Наҙы-Петровск
Наҙы-Петровск | |
Байраҡ[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 1747 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәге | Наҙыпетровск районы һәм Нязепетровское_городское_поселение[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Наҙыпетровск районы |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 10 198 кеше (2023)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 330 метр |
Майҙан | 27 км² |
Почта индексы | 456970 |
Рәсми сайт | nzp.nzpr.ru |
Урындағы телефон коды | 35156 |
Наҙы-Петровск Викимилектә |
Наҙы-Петровск — Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе Наҙы-Петровск районындағы ҡала. Райондың һәм Наҙы-Петровск ҡала биләмәһенең административ үҙәге. Халыҡ һаны — 12 061[3] кеше (2015).11 425 кеше (2020).
2014 йылдың 29 июлендә РФ хөкүмәтенең «Моноҡалалар исемлеген раҫлау тураһында» 1398-р һанлы ҡарары менән Наҙы-Петровск ҡала биләмәһе «Рәсәй Федерацияһында иң ҡатмарлы социаль-иҡтисади хәлдә ҡалған монопрофилле (моноҡала) муниципаль берәмеге»[4] категорияһына индерелде.
Исеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала атамаһында —Наҙы йылғаһы һәм Петр Осокин (заводҡа нигеҙ һалыусы) исеме. Бер фараз буйынса, Наҙы йылғаһының исеме башҡорт диалект һүҙе наҙынан — «ель» («шыршы йылға») килеп сыҡҡан тиелә. Икенсе фараз буйынса, йылға исеме башҡорттарҙа таралған Наза шәхси исеме менән бәйле, йә ул фин-уғыр теленән килеп сыҡҡан[5].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала тамағында урынлашҡан ҡала Наҙы йылғаһының ике яры буйынса Өфө йылғаһының ике яры һәм Наҙы буйында Силәбе өлкәһенең төньяҡ-көнбайышында, Силәбенән 225 км-ҙа (Кәҫле автомобиль юлы буйлап) һәм, Полевской аша барғанда, Екатеринбургтан 180 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Урта Уралда: Барҙым һыртының көнсығыш битләүендә— Өпәйле һыртының көнбайыш тау итәгендә (ҡыҙырымы), Ҡайын (Барҙы һырты) тауынан 8-10 км көньяҡ-көнсығышҡараҡ урынлашҡан.
Наҙы-Петровск районында түбәнге девон геологик ҡатламы асыла[6].
Климаты уртаса континенталь, йәйге көндәр йылы, ҡышҡы көндәр ҡырыҫ — ҡар бик күп. Июлдең уртаса айлыҡ температураһы +17°С, ғинуарҙыҡы −15°С тәшкил итә.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Уртаса йыллыҡ һауа температураһы — 0,9 °C
- Уртаса һауа дымлылығы — 69,8 %
- Уртаса ел тиҙлеге — 3,3 м/
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 2,4 | 4,1 | 12,5 | 27 | 33,1 | 34,4 | 35,7 | 35,4 | 29,7 | 20,7 | 13,3 | 4,6 | 35,7 |
Уртаса температура, °C | −15,7 | −14 | −7,8 | 2,4 | 10,4 | 15,6 | 17,6 | 15,8 | 7,8 | 1,5 | −8,4 | −14,3 | 0,9 |
Абсолют минимум, °C | −53,1 | −54,3 | −45,6 | −36,2 | −21,4 | −8,4 | −7,4 | −13,2 | −22,8 | −31,9 | −41,1 | −49,8 | −54,3 |
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Наҙы-Петровскиҙың тарихы хәҙерге Силәбе өлкәһе территорияһында балахна сауҙагәре Пётр Осокин Әйле, Ҡаратабын, Ҡатай улустары башҡорттарынан ҡортомға алған ерҙәрҙә Ҡариҙел (Өфө) йылғаһы ҡушылдығы Наҙы (Назѣ) йылғаһында 1744 йылда иң боронғо тимер эшкәртеү һәм суйын ҡойоу заводы төҙөгәндән башлана. Рәсәй тарихсыһы Пётр Иванович Рычков үһенең «Топография Оренбургская» китабында 1760-сы йылдарҙа завод һәм уның эргәһендәге ауыл тураһында[7][8]:
«…въ Уфинской провинцїи на рѣкѣ Назѣ, впадающей въ рѣку Уфу, застроенъ въ 1747 году Балахонцомъ Петромъ Осокинымъ, а по продажѣ отъ него состоитъ нынѣ за Тулянами Масаловыми, и называется Назепетровскимъ.»
(горный завод Оренбургской губернии принадлежащий Никите Демидову) «Назе-Петровской на рѣчкѣ Назѣ, коя отъ заводу верстахъ въ двухъ пала в рѣку Уфу, разстоянїя отъ Уфы съ 450, отъ Екатеринбурга 250, а отъ Оренбурга 780 верстъ, на немъ домна и восемь молотовъ. Жѝла съ 130 дворовъ; церковь во имя святых Апостолъ Петра и Павла.»
Хәҙерге Силәбе өлкәһе территорияһында ҡара металлургия предприятиеһы Кәҫле заводы менән Наҙы-Петровск тимер ҡойоу заводы беренсе завод була[9].
Наҙы-Петровск заводына нигеҙ һалыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVIII быуаттың беренсе яртыһында Өфө йылғаһында 8 башҡорт улусы (шул иҫәптән, Балаҡатай, Ҡатай, Өпәй, Шуран)[10] билдәләнгән.
