Нардевани ҡәлғәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Циклопик Нардевани ҡәлғәһе (груз. ნარდევანის ციკლოპური ციხე) — Грузияның Цалка муниципалитетындағы Нардевани ауылында һаҡланған милли мәҙәниәт әһәмиәтендәге боронғо ҡомартҡы (Квемо Картли). Циклопик ҡәлғә әрмәндәр йәшәгән Нардевани ауылының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, ҙур булмаған Яминджер йылғаһының уң яҡ ярында, диңгеҙ кимәленән 1610 м бейеклектә урынлашҡан. Урындағы халыҡ уны «ҡала» тип йөрөтә.

Ҡәлғә ҡоро грунтҡа ҙур һарыҡташтар һалып төҙөлгән. Планда тура мөйөшлө, эске стенаның дәүмәле 15×18 м. Диуарҙарының киңлеге 3-4 метр, ә бейеклеге 4,5-5 метр тәшкил итә. Ҡомартҡы квадрат цитадель рәүешле ҡәлғә булып тора, төп өлөшөнөң эске яғында көнсығыш-көнбайыш һыҙаты 18 метр, төньяҡ-көньяҡ һыҙаты — 21,5 метр дәүмәлле. Һаҡлағыс ҡабырғаларҙың ҡалынлығы 3,5-4 м итеп төҙөлгән.

Археологик тикшеренеүҙәр үткәргән Е. Такаишвили былай тип тасуирлай: «Нардевани ауылының тау үрендә ҙур ҡәлғә, ул ҙур таш ватыҡтарынан цемент һалмай төҙөлгән. Был — ысын-ысындан циклопик ҡоролма. Унда бөтә ауыл халҡы йәшеренеп ята ала. Ҡара төҫтәге таштар вулкан туфтарынан ғибәрәт»[1].

Грузия президентының 7 ноябрҙәге 665-сы указына ярашлы, 2006 йылдың 30 мартында ҡәлғә Грузияның Мәҙәниәт, спорт һәм ҡомартҡыларҙы һаҡлау министрлығының милли әһәмиәткә эйә булған күсемһеҙ мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән[2].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Е. Такаишвили. Археологические экскурсии, разыскивания и заметки, в. IV, Тфл, 1913, стр. 36-37.
  2. საქართველოს პრეზიდენტის ბრძანებულება № 665, 2006 წლის 7 ნოემბერი, ქ. თბილისი, კულტურის ზოგიერთი უძრავი ძეგლისათვის ეროვნული მნიშვნელობის კატეგორიის მინიჭების შესახებ Указ Президента № 665, 2006 по 7 ноября, ул. Тбилиси, о предоставлении категории государственного значения некоторым недвижимым памятникам культуры

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]