Наумкин Василий Дмитриевич
Наумкин Василий Дмитриевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 14 ғинуар 1936 |
Тыуған урыны | Егәҙе, Белорет районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 10 август 1993 (57 йәш) |
Вафат булған урыны | Магнитогорск, Силәбе өлкәһе, Рәсәй |
Һөнәр төрө | доменщик |
Эш урыны | Магнитогорск металлургия комбинаты[d] |
Уҡыу йорто | Профессиональный лицей №13 (Магнитогорск)[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Наумкин Василий Дмитриевич (14 ғинуар 1936 йыл — 10 август 1993 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. 1956—1993 йылдарҙа Магнитогорск металлургия комбинатының домна эшсеһе, өлкән домна эшсеһе, домна мейесе газсыһы, металлургия ҡорамалдарының слесарь‑ремонтсыһы. РСФСР-ҙың 8‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған металлургы (1979), СССР-ҙың почётлы металлургы (1968). Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976, 1985).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Василий Дмитриевич Наумкин 1936 йылдың 14 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Белорет районындағы Егәҙе ауылында тыуған.
1956 йылда Магнитогорск ҡалаһында 13-сө һөнәрселек училищеһын (хәҙер 13-сө профессиональ лицей) тамамлай һәм Магнитогорск металлургия заводының домна цехына килә. 1960-сы йылдар аҙағында Магнитканың бер коммунистик хеҙмәт бригадаһының бригадиры, «Комсомолканың» икенсе домнаһында өлкән горновой була. Домна мейесенең утлы һөнәренә ул 30 йыл самаһы ғүмерен бағышлай.
1975 йылда В. Д. Наумкин индустриаль техникумдың киске бүлеген тамамлай. Ул мейес янында ла эшләп өлгөрә, ултырыштар үткәрә, осрашыуҙарҙа ҡатнаша, сәфәрҙәр ҡыла. Профессионал техник училище һәм мәктәп уҡыусылары менән йыш осраша, үҙенең бик яҡшы «утлы» һөнәре тураһында һөйләй.
РСФСР Юғары Советы депутаты, өлкән горновойҙың эше юғары оҫталыҡ менән айырыла. Василий Дмитриевич үҙенең тәжрибәһе һәм оҫталығын йәштәргә ихлас тапшыра. Уның күп уҡыусылары шулай уҡ өлкән горновой булып китә.
Василий Дмитриевич һуңғы көндәренә тиклем (ул 1993 йылдың 10 авгусында вафат була) Магнитогорск комбинатының домна цехында эшләй.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Продукция етештереүҙе арттырыу, уның сифатын яҡшыртыу һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү буйынса туғыҙынсы биш йыллыҡтың социалистик йөкләмәләрен үтәүҙәге ҙур уңыштары өсөн Наумкин Василий Дмитриевичҡа 1976 йылдың 5 мартында «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
- 1985 йылда унынсы биш йыллыҡтың планын айырыуса уңышлы үтәгәне һәм ҙур йәмәғәт эштәре алып барғаны өсөн уға икенсе тапҡыр «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
- Тыуған ил Василий Дмитриевичтың хеҙмәт батырлыҡтарын юғары баһалап, уны өс Ленин ордены, Октябрь Революцияһы ордены менән бүләкләй.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2006 йылда Наумкин Василий Дмитриевичтың 70 йәшлек юбилейы тантаналы билдәләнә[1].
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Выпускники и работники учреждений начального профессионального образования Челябинской области — Герои Социалистического Труда \ ГУ ПОиН адм. Челяб. обл., ЧелИПРО; сост.: Н. И. Голендухин, Ф. М. Крылов, Е. М. Донских — Челябинск, 1999. — 63 с.: ил.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ На Магнитке помнят выдающегося доменщика(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Наумкин Василий Дмитриевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 11 ғинуар 2021)
- Наумкин Василий Дмитриевич . «Герои страны» сайты.
- Подручный Прометея из Зигазы(недоступная ссылка)
- Уральский доменщик — единственный дважды Герой Социалистического в металлургии 2016 йыл 13 сентябрь архивланған.
- [1]