Көньяҡ Уралда XVIII быуаттың 30-сы йылдары башында башҡорттарҙың ныҡышмалы ҡаршылыҡ күрһәтеүе арҡаһында ҡаҙна төҙөлөшө уңышһыҙлыҡҡа осрай. Шуның һөҙөмтәһендә шәхси сәнәғәтселәргә урындағы башҡорт халҡынан ер һатып алырға рөхсәт иткән 1736 йылғы Указ сығарыла, ә 1739 йылғы указ уларҙан ҡуртымға ер алырға рөхсәт итә (брать их в кортому), һәм ерҙе башҡорттарҙың юридик ҡарамағына ҡалдырған[11].
Түбәнге Новгород губернаһы балахна сауҙагәре Пётр Игнатьевич Осокин Батшабикә ғали йәнәптәре император һәм Хөкүмәт Сенатының 16 апрель һәм Берг-коллегияның 1744 йылдың 22 майы указына ярашлы, Ырымбур губернаһы Өфө провинцияһы Ҡатай улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Наҙы йылғаһы буйында Наҙы-Петровск суйын ҡойоу һәм тимер эшләү заводы төҙөүгә тотона[11].
1744 йылдың 18 мартында шул уҡ йылда башҡорт старшиналары менән урманы-ние менән ҡуртымға ер алыу килешеүенә таянып, Осокин Наҙы йылғаһы буйында Наҙы-Петровск тимер эшләү заводы төҙөлөшөн башлай. Завод төҙөү урыны энергетик нигеҙ һәм транспорт сараһы булараҡ мәғдән һәм һыу булған ерҙә билдәләнә. Шундай тау заводтары төҙөү тәжрибәһе булғанлыҡтан, үҙе хужа булған Иргин һәм Бизәр заводтарынан ул төҙөлөшкә һөнәри күнекмәләре булған оҫталар һәм хеҙмәтселәрҙе: балта оҫталарын, таҡта эшен белеүселәрҙе, мәғдән эҙләүселәрҙе, тәгәрмәс оҫтаһын, тау эше оҫталарын, иретеүселәрҙе һәм башҡа һөнәр кешеләрен йәлеп итә. Заводсы үҙе туранан-тура завод төҙөлөшө менән етәкселек итә. Беренсе сиратта, әлбиттә, крепостной крәҫтиәндәр өсөн торлаҡ, завод быуаһы һәм ҡорамалдары төҙөлә. Яңы мәғдән сағылышы һәм мәғдән ятҡылыҡтары ойоштороу мөмкинлеге тикшерелгән[12].
Ырымбур губерна канцелярияһы хакимиәте дәүләт чиновниктарын төҙөлөш темптары ҡәнәғәтләндермәй. Заводтың тиҙ арала суйын һәм тимер етештерә һәм дәүләт ҡаҙнаһына һалым түләй башлауы кәрәк була уларға.
1746 йылдың аҙағында Ырымбур губерна канцелярияһынан ревизор секунд-майор Державин Наҙы-Петровск заводына юллана, тикшергәндән һуң ул Осокин «туғыҙ мең һумдан ашыу аҡса тотонған, шулай уҡ башланған һәм төҙөлгән ҡоролмалар байтаҡ», әммә ике процентлы һалым түләнмәй тип иғлан итә. Заводты төҙөп бөтмәгән өсөн штраф менән һәм предприятиены ябыу менән ҡурҡытып, завод төҙөү контрактына ҡул ҡуйыу өсөн заводсыны Ырымбурға саҡырталар[13].
Ырымбур губернаһы хакимиәте контракт килешеүен төҙөгәндә, 1747 йылдың 20 март Указында завод төҙөүҙең 10 шартын ҡуя, һәм улар Осокинға йөкләмә генә ҡуйып ҡалмай, ниәт иткән эшен бойомға ашырыу өсөн күп кенә хоҡуҡ та бирә.
Осокин завод төҙөү һәм файҙаланыуға тапшырыу буйынса контракт срогын һәм шарттарын үтәй. 1749 йылда Наҙы-Петровск заводы суйын ҡоя һәм тимер эшләп сығара башлай[14].
Заводсы Мосоловтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1751 йылдың 10 декабрендә Пётр Осокин Наҙы-Петровск заводын заводсы А. П. Мосоловҡа 27 мең һумға һата[14][15].
1752 йылдың 1 майынан Мосоловтар заводы эш башлай. Әммә бер аҙҙан, шул уҡ йылдың 7 июлендә тимерлек усағының төбө зыян күргәнлектән, домна (шахта мейесе) туҡтай. Домнаны ремонтлау өсөн заводта запаста тимерлек усағы ташы булмай. Чусовая йылғаһында усаҡлыҡ ташы ҡышҡы осорҙа ғына сығарыла, ә алдараҡ табылған һәм Өфө йылғаһында эшкәртелгән ташты, һыу һайығыу сәбәпле, һыу юлы менән алып килеү мөмкинлеге булмай. Һәм фәҡәт беренсе ҡышҡы юл асылғас ғына усаҡлыҡ ташы заводҡа килтерелә, усаҡлыҡ төҙәтелә, усаҡ тимерлеге «киптерелә». 1753 йылдың 7 ғинуарында домна эшләй башлай[16].
