Намаҙҡаев Фәйзи Вәли улы
Намаҙҡаев Фәйзи Вәли улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() ![]() ![]() |
Тыуған көнө | 12 март 1906 |
Тыуған урыны | Темәс, Орск өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 6 апрель 1973 (67 йәш) |
Вафат булған урыны | Сибай, Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР |
Хәрби звание | өлкән сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Намаҙҡаев Фәйзи Вәли улы (рус. Намазкаев Файзи Валиевич; 12 март 1906 йыл — 6 апрель 1973 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, өлкән сержант. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се кавалерия полкы яугиры[1]. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәйзи Вәли улы Намаҙҡаев 1906 йылдың 12 мартында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер Башҡортостандың Баймаҡ районы) Темәс ауылында тыуған[1]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән, өлкән сержант. Ворошиловоград өлкәһе Чернухино станцияһы өсөн тиңһеҙ алышта минометсы Намаҙҡаев Фәйзи айырыуса батырлыҡ күрһәтә: дошмандан ҡул пулеметын тартып алып, өс немецты юҡ итә, ҡаһарманлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» хәрби миҙалға лайыҡ була[2]. Һуғыштан һуң, 1964—1966 йылдарҙа — Сибай педагогия училищеһында хужалыҡ буйынса директор урынбаҫары.
1973 йылдың 6 апрелендә Сибай ҡалаһында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- НАМАЗК(Г)АЕВ Файзи Валиевич. Шаймуратовцы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)
- Кавалеристы Баймакского района 112(16) гвардейской Башкирской кавалерийской дивизии, призванные Баймакским РВК 2021 йыл 13 июнь архивланған.