Налимов Иван Геннадьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ice hockey puck.svg
Иван Налимов
200px
Позиция

Ҡапҡасы

Буйы

194 см

Ауырлығы

96 кг

Ҡулсыр

һул

Гражданлығы

Рәсәй Рәсәй

Тыуған көнө

8 декабрь 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (24 йәш)
Новокузнецк, Рәсәй

МХЛ драфты

2014 йылда алтынсы раундта дөйөм 179-сы һан аҫтында «Чикаго Блэкхокс» менән һайлана

Карьера
2011—ә.в.
Хоккейсы карьераһы
2011—2014 Рәсәй флагы СКА-1946
2014—2016 Рәсәй флагы Адмирал
2016—2017 Рәсәй флагы Себер
2017 Рәсәй флагы Адмирал
2017—2018 Рәсәй флагы Салауат Юлаев
2018—ә.в. Ҡытай Халыҡ Республикаһы флагы Куньлунь Ред Стар
Халыҡ-ара миҙалдары

Налимов Иван Геннадьевич (8 декабрь 1994, Новокузнецк, Рәсәй) — Рәсәй хоккейсыһы, ҡапҡасы. Новокузнецкиҙең «Металлург» клубы тәрбиәләнеүсеһе. Әлеге ваҡыттар Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған Ҡытайҙан «Куньлунь Ред Стар» хоккей командаһы уйынсыһы. Йәштәр араһындағы 2014 йылғы донъя чемпионатының бронза миҙалын яулаусы.

Карьера[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иван Налимов шайбалы хоккейҙа ҡапҡасы булараҡ уйнауын тыуған Новокузнецк ҡалаһының «Металлург» спорт мәктәбендә башлай. Ул Себер федераль округы йыйылма командаларына саҡырыу ала, ә 2011 йылда 1994 йылда тыуған үҫмерҙәр араһында Рәсәй беренселегенең финал уйындарына сыҡҡан «Себер» командаһы Иванды был турнирға алып тора.

СКА системаһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шул уҡ йылдың май айында КХЛ юниорҙар драфтында беренсе раундта дөйөм 11-се һан аҫтында Иванды СКА хоккей клубы һайлай[1]. 17 июлдә Иван СКА менән өс йылға контракт төҙөй. 2011/2012 йылдар миҙгелендә ул Йәштәр хоккей лигаһы чемпионатында «СКА-1946» өсөн 15 сентябрҙә тәүге тапҡыр уйнай. 7 октябрҙә тәүге еңеүен яулай һәм бер гол да үткәрмәй. Шул миҙгелдә ул бөтәһе 20 уйында ҡатнаша һәм етәүһендә еңә. Киләһе миҙгелдә ул 47 осрашыуҙа 23 тапҡыр еңә һәм 4 тапҡыр ҡапҡаһын «ҡоро» ҡалдыра. Плей-оффта Иван команданың бөтә ете уйынында ла ҡатнаша, ә «СКА-1946» сирекфиналға тиклем етә. 2013 йылдың йәйендә Иван СКА төп командаһы менән күнекмәләрҙә ҡатнаша башлай[2]. Йәштәр хоккей лигаһының 2013/2014 йылдар миҙгелендә Налимов бөтәһе 13 уйын ғына үткәрә. Шул уҡ миҙгелдә Иван СКА системаһында Юғары хоккей лигаһында сығыш яһаған «ВМФ-Карелия» өсөн дә дебютын яһай — 24 октябрҙә ул «Южный Урал» хоккей клубына ҡаршы уйында бер гол ғына үткәрә һәм еңеү яулай. Миҙгел тамамланғас Иван Милли хоккей лигаһының драфтында «Чикаго Блэкхокс» хоккей клубы менән 179-сы һан аҫтында һайлана[3].

«Адмирал» һәм «Себер»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

МХЛ драфтында һайлаған «Чикаго» хоккей клубының күнекмәләр лагеренә барып ҡайтҡас, Иван Владивостоктан «Адмирал» менән ике йылға контракт төҙөй[4]. 2014 йылдың 8 сентябрендә ул Континенталь хоккей лигаһында тәүге уйынын үткәрә. 17 сентябрҙә «Барыҫ» командаһына ҡаршы уйында ул лигала тәүге еңеүен яулай[5]. Иван КХЛ даими миҙгеленең етенсе, туғыҙынсы һәм ун бишенсе аҙналарында иң яҡшы йәш уйынсы тип таныла[6][7]. Шулай уҡ ул октябрҙә иң яҡшы йәш уйынсы тип таныла[8]. 2014/2015 йылдар миҙгелендә Иван 30 уйында 10 тапҡыр еңә һәм 3 тапҡыр ҡапҡаларын «ҡоро» ҡалдыра.

