Наталья Партыка

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Наталья Партыка
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Poland.svg Польша
Фамилия Partyka[d]
Тыуған көнө 27 июль 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (28 йәш)
Тыуған урыны Польская Народная Республика[d], Гданьское воеводство[d], Гданьск[d]
Һөнәр төрө игрок в настольный теннис
Спорт төрө Өҫтәл теннисы
Спорт рейтингы 66[1]
Ҡатнашыусы Олимпиада уйындары 2012, Летние Олимпийские игры 2008[d], Летние Паралимпийские игры 2004[d], Летние Паралимпийские игры 2008[d], Летние Паралимпийские игры 2000[d], Настольный теннис на летних Олимпийских играх 2016[d] һәм Летние Паралимпийские игры 2012[d]
Рәсми сайт nataliapartyka.pl
Commons-logo.svg Наталья Партыка Викимилектә

Наталья Партыка (пол. Natalia Partyka, 27 июль 1989 йыл[2], Гданьск) — поляк өҫтәл теннисы уйынсыһы, өс тапҡыр Европа чемпионаты призеры, өс тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы (2004, 2008, 2012), паралимпсылар араһында күп тапҡыр донъя һәм Европа чемпионы. 2008 йылда 5-се дәрәжәләге Польша Яңырыуы ордены менән бүләкләнә.

Тыуғанда иңбашы һәм уң ҡулы булмай, спортсылар өсөн яраҡлы ярыштарҙа ла[3], шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгән спортсылар өсөн ярыштарҙа ла ҡатнаша.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1999 йылда Партыка инвалидтар араһында донъя чемпионатында өҫтәл теннисы буйынса үҙенең тәүге халыҡ-ара миҙалын яулай. 11 йәшенән ул 2000 йылда Сиднейҙа йәйге Паралимпия уйындарында ҡатнаша, Паралимпия уйындарының иң йәш ҡатнашыусыһы була. 2004 йылда Афиналағы Паралимпия уйындарында яңғыҙ разрядта алтын миҙал, команда зачетында көмөш миҙал яулай. Шул уҡ йылда Халыҡ -ара федерацияһы ойошторған (ITTF)өҫтәл теннисы буйынса Европа кадеттар чемпионатында ике алтын миҙал яулай. Һуңғы ярыш хеҙмәткә яраҡлы конкуренттар өсөн тәғәйенләнә. 2006 йылда Партыка Европа Паралимпия чемпионатында өс алтын миҙал яулай, Халыҡ-ара паралимпия комитетының инвалидтар өсөн чемпионатында өҫтәл теннисы буйынса ике алтын һәм бер көмөш, һәм Европа чемпионатының команда зачетында ITTF юниорҙары араһында көмөш миҙал яулай. 2007 йылда ошо уҡ ярышта бер бронза һәм ике көмөш миҙал яулай. 2007 йылда Европа паралимпия чемпионатында өс алтын миҙал һәм донъя чемпионатының юниор командалары араһында бронза яулай[4].

Наталья 2008 йылда Олимпия һәм Паралимпия уйындарында ярышыусы ике спортсының береһе була, икенсеһе йөҙөүсе Натали де Туа. Был уның беренсе Олимпия һәм өсөнсө Паралимпия уйындары була. Пекин Паралимпияһында 10 класс буйынса көнәркәшлектә ҡытайлы Фан Лейҙы 3:0 иҫәбе менән еңеп, алтын миҙал яулай[5].

2008 йылда Пекиндағы Паралимпия уйындарында, 2004 йылғы Паралимпия уйындары һөҙөмтәләрен ҡабатлап, яңғыҙ разрядта алтын, командалы зачетта көмөш миҙал яулай. 2012 йылда Лондонда шәхси 10 класс буйынса Паралимпияла алтын, һәм шулай уҡ 6-10 класс буйынса командалы зачетта бронза яулай. 2016 йылда Рио-де-Жанейрола командалы 6-10-сы кластарҙа сираттағы алтынын ота, шулай уҡ шәхси разрядта еңеүсе була (10 класс).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. http://old.ittf.com/ittf_ranking/world_ranking_per_name.asp?Player_ID=107177&Siniors=1
  2. Natalia Partyka. sports-reference.com. Тәүге сығанаҡтан архивланған 1 октябрь 2012. 8 ғинуар 2015 тикшерелгән.
  3. ITTF_Database
  4. «Natalia: Paralympic AND Olympic athlete», official website of the 2012 London Olympics, June 18, 2008
  5. «Natalia Partyka: Pole apart», China Daily, September 11, 2008

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]