XVIII быуаттың 40-сы йылдар аҙағы һәм 50-се йылдар башы Мосоловтар сәнәғәт хужалығының юғары үҫеш осоро була. Наҙы-Петровск заводын һатып алғандан һуң, 1753 йылдың уртаһында ағалы-энеле Мосоловтарҙың һигеҙ заводы, шуларҙың алтыһы Европа Рәсәйендә һәм икеһе Уралда урынлашҡан була. Наҙы-Петровск заводына эйә булған осорҙа улар унда үҙҙәренең һанап кителгән үҙәк Рәсәй заводтарынан 45 оҫта һәм хеҙмәтсе алып килә.
Әммә артабанғы 9 йылда был сәнәғәтселәр хужалығында үҫеш туҡтай, хатта уны байтаҡҡа ҡыҫҡартырға тура килә[16].
1757 йылда сентябрендә И. А. Мосолов Сенатҡа аслыҡтан интеккән оҫта кешеләрҙең иҫ киткес фәҡирлеге тураһында мәғлүмәт бирә. Мосоловтар хужалығы тулыһынса тиерлек туҡтай. Быны башҡа мәғлүмәттәр ҙә раҫлай[17].
Наҙы-Петровск заводында аҡса булмау сәбәпле, эшселәр таратыла, ҡайһы бере ҡасып китә. Завод эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе шулай була: Осокин төҙөткән 123 торлаҡ йорттоң 74-е бушап ҡала, сабыйҙар менән бергә ир-ат — 94. (Мосоловтар идара иткән тәүге йылдарҙа заводҡа 175 ир-ат оҫта һәм хеҙмәтсе саҡыртылған була).
1760 йылда ағалы-энеле Мосоловтар завод мөлкәтен дүрт өлөшкә бүлә. Максим Мосоловҡа беренсе өлөш, төҙөлөш стадияһындағы Алтынтамаҡ (Златоуст) һәм Өпәле заводтары эләгә. Наҙы-Петровск заводы ла ингән дүртенсе өлөшө өлкәне Мосолов Иванға тейә. Наҙы-Петровск заводы хужаһы Өпәле һәм Златоуст заводтарына, шулай уҡ Ҡуҫа йылғаһында төҙөлгән заводҡа тимер һәм суйын ҡойолмалары бирергә бурыслы була.
1759—1762 йылдарҙа завод эшләмәй. Мосоловтарҙың Наҙы-Петровск заводында хужалыҡ итеүҙәренә йомғаҡ яһап, шуны әйтергә була: башҡорттарҙанТабысҡа, Мәскәрә, Өпәле йылғалары районындағы ҡайһы бер яңы ерҙәрҙе һатып ала, әммә Мосоловтар фирмаһының милкен бүлешкәндән һуң, территорияның көнсығыш өлөшө 25 саҡрымға яңы төҙлөүсе Өпәле заводына күсә һәм Наҙы-Петровск заводы ҙур майҙандарын юғалта. Тимер рудниктары бүленә, завод эшләмәй тиерлек.
Заводсылар Петров, Мясников, Хлебников. Пугачёв ихтилалы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өлкән Иван Мосолов 1762 йылдың 4 октябрендә заводты сауҙагәрҙәр Яков Семёнович Петров һәм Матвей Семёнович Мясников компанияһына 30 мең һумға һата. 1763 йылда завод яңынан эшләй башлай[18].
1765 йылдың 25 майында Мясников заводтың яртыһын Петровҡа «мәңгелек ҡулланышҡа» тапшыра.
Петров заводты алыу менән, уның етештереүсәнлеге 2 тапҡырҙан артығыраҡҡа үҫә. 1770 йылда заводтың домна фабрикаһы һәм һауыт-һаба ҡойоу өсөн 1 домнаһы һәм бинаһы, ике 8 сүкешле сүкеш фабрикаһы (2-һе запаста), 12 тимерлек усағы, бысҡы тирмәне, 6 тимерлек усағы һәм тире фабрикаһы булған тимерлеге була.
Наҙы-Петровск заводын 1773—1775 йылдарҙағы Е. И. Пугачёв етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышы ла урап үтмәй. Һуғыш йәйелә барған һайын, 1774 йылдың ғинуар башында ихтилалға Исәт баш күтәреүселәр районындағы заводтар ҙа ҡушыла. 2 ғинуарҙа төбәктә ихтилалдың мөһим социаль һәм матди базаһы ролен үтәгән Үрге һәм Түбәнге Ҡыштым, Кәҫле домна заводтарында эш туҡтай. Ҡыштым баш күтәреүселәре халыҡ һуғышы ойоштороусылар була. 1774 йылдың 24 ғинуарында Наҙы-Петровск заводы ла һуғышҡа ҡушыла. Мал-мөлкәтте конфискациялауҙа ҡатнашып, крепостнойҙар крәҫтиәндәр файҙаһына алып барылыуына ышана. Әммә башҡорт отрядтары төҙөлмә һәм ҡорамалдарҙы юҡ итә, өйҙәрҙе яндыра башлағас, быны талау тип баһалай, һәм баш күтәреүселәр етәкселәренең халыҡты көс ҡулланыуҙан яҡларға кәрәклекте талап иткән указдарына тура килмәгәнен аңлап, бындай башбаштаҡлыҡҡа ҡаршы сыға. Завод кешеләренең заводтарҙы һаҡлау ынтылышын башҡорт баш күтәреүселәре, үҙ сиратында, ихтилалға хыянат кеүек ҡабул итә.
1774 йылдың яҙында дәүләт язалаусы көстәрҙең Исәт провинцияһында уңышлы һөжүменән һуң, Белобородовтың Ҡыштым һәм башҡа заводтарҙан китеүе ихтилал хәрәкәтендә етди сағыла. Наҙы-Петровск заводы кешеләре, репрессиянан ҡурҡып, баш күтәреүселәр киткәндән һуң, Екатеринбургҡа барып майор Д. Гагринға власҡа буйһоноуҙарын иғлан итә. Улар заводтың тирә-яғын нығыта, ҡарауыл ҡуя һәм Екатеринбург менән даими бәйләнеш урынлаштыра.
1774 йылдың йәйендә, Пугачёв Урал халыҡтарын яңынан көрәшкә күтәргәндә, Наҙы-Петровск заводы кешеләре ҡушылмай. 1774 йылдың 12 июнендә, ҡырғын көстәренән ярҙам булмай, һәм башҡорт баш күтәреүселәренең һөжүменән ҡасып, завод халҡы ғаиләләре менән урманға китә. 15 июндә башҡорттар заводҡа һөжүм итә һәм уны яндыра. Һөжүм ваҡытында фабрикалар яна, быуаға ҙур зыян килтерелә: вешняковый ауышлығы, лар һәм слань яна. Һөжүм ваҡытында 10 кеше һәләк була.
Ихтилал осоронда баш күтәреүселәр заводтан 415 һум аҡса, аҙыҡ-түлек, фураж, 5195 һум суммаға мал ала. 8500 һумлыҡ бурыс, йөкләмә яҙыуҙары юҡ ителә. Баш күтәреүселәр отрядтарына кеше ебәрелмәй, пушка һәм мылтыҡ бирмәйҙәр.
Завод биналарының емерелеүенән күргән зыян 29 702 һум тәшкил, кеше мөлкәтен баҫып алыу һәм завод йорттары емерелеүҙән — 29 985 һум зыян, барлығы 73 767 һум зыян, тип иҫәпләп сығара заводсы. Берг-коллегия комиссияһы ла заводтың яндырылыу фактын таный.
1775—1776 йылдарҙа заводты тергеҙеү эштәре бара, 1776 йылдың 19 авгусында домна ебәрелә[19].
Я. П. Петров ғаиләһе, кейәүе, генерал-аудитор-лейтенант Пётр Кириллович Хлебников, 1772 йылдан шулай уҡ Өфө губернаһында Өфөнән төньяҡтараҡ 38 саҡрымда, Аҡашлы йылғаһының Ағиҙелгә ҡойған ерендә Благовещен баҡыр иретеү заводына эйә була. 1777 йылда П. К. Хлебников вафатынан һуң, завод мираҫ буйынса уның улы коллежский асессор Николай Петрович Хлебниковҡа эләгә. Наҙы-Петровск заводының суйын ҡойоу күләме ҡеүәт көсһөҙлөгөнән сағыштырмаса сикләнә. Суйындың бер өлөшөн сүкештәр тимер итеп сүкей, ә ҡалған суйынды яңынан ҡойоу маҡсатында Өфө йылғаһы буйлап бер кричный сүкеше булған Благовещен баҡыр заводына оҙатырға кәрәк була.
1787 йылда, Я. С. Петровтың вафатынан һуң, Наҙы-Петровск заводы мираҫ буйынса ҡыҙы Ирина Яковлевнаға, генерал-аудитор-лейтенант П. К. Хлебниковтың тол ҡалған ҡатынына күсә. Завод биләмәһенә, «дворян милеге» — имениеға, документты 1792 йылдың 30 декабрендә ала[20].
Сауҙагәр Л. И. Расторгуев
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1808 йылдың 12 февралендә И. Я. Хлебникова Наҙы-Петровск заводын вольск сауҙагәре Л. И. Расторгуевҡа һата. Тау департаментының рөхсәтен алып, Хлебникованың кейәүе Д. М. Полторацкий 1809 йылдың 15 октябрендә купчая крепость атҡара: Наҙы-Петровск заводы, 456 завод оҫтаһы рәүиз йәнен һәм Николаев биҫтәһенең 564 крепостной крәҫтиәнен (ир-ат) 450 мең һумға һата. Николаев биҫтәһенең крепостной крәҫтиәндәре Наҙы-Петровск заводына 1800 йылға тиклем үк күсерелгән була. 1795 йылғы 5-се йәниҫәп буйынса улар Благовещен заводына беркетелгән, шул ваҡытта күсерелгәндәрҙең дөйөм һаны 1 мең кеше самаһы тәшкил иткән. Ә заводты һатыу ваҡытына, 1809 йылға, яңы тыуғандар менән, 1800 кеше иҫәпләнгән[20].
1-се гильдиялы Вольск сауҙагәре Лев Иванович Расторгуев старообрядсы-беспоповсы[20] була. Уның өлкән ҡыҙы — Мария Львовна, 1816 йылдың 6 майында екатеринбург сауҙагәре, үтә ныҡ старообрядсы Пётр Яковлевич Харитоновҡа кейәүгә бирелә[21]. Расторгуевтың кинйә ҡыҙы Екатерина Львовна Үрге Исәт заводы идарасыһы Григорий Федотович Зотов[22] улы Александр Григорьевич Зотовҡа кейәүгә сыға.
