Хәлисов Нәсих Хөббөтдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Насих Хуббутдинович Халисов битенән йүнәлтелде)
Хәлисов Нәсих Хөббөтдин улы
Тыуған:

12 апрель 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (66 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Ишбулды ауылы

Уҡыған урыны:

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты

Наградалары:
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
[1], Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2006)

Хәлисов Нәсих Хөббөтдин улы, Халисов Насих Хуббутдинович (12 апрель 1957 йыл) — Башҡортостандың билдәле рәссамы, фоторәссам. 1989 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015)[1], Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2006).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нәсих Хөббөтдин улы Хәлисов 1957 йылдың 12 апрелендә Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Ишбулды ауылында тыуған. Үҙ ауылдарында башланғыс синыфтарҙа, артабан Хәлил урта мәктәбендә, 1971 йылдан Өфөләге республика урта сәнғәт мәктәп-интернатында уҡый. 1981 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙер М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) сәнғәт һәм графика факультетын «һыҙым, рәсем һәм хеҙмәт уҡытыусыһы» һөнәре алып тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген үҙе уҡыған мәктәп-интернатта махсус фәндәр буйынса уҡытыусы булып башлай. 1981—1983 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хәрби хеҙмәттә була. Запасҡа ҡайтарылғас, хеҙмәтен Өфө ҡалаһында 18-се йорттар идаралығында педагог—ойоштороусы булып дауам итә.

1987 йылда «Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһына баҫманың биҙәлеш мөхәррире итеп эшкә саҡырыла һәм был вазифаны 1998 йылға тиклем уңышлы башҡара. Артабан «Башҡортостан» гәзите редакцияһына рәссам булып күсә, 1998 йылдан — гәзиттең фотохәбәрсеһе һәм биҙәлеш мөхәррире[2].

Ижади эшмәкәрлеге һәм ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хеҙмәтендәге уңыштары һәм ижади ҡаҙаныштары өсөн Нәсих Хәлисов 2001 йылда Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт министрлығының маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә, 2006 йылда уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре», 2015 йылда — «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы һәм юғары исемдәргә лайыҡ була[1][3][4]. Бынан тыш ул күп һанлы ижади конкурстар еңеүсеһе.

Күргәҙмәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нәсих Хәлисов баш ҡалала дүрт шәхси фотокүргәҙмәһен ойошторған, шул иҫәптән:

  • 2015 — Өфөнөң Дим биҫтәһендә урынлашҡан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейының күр­гәҙмә залында Нәсих Хәлисовтың «Ҡабатланмаҫ мәл» тигән фото­күр­гәҙмәһе ҡуйылған[5].

Ижади еңеүҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Нәсих Хәлисов эшләгән түбәндәге эмлемалар республика конкурстарында еңеү яуланы:

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уның тураһында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]