиркәүе
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Карта

Накипариҙа Изге Георгий сиркәүе - Грузияның төньяҡ-көнбайышындағы Сванетия өлкәһе Местиа муниципалитетының Накипари ауылында урынлашҡан сиркәү. Сиркәү X быуатта төҙөлгән. Изге Георгий сиркәүе башҡа сиркәүҙәрҙән үҙенең фасадының тышҡы зиннәттәре менән айырыла. Ҡорам биҙәлгән, төп композицияһы булып Ҡотҡарыусы композицияһы тора. Сиркәү залының көнсығыш фасады хайуан һүрәттәре менән биҙәлгән. Сиркәүҙе эс яҡтан Теодор исемле кеше 1130 йылда биҙәгән. Бында шулай уҡ XI быуаттың нескә шедевры: изге Георгийҙың алтын һәм көмөш ҡулланып эшләнгән семәрле иконаһы һаҡлана.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • იფარი, ჟურნალი კარიბჭე, 1 ოქტომბერი, 2009 წელი

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]