Наҙы-Петровск заводынан башҡа, Л. И. Расторгуев ике йыл эсендә (1808—1809) тағы дүрт: Кәҫле, Үрге Ҡыштым, Түбәнге Ҡыштым, шулай уҡ Н. Н. Демидов Өфө йылғаһында Сорокин пристаны эргәһендә төҙөгән Шәмәхә заводтарын һатып ала. Старообрядсы-беспоповсы ҙур завод округы хужаһы булып китә. Был ҙур пландарҙы тормошҡа ашырыуға П. Г. Демидовтан финанс ярҙамы ала, 10 йылдан, 1817 йылға, заводтың етештереүе тотороҡланғас, халыҡ һаны һәм составы яйға һалынғас, Расторгуев бурысын түләп бөтөргә тейеш була[22].
Л. И. Расторгуев, ә һуңынан Г. Ф. Зотов и. П. Я Харитонов ҡурсалауы арҡаһында, XIX быуаттың тәүге сирегендә Кәҫле һәм Наҙы-Петровск заводтарында төп урал старообрядлыҡ үҙәктәренең береһе барлыҡҡа килә. Л. И. Расторгуев ярҙамы менән завод ҡасабалары янында старообрядсылар часовняһы төҙөлә.
1819 йылда хәҙерге Силәбе өлкәһе территорияһында ҙур ҡоролоҡ башлана. Урал аръяғында ҡоролоҡ бер нисә йыл рәттән — 1821 йылға тиклем дауам итә. Завод магазиндарында икмәк запасы ҡалмай, завод эшселәренең, бер нисә ай эш хаҡы алмағанлыҡтан, ризыҡ һатып алырлыҡ тиндәре лә булмай.
1822—1823 йылдарҙа Кәҫле һәм Ҡыштым заводтарында ҙур сыуалыштар була һәм оҫталар, башҡа хеҙмәт кешеләре ҡаҙна заводтарына һөргөнгә оҙатыла. Оҫталарҙы баш күтәрергә мәжбүр иткән сәбәптәрҙең береһе булып, алыҫта ятҡан Наҙы-Петровск һәм Шәмәхә заводтарына мәжбүри эштәргә ебәреү була, сөнки быны эшселәр яза кеүек ҡабул итә. Уларҙы бик оҙаҡҡа, йыш ҡына йыл буйына, ғаиләлернән айыралар. Был тулҡынланыуҙар Наҙы-Петровск заводына ҡағылмай.
Рухани Дягилев Александр Николаевич, Наҙы-Петровск заводында тыуған, бала сағы һәм үҫмер йылдарын шунда үткәргән, 1880 йылда Пермь губернаһының Географик һүҙлеге өсөн урал крайҙы өйрәнеүсе Н. К. Чупинға яҙмаларында заводсы Расторгуев ооронда бик ҙур тарҡалыш булыуын билдәләгән: «1864 йылда 8000 яҡын кеше булған; шул иҫәптән, 800 единоверсы, 800 яҡын раскольник, ҡалғандары православие динлеләр. Крепостнойлыҡтан азат булырға теләүселәр тарҡалыш башлаған. Секталар: беспоповскийҙар, стариковскийҙар һәм поморский, перекрещенскийҙың төрлө төрҙәре; австрия сектаһы юҡ. Бер йортта бер нисә дин осрай. Электән йәшәгәндәр, 1809 йылда Расторгуев һатып алғанға тиклем, Наҙы-Петровскиҙа тарҡалыш юҡ ине тиҙәр. Расторгуев, раскольник булғанлыҡтан, үҙе яҡлыларҙы вазифа менән бүләкләй, ә буйһонмаусыларҙы приискыларға һәм рудниктарға һөргөнгә оҙата. Раскольничий сиркәү төҙөнө, 1848 йылда ул единоверсылар сиркәүе итеп үҙгәртелде»[23].
XVIII—XIX быуаттарҙағы Наҙы-Петровск суйын ҡойоу заводы халҡы тураһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Завод төҙөлөшөнә төп өлөштө ябай кешеләр, завод иҫәбендә торған крепостной крәҫтиәндәр индергән[24].
Наҙы-Петровск заводында иҫәптә торған оҫталарҙы һәм хеҙмәт кешеләрен бер нисә төркөмгә бүлергә була[25]:
1-се төркөм — заводсы Осокиндың 131 крепостной крәҫтиәне, 1744 йылда Иргин һәм Бизәр заводтарынан (башлыса беренсеһенән) күсерелгәндәр. Халыҡтың төп өлөшө унда 1730—1734 йылдарҙа күсерелгән Түбәнге Новгород губернаһының Түбәнге Новгород, Балахнинский, Юрьевецкий, Павловка өйәҙҙәренән (Керженский, Хохломской, Толоконцовский, Заузольский, Дрюковский, Гродецкий һарай улустарынан), Архангелогородский һәм Ҡазан губернаһынан, архиерей һәм монастырь аҫабалығы шулай уҡ Мәскәүҙә урынлашҡан Изге Троицкий Сергиев лавраһынан, Ҡазан һәм Түбәнге Новгород губерналарынан күсерелгән. 1749—1750 йылдарҙағы Ведомостың 4-се пунктында Наҙы-Петровск заводы эше тураһында күрһәтеп, ялланып эшләү өсөн паспорты булған ирекле 400-ҙән ашыу кеше йәлеп ителә, заводҡа беркетелгән дәүләт крәҫтиәндәре булмай[26].
2-се төркөм — заводсы Мосоловтар 1751—1762 йылдарҙа үҙҙәренең заводтарынан күсергән крепостной крәҫтиәндәр[27].
3-сө төркөм — Оло Иван Масаловтың крепостной крәҫтиәндәре 1759 йылда эшләгән Наҙы-Петровск заводынан ҡатындары һәм балалары менән ҡасып киткән булалар (аҙағыраҡ кире ҡайталар)[27].
