Намазова Адилия Аваз ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Намазова Адилия Аваз ҡыҙы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Azerbaijan.svg Әзербайжан
Тыуған көнө 9 сентябрь 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны Сейидли[d], Әзербайжан
Вафат булған көнө 16 декабрь 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[1][2] (94 йәш)
Вафат булған урыны Баҡы, Әзербайжан
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө педиатрия[d][3]
Ойошма ағзаһы Әзербайжан Милли фәндәр академияһы
Уҡыу йорто Азербайджанский медицинский университет[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]

Намазова Адилия Аваз ҡыҙы (9 сентябрь 1926 йыл, Агдам районы, АзССР, СССР) — СССР һәм Әзербайжан педиатры, СССР МФА мөхбир ағзаһы (1971), ӘзССР Фәндәр академияһы академигы (1983) һәм НАНА (2003), РМФА мөхбир ағзаһы (1992), Рәсәй ФА мөхбир ағзаһы (2014).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1926 йылдың 9 сентябрендә Әзербайжандың Агдам районында тыуған.

1949 йылда Әзербайжан медицина институтын тамамлаған.

1949-1953 йылдарҙа — Агдам районы балалар консультацияһы мөдире.

1959 йылда кандидатлыҡ, ә 1965 йылда — докторлыҡ диссертацияларын яҡлай.

1966 йылдан алып әлеге көнгә тиклем — Әзербайжан медицина университетының балалар ауырыуҙары кафедраһы мөдире.

1971 йылдан 1990 йылға тиклем — Әзербайжан ССР-ы һаулыҡ һаҡлау министрлығы медицина ғалимдары советы рәйесе.

1971 йыл — СССР МФА мөхбир ағзаһы итеп һайлана.

1983 йылда — Әзербайжан ССР-ы фәндәр академияһының академигы итеп һайлана (2003 йылдан алып — Әзербайжандың Милли фәндәр академияһы).

1992 йыл — РМФА мөхбир ағзаһы.

2014 йыл — Рәсәй ФА мөхбир ағзаһы.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Балалар кардиологияһы өлкәһе белгесе.

Ул әүҙем фазалы ревматизм сирле балаларҙың йөрәк-ҡан системаһының функциональ торошон билдәләй, балаларҙың тыумыштан септаль етешһеҙлек үҙенсәлектәрен өйрәнә, клиник практикаға электрофизиологик ысулдар менән тикшереүҙе индерә, йөрәккә операция яһағандың алыҫ һөҙөмтәләрен өйрәнә (1 йылдан 20 йылға тиклем арауыҡта).

Балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең гипотония һәм гипертония ауырыуҙарын тикшерә. Гипертония һәм гипотония сирҙәренең бала саҡта уҡ барлыҡҡа килеүен асыҡлай. Был ауырыуҙарының классификацияһын эшләй.

Биомедицина этикаһының төрлө аспекттарын әҙерләй, медицина этикаһын төрлө юғары һәм урта медицина уҡыу йорттарында уҡытыу программаларын төҙөй.

Уның етәкселеге аҫтында 3 медицина фәндәре докторы һәм 42 медицина фәндәре кандидаты әҙерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1982)
  • Әзербайжан ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1981)
  • «Дан» ордены (1996)
  • «Хөрмәт» ордены (2011)

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. https://www.adalet.az/w205744/azerbaycan-elmine-agir-itki-edile-namazova-94-yasinda-vefat-etdi-2020-12-16-142213
  2. https://vestikavkaza.ru/news/usla-iz-zizni-izvestnyj-azerbajdzanskij-pediatr-adila-namazova.html
  3. https://aleph.nkp.cz/F/?func=find-c&local_base=aut&ccl_term=ica=hka2010577399