2015/2016 йылдар миҙгелендә алтынсы аҙнала ул өс уйында ла ҡапҡаһын «ҡоро» ҡалдыра һәм шуға аҙнаның иң яҡшы ҡапҡасыһы тип билдәләнә[9]. Даими чемпионатта 39 осрашыуҙа ул 20 уйында еңеү яулай. Гагарин кубогы өсөн конференциялар сирекфиналында Иван өс уйында ҡатнаша, ә «Адмирал» артабан үтә алмай. 2016 йылдың 12 мартында Иван Владивосток командаһы менән ике йылға контракт төҙөй[10]. 2016/2017 йылдар миҙгелендә Иван 25 декабрҙә Новосибирскиҙан «Себер» хоккей клубына күсә[11]. 28 декабрҙә яңы клубы өсөн тәүге уйында «ҡоро» еңеү яулай. Бөтәһе «Себер» өсөн биш осрашыу үткәрә, башҡа еңеү яулай алмай, ә команда плей-оффҡа эләкмәй. 2017/2018 йылдар миҙгелендә Иван кире Владивостокка ҡайта һәм 17 уйында алты тапҡыр еңеп өлгөрә.

«Салауат Юлаев»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2017 йылдың 21 декабрендә Иван Налимов тағы дүрт уйынсы менән бергә «Адмирал» менән килешеп контракттарҙы өҙәләр[12]. 26 декабрҙә «Салауат Юлаев» хоккей клубы Иван Налимов менән 2018/2019 йылдар миҙгеленең аҙағына тиклем килешеү төҙөй[13]. Шулай уҡ Иван менән Владивостоктан Өфө клубына Владимир Ткачев, Дмитрий Саюстов һәм Оскарс Бартулис күсә. Бар даими миҙгелдә Иван кире ҡағылған шайбалар проценты буйынса лигала өсөнсө урында була. «Салауат Юлаев» 2010 йылдан тәүгегә уҙ дивизионын еңә, ә Гагарин кубогында конференциялар ярымфиналына етә. Иван плей-оффта өс уйында ғына ҡатнаша, ә миҙгел тамамланғас ул клуб менән килешеүҙе өҙә[14].

«Куньлунь Ред Стар»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2018 йылдың 4 авгусында Налимов Ҡытайҙан «Куньлунь Ред Стар» менән пробалы контракт төҙөй[15]. 6 августа Иван был клуб менән тулы хоҡуҡлы бер йылға килешеү төҙөй[16].

Рәсәй йыйылма командаһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәүге тапҡыр Иван Рәсәй йыйылма командаһы өсөн Мәскәү өлкәһе губернаторы кубогында уйнай. 2011 йылдың 1 авгусында Глинка мемориалына Рәсәй юниорҙар йыйылма командаһының иғлан ителгән киңәйтелгән составында Налимов була[17]. Әммә Иван шунда ҡатнашмай. 2011 йылдың авгусында Латвияла үткән Сергей Жолток мемориалында Рәсәй юниорҙар йыйылма командаһы составында ике уйын үткәрә.

2011/2012 йылдар миҙгелендә ул ике халыҡ-ара турнирға барып ҡайта. Ә 2012 йылдың апрель айында юниорҙар араһында донъя чемпионатында Иван Налимов бер уйын уҙғара[18]. 2013 йылда Иван Рәсәй йәштәр йыйылма командаһы составында Канада хоккей лигаһының йыйылма командаларына ҡаршы суперсерияла ҡатнаша[19]. Ә аҙаҡтан ул йәштәр араһында донъя чемпионатына ла эләгә[20]. Шунда ул ике уйында ҡатнаша һәм бронза миҙалдарҙы яулай.

2016 йылдағы Рәсәйҙә үтәсәк донъя чемпионатына әҙерлек барышында Иван Налимов Еврочеллендж ваҡытында Норвегияға ҡаршы уйында ҡапҡала тора һәм еңә[21]. Әммә Иван башҡа уйнамай һәм донъя чемпионатына тиклем үк составтан төшөп ҡала.

