Наратаҫты (Мөслим районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Наратаҫты
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Мелля-Тамакское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 423976
Карта

Наратасты[2] (татар. Наратасты, рус. Нарат-Асты) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Мөслим районы ауылы.

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл Ыҡ йылғаһы буйында, Мөслим ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 7 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылға ирәкте ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1762 йылдан билдәле. Ауыл Ирәкте улусының Абдубин түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Ирәкте административ-территориаль улусы составына керә[4].

XX быуат башында ауылда мәсет, бакалея кибете, хужалыҡ магазины, паром (Ыҡ аша үтеү өсөн) теркәлгән[4].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Мөслим районы, 1963 йылдан — Сарман районы, 1965 йылдан — йәнә Мөслим районы составында була[3].

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1795 йылда ауылда 23 ир затлы башҡорт, 43 татар һәм 2 типтәр; 1859 йылда — 20 ир затлы башҡорт һәм 19 ир затлы дәүләт крәҫтиәне; 1912 йылда — 119 аҫаба башҡорт, 164 типтәр һәм 87 дәүләт крәҫтиәне (башҡорттарҙан һәм татарҙарҙан) иҫәпләнгән[4].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [3])
18701913192019261938194919581970197919892002
163370372317389343284334235184166

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 394. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. 3,0 3,1 3,2 Татарская энциклопедия.
  4. 4,0 4,1 4,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 534-536. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.