4-се төркөм — ағай-энеләре менән бүлешеп алғанда, Оло Иван Масаловтың Наҙы-Петровск заводына беркетелгән крәҫтиәндәре[27].
5-се төркөм — Наҙы-Петровск заводында шулай уҡ крепостной крәҫтиәндәр ҙә эшләгән, уларҙы заводҡа күсереү ваҡыты билдәһеҙ[28].
6 төркөм — Хлебниковтың тол ҡатыны Ирина Яковлевна дәүерендә Благовещен заводының Николаев слободаһынан күсерелгән крепостной крәҫтиәндәр[29].
7 төркөм — 1795—1811 йылдар осоронда Наҙы-Петровскиға килеп урынлашҡан халыҡ[30].
8 төркөм — Пермь Тау Идаралығының 1827 йылдың 8 июнь Указы менән (Баш Кәҫле контораһы исправнигы хәбәр итеүенсә, улар икеһе лә ҡалмыҡтарҙан алмаштырып алынған, береһенә Пермь гражданлыҡ суды палатаһының 19.01. 1806 йылғы һәм икенсеһенә Пермь суд һәм яза палатаһы 1816 йылғы 7-се рәүиз үткәргән 17.09. 1800 йылғы выписка) беркетелгән[30].
1812 йылдағы Ватан һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Наҙы-Петров халҡы Рәсәйҙе һаҡлау буйынса ҡаты һынау йылдарын а үҙ башынан үткәрә. Петровтың Наҙы-Петровск заводы 1789 йылда уҡ Санкт-Петербургҡа һәм Калугаға 40 тин менән 3663 бот 9 фунт бомба, йәҙрә һәм дробь оҙатыуы тураһында мәғлүмәт бар.
1812 йылғы Ватан һуғышында Наполеон I баҫып ингән йылдарҙа ла, завод илгә мөмкин тиклем ярҙам итә. Бөтә кешелек тарихы күрмәгән ҡеүәткә эйә Наполеон армияһы Кутузов етәкселегендәге рус армияһы һөжүме менән тар-мар ителә. Был рус яугирҙәре һәм Рәсәй терәге — Урал тылында еңеү ҡойған хеҙмәт халҡының дөйөм эше була.
Наполеон менән һуғыш заводҡа хәрби ведомствоның ҙур ашығыс заказын үтәү талабын ҡуя. Заказдар шул тиклем ҙур була, Дәүләт советы 1810 йылдың ноябрендә үк «орудие һәм артиллерия снарядтарын етештереү саралары тураһындағы финанс министрының яҙма ғаризаһын һәм хәрби эштәр департаменты һәм дәүләт иҡтисады әҙерләгән положениены» ҡарап, «ҡаҙна заводтары, ғәмәлдәрен нисек кенә көсәйтеүгә ҡарамаҫтан, киләһе 1811 һәм артабанғы йылдарҙа орудие һәм снарядты талап ителгән күләмдә етештерә алмаясаҡ» тип таный. Быға тиклем ҡорал етештереү менән шөғөлләнмәгән шәхси заводтарға нарядтың байтаҡ өлөшөн йөкмәтергә тура килә. Заводсы Расторгуевтың Кәҫле, Ҡыштым һәм Наҙы-Петровск заводтары наряд ала. Ашығыс рәүештә етештереүҙе яйға һалырға, яңы ҡорамал һәм ҡулайламалар төҙөргә, эшселәрҙе өйрәтергә, башҡа предприятиеларға уҡырға ебәрергә тура килә. Тағы бер ҡыйын хәл күҙәтелә: ғәҙәти металл снаряд ҡойоуға яраҡлы булмай сыға. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡорал һәм боеприпастар етештереүгә тап килгән металл сорттарын сығарыу яйға һалына. Артиллерия снарядтарын эшкәртеү өсөн яңы машиналар барлыҡҡа килә.
Шәхси заводтарҙа снаряд етештереү өсөн яуаплылыҡ Тау идараһы шихтмейстеры Подоксеновҡа һалына, әҙер артиллерия снарядтарын армияға оҙатыу өсөн Наҙы-Петровск пристанына тапшырыусы итеп подпоручик Фан дер Венде тәғәйенләнә[31].
Наҙы-Петровск (тәүҙә — «Наҙы-Петровский заводы» ауылы) Красноуфимский өйәҙенең Наҙы-Петровск улусы үҙәге була.
Тәүҙә завод Емельян Пугачёв етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда, ә һуңынан Граждандар һуғышы йылдарында емерелә, уны тергеҙеү 1929 йылға тиклем дауам итә.
Совет осоронда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]"Рәсәй эшсе-крәҫтиән хөкүмәтенең Башҡортостан хөкүмәте менән Башҡортостандың совет автономияһы тураһында Килешеүендә Бәләкәй Башҡортостандың кантоны үҙәге тип Билән ауылын күрһәткәндә, Пермь губернаһының Наҙы-Петровск заводы станцияһы булараҡ телгә алына.
1941 йылдың октябрендә Наҙы-Петровскиҙа 65-се айырым диңгеҙ уҡсылар бригадаһы ойошторола; 1942 йылдың октябренән 1943 йылдың июленә тиклем ҡалала 1-се Ростов артиллерия (Ростов һәм Белгород артиллерия) училищеһы дислокациялана; 3878-се хәрби эвакогоспиталь эшләй[32] урынлашҡан.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында завод хәрби продукция сығара.
1944 йылдың 27 июнендә Наҙы-Петровск район әһәмиәтендәге ҡала статусын ала.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
1939[33] | 1959[34] | 1967[33] | 1970[35] | 1979[36] | 1989[37] | 1992[33] |
13 000 | ↗22 497 | ↘22 000 | ↘18 584 | ↘17 736 | ↘17 133 | ↘16 900 |
1996[33] | 1998[33] | 2000[33] | 2001[33] | 2002[38] | 2003[33] | 2005[33] |
↘15 500 | ↘15 100 | ↘14 500 | ↘14 100 | ↘13 405 | ↘13 400 | ↘13 000 |
2006[33] | 2007[33] | 2008[33] | 2009[39] | 2010[40] | 2011[41] | 2012[42] |
→13 000 | →13 000 | →13 000 | ↗13 061 | ↘12 451 | ↘12 403 | ↘12 305 |
2013[43] | 2014[44] | 2015[3] | ||||
↘12 153 | ↘12 067 | ↘12 061 |
2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһының 1112[45] ҡалаһы араһында [46] 375-се урында була
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]TDK-10.215, TDK-10.180, TDK-8.180, SMK-10.200, SMK-10.180 и SMK-5.66 башня крандарын сығарыусы «Ҡойоу-механик заводы» ЯСЙ-те ҡала ойоштороусы предприятие булып тора[47]. Завод янында Наҙы йылғаһында завод быуаһы урынлашҡан.
Ҡалала Өфө йылғаһындағы Наҙы-Петровск һыуһаҡлағысынан, һыу алғысы һәм бер нисә насос подстанцияһы — СПЭСВТВ (һыу менән тәьмин итеүҙең тышҡы тракты ҡоролмаларын эксплуатациялау буйынса махсуслаштырылған предприятие) булған, Екатеринбург ҡалаһына эсәр һыу һурҙырып ағыҙыу предприятиеһы эшләй.
Шулай уҡ ағас эшкәртеү сәнәғәте предприятиеһы эшләй. 2010 йылдар башында Суроям мәғдән ятҡылыҡтарын үҙләштерә башлау һәм Суроям тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөү планлаштырылһа ла, ҡатмарлы иҡтисади хәл менән бәйле, был проект билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелде[48][49]. Предприятие ҡаланан бер нисәмә саҡрым көньяҡтараҡ ятҡан «Урайым» сәнәғәт майҙансығында (Урайым ҡасабаһы эргәһендә) төҙөлөргә тейеш.
Ҡалала, өлкәләге уртаса күрһәткес менән сағыштырғанда, эшһеҙлек кимәле юғарыраҡ билдәләнә.
Тәртип һаҡлау органдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Наҙы-Петровск муниципаль районы буйынса Рәсәй ЭЭМ бүлеге[50].
- Наҙы-Петровск районы Прокуратураһы[51].
- Силәбе өлкәһенең Наҙы-Петровск район суды[52].
Мәғарифы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалала биш муниципаль мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһы, дүрт муниципаль дөйөм белем биреү мәктәбе, биш өҫтәмә белем биреү учреждениеһы: Уҡыусы йәштәр йорто, Йәш техниктар станцияһы, Йәш натуралистар станцияһы, Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Балалар сәнғәт мәктәбе эшләй. Юғары һәм урта махсус белем биреү учреждениелары: Кәҫле сәнәғәт-гуманитар техникумы Филиалы, Көньяҡ-Урал дәүләт университеты һәм Силәбе дәүләт университеты Филиалдары (Вәкиллекле).
Мәҙәниәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Наҙы-Петровск ҡалаһының Музей-күргәҙмә үҙәге
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пётр һәм Павел сиркәүе. 1853—1866 йылдарҙа төҙөлгән
Транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалала тимер юл станцияһы һәм Бирҙәүеш станцияһы (Көньяҡ Урал тимер юлы ЮУЖД) — Дружинино ст.анцияһы (Свердловск тимер юлы СвЖД) йүнәлешендәге «Наҙы-Петровск» юл дистанцияһы урынлашҡан. Бирҙәүеш — Михайловский Завод поезы 2012 йылдың 5 сентябренән ғәмәлдән сығарылған.
Ҡала аша 75К-011 (Красноуфимск-Әртә-Наҙы-Петровск-Үрге Өпәле-Кәҫле) автомобиль юлы үтә. Шулай уҡ төбәк автомобиль юлы буйынса Ҡуҫа ҡалаһына һәм Яңы Балаҡатай ауылына тура бәйләнеш бар. Автостанция эшләй. Автобустар дүрт ҡала-ара йүнәлеш буйынса: Наҙы-Петровск-Екатеринбург (18.04.2017 йылдан ваҡытлыса ғәмәлдән сығарылған), Наҙы-Петровск-Силәбе (Үрге Өпәле, Кәҫле ҡалалары аша), Наҙы-Петровск-Мейәс (Үрге Өпәле, Кәҫле ҡалалары аша), Наҙы-Петровск-Первоуральск (Төлгәш ауылы, Михайловск, Түбәнге Һырға, Рәүҙе ҡалалары аша) йөрөй. Райондың ауыл тораҡ пункттарына тиклем ҡала яны маршруттары эшләй. Ҡалала, 1.01.2015 мәғлүмәттәре буйынса, 7 ҡала автобус маршруты иҫәпләнә, өҫтәп шуны әйтер кәрәк, ял көндәрендә ике — № 11,22 маршруттары ғына — «Майҙан-Тимер юл вокзалы» араһында йөрөй.
Киң мәғлүмәт саралары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалала «Наҙы-Петровск хәбәрҙәре» гәзите сығарыла. Һәр йома һайын Силәбе «ОТВ» телевидениеһы каналында «Наҙы-Петровск контуры» урындағы яңылыҡтар сығарылышы була. Шулай уҡ ҡалала 101,1 мгц йышлыҡтарында «Радио Дача» һәм «Радио ОТВ» радиостанциялары сигналдары, Яңы Бүре тораҡ пунктынан сигнал ҡабул ителә.
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Колин Иван Николаевич — Советтар Союзы Геройы.
- Худяков Александр Алексеевич — Советтар Союзы Геройы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Оценка численности постоянного населения на 1 января 2023 года и в среднем за 2022 год и компоненты её изменения (с учётом итогов Всероссийской переписи населения 2020 г.) (урыҫ) — 2023.
- ↑ 3,0 3,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ Распоряжение Правительства РФ от 29 июля 2014 года № 1398-р «Об утверждении перечня моногородов»
- ↑ Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с.
- ↑ Девонская система // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Рычков Пётр Иванович. Топографїя Оренбургская, часть I . — СПб.: Типографїя Императорской Академїи Наукъ, 1762. — С. 277. — 331 с.
- ↑ Рычков Пётр Иванович. Топографїя Оренбургская, часть II . — СПб.: Типографїя Императорской Академїи Наукъ, 1762. — С. 239—240. — 263 с.
- ↑ Брагин, С. Г. Нязепетровский завод и его жители в документах XVIII—XX вв. — Екатеринбург : АсПУр, 2014. — С. 6. — ISBN 978-904900-18-2
- ↑ Челябинская область : энциклопедия / [редкол.: К. Н. Бочкарев (пред., гл. ред.) и др.]. — [Испр. и доп. изд.]. — Челябинск : Камен. пояс, 2008. — 5000 экз. Т. 4 : М — О. — 635 с. : ил., карты, пл., портр., [12] л. ил., карт.
- ↑ 11,0 11,1 Брагин, С. Г. Нязепетровский завод и его жители в документах XVIII—XX вв. — Екатеринбург : АсПУр, 2014. — С. 8. — ISBN 978-904900-18-2
- ↑ Брагин, С. Г. Нязепетровский завод и его жители в документах XVIII—XX вв. — Екатеринбург : АсПУр, 2014. — С. 12. — ISBN 978-904900-18-2
- ↑ Брагин, С. Г. Нязепетровский завод и его жители в документах XVIII—XX вв. — Екатеринбург : АсПУр, 2014. — С. 15-16. — ISBN 978-904900-18-2
- ↑ 14,0 14,1 Брагин, С. Г. Нязепетровский завод и его жители в документах XVIII—XX вв. — Екатеринбург : АсПУр, 2014. — С. 20. — ISBN 978-904900-18-2
- ↑ Как Златоуст обрёл и чуть не потерял своё имя. Часть I - Статьи - КАРТА74.рф . www.xn--74-6kca2cwbo.xn--p1ai. Дата обращения: 16 сентябрь 2016. 2016 йыл 17 сентябрь архивланған.
- ↑ 16,0 16,1 Брагин, С. Г. Нязепетровский завод и его жители в документах XVIII—XX вв. — Екатеринбург : АсПУр, 2014. — С. 21. — ISBN 978-904900-18-2
- ↑ Брагин, С. Г. Нязепетровский завод и его жители в документах XVIII—XX вв. — Екатеринбург : АсПУр, 2014. — С. 22. — ISBN 978-904900-18-2
- ↑ Брагин, С. Г. Нязепетровский завод и его жители в документах XVIII—XX вв. — Екатеринбург : АсПУр, 2014. — С. 25. — ISBN 978-904900-18-2
- ↑ Брагин, С. Г. Нязепетровский завод и его жители в документах XVIII—XX вв. — Екатеринбург : АсПУр, 2014. — С. 26. — ISBN 978-904900-18-2
- ↑ 20,0 20,1 20,2 Брагин, С. Г. Нязепетровский завод и его жители в документах XVIII—XX вв. — Екатеринбург : АсПУр, 2014. — С. 28. — ISBN 978-904900-18-2
- ↑ Брагин, С. Г. Нязепетровский завод и его жители в документах XVIII—XX вв. — Екатеринбург : АсПУр, 2014. — С. 30. — ISBN 978-904900-18-2
- ↑ 22,0 22,1 Брагин, С. Г. Нязепетровский завод и его жители в документах XVIII—XX вв. — Екатеринбург : АсПУр, 2014. — С. 31. — ISBN 978-904900-18-2
- ↑ Брагин, С. Г. Нязепетровский завод и его жители в документах XVIII—XX вв. — Екатеринбург : АсПУр, 2014. — С. 32. — ISBN 978-904900-18-2
- ↑ Брагин, С. Г. Нязепетровский завод и его жители в документах XVIII—XX вв. — Екатеринбург : АсПУр, 2014. — С. 52. — ISBN 978-904900-18-2
- ↑ Брагин, С. Г. Нязепетровский завод и его жители в документах XVIII—XX вв. — Екатеринбург : АсПУр, 2014. — С. 53-56. — ISBN 978-904900-18-2
- ↑ Брагин, С. Г. Нязепетровский завод и его жители в документах XVIII—XX вв. — Екатеринбург : АсПУр, 2014. — С. 53-54. — ISBN 978