Статистика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һуңғы яңыртыу: 6 август 2018

Клубта карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Даими миҙгел Плей-офф
Миҙгел Команда Лига У Е О Мин ҮШ «0» ЫК %КҠШ У Е О Мин ҮШ «0» ЫК %КҠШ
2011/12 СКА-1946 ЙХЛ 20 7 6 966 36 1 2.24 92.0 0 0 0 0 0 0
2012/13 СКА-1946 ЙХЛ 47 23 11 2771 98 4 2.12 93.1 7 3 4 388 21 0 3.25 89.1
2013/14 СКА-1946 ЙХЛ 12 5 7 633 30 0 2.84 89.4 1 0 0 12 2 0 10.06 60.0
2013/14 ВМФ-Карелия ЮХЛ 1 1 0 60 1 0 1.00 96.6
2014/15 Адмирал КХЛ 30 10 10 1478 68 3 2.76 90.0
2015/16 Адмирал КХЛ 39 20 13 2189 95 4 2.60 90.8 3 0 3 174 10 0 3.44 89.1
2016/17 Адмирал КХЛ 13 4 4 563 27 0 2.87 90.2 Команданан китә
2016/17 Себер КХЛ 5 1 3 275 15 1 3.27 88.5
2017/18 Адмирал КХЛ 17 6 10 1000 33 2 1.98 94.2 Команданан китә
2017/18 Салауат Юлаев КХЛ 6 4 0 370 16 0 2.59 92.7 3 1 2 111 9 0 4.83 83.6
2018/19 Куньлунь Ред Стар КХЛ
Бөтәһе ЙХЛ-да 79 35 24 2151 164 5 2.25 92.4 8 3 4 197 23 0 3.45 88.3
Бөтәһе КХЛ-да 110 45 40 5878 254 10 2.59 91.3 6 1 5 286 19 0 3.98 87.1

Халыҡ-ара карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыл Команда Турнир Урын У Е О Мин ҮШ «0» КН %КҠШ
2012 Рәсәй U18 ЮДЧ 5 1 1 0 60 1 0 1.00 95.6
2014 Рәсәй U20 ЙДЧ 1 2 0 1 90 4 0 2.65 89.74
Бөтәһе 3 1 1 150 5 0 1.82 92.7

Ҡаҙаныштар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Йәштәр араһында донъя чемпионатының бронза миҙалсыһы — 2014.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Антон Слепышев беренсе һан аҫтында һайлана
  2. СКА отправился на сбор в Швейцарию без Ковальчука
  3. Драфт НХЛ. «Сент-Луис» выбрал Барбашева и Летунова, «Ванкувер» – Трямкина, «Филадельфия» – Фазлеева
  4. «Адмирал» подтвердил переход Налимова
  5. «Адмирал» – «Барыс». Налимов одержал первую победу в КХЛ
  6. КХЛ. Пепперле, Порселанд, Мозес и Налимов — лучшие игроки седьмой недели
  7. КХЛ. Гарнетт, Херсли и Коварж признаны лучшими игроками недели
  8. КХЛ. Касутин, Чудинов и Панарин — лучшие игроки октября
  9. Налимов, Робинсон и Эллисон – лучшие игроки прошлой недели КХЛ
  10. Налимов продлил контракт с «Адмиралом» на 2 года
  11. «Сибирь» подтвердила переход Налимова
  12. Ткачев, Налимов, Бартулис, Саюстов и Макаренко расторгли контракты с «Адмиралом»
  13. «Салават Юлаев» подписал контракт с Налимовым до конца сезона-2018/19
  14. Иван Налимов покидает ХК «Салават Юлаев»
  15. Иван Налимов пройдет просмотр в "Куньлуне"
  16. Вратарь Налимов официально стал игроком "Куньлуня"
  17. Объявлен расширенный состав юниорской сборной России на Мемориал Ивана Глинки
  18. Стал известен окончательный состав юниорской сборной России на ЧМ-2012
  19. Стал известен расширенный состав молодежной сборной России на Subway Super Series
  20. Объявлен расширенный состав молодежной сборной России на МЧМ-2014
  21. Россия – Норвегия. Налимов займет место в воротах, Локтионов сыграет в тройке с Картаевым и Карповым

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]