Намазова Адилия Аваз-Ҡызы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Ҡалып:ФИО

Адилия Аваз-Кызы Намазова
Тыуған көнө:

9 сентябрь 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (93 йәш)

Тыуған урыны:

Агдамский район, АзССР, СССР

Вафат булған урыны:

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Ғилми өлкәһе:

педиатрия

Эшләгән урыны:

Азербайджанский медицинский университет

Ғилми дәрәжәһе:

медицина фәндәре докторы (1965)

Ғилми исеме:

Ҡалып:УЗ+
член-корреспондент АМН СССР (1971)
академик АН Азербайджанской ССР (1983)
член-корреспондент РАМН (1992)
академик НАНА (2003)
РАН ағза-корреспонденттары (2014)

Уҡыу йорто:

Азербайджанский медицинский институт

Награда һәм премиялары

Намазова Адилия Аваз-Ҡыҙы (тыуған 9 сентябрь 1926 йыл, Агдам районы, АзССР, СССР) — совет һәм әзербайжан педиатры, СССР МФА мөхбир ағзаһы (1971), ӘзССР Фәндәр академияһы академигы (1983) һәм НАНА (2003), РМФА мөхбир ағзаһы (1992), Рәсәй ФА мөхбир ағзаһы (2014).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1926 йылдың 9 сентябрендә Әзербайжандың Агдам районында тыуған.

1949 йылда Әзербайжан медицина институтын тамамлаған.

1949-1953 йылдарҙа — Агдам районы балалар консультацияһы мөдире.

1959 йылда кандидатлыҡ, ә 1965 йылда — докторлыҡ диссертацияларын яҡлай.

1966 йылдан алып әлеге көнгә тиклем — Әзербайжан медицина университетының балалар ауырыуҙары кафедраһы мөдире.

1971 йылдан 1990 йылға тиклем — Әзербайжан ССР-ы һаулыҡ һаҡлау министрлығы медицина ғалимдары советы рәйесе.

1971 йыл — СССР МФА мөхбир ағзаһы итеп һайлана.

1983 йылда — Әзербайжан ССР-ы фәндәр академияһының академигы итеп һайлана (2003 йылдан алып — Әзербайжандың Милли фәндәр академияһы).

1992 йыл — РМФА мөхбир ағзаһы.

2014 йыл — Рәсәй ФА мөхбир ағзаһы.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Балалар кардиологияһы өлкәһе белгесе.

Ул әүҙем фазалы ревматизм сирле балаларҙың йөрәк-ҡан системаһының функциональ торошон билдәләй, балаларҙың тыумыштан септаль етешһеҙлек үҙенсәлектәрен өйрәнә, клиник практикаға электрофизиологик ысулдар менән тикшереүҙе индерә, йөрәккә операция яһағандың алыҫ һөҙөмтәләрен өйрәнә (1 йылдан 20 йылға тиклем арауыҡта).

Балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең гипотония һәм гипертония ауырыуҙарын тикшерә. Гипертония һәм гипотония сирҙәренең бала саҡта уҡ барлыҡҡа килеүен асыҡлай. Был ауырыуҙарының классификацияһын эшләй.

Биомедицина этикаһының төрлө аспекттарын әҙерләй, медицина этикаһын төрлө юғары һәм урта медицина уҡыу йорттарында уҡытыу программаларын төҙөй.

Уның етәкселеге аҫтында 3 медицина фәндәре докторы һәм 42 медицина фәндәре кандидаты әҙерләнгән.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • СССР Дәүләт премияһы (1982)
  • Әзербайжан ССР-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре (1981)
  • «Дан» ордены (1996)
  • «Хөрмәт» ордены(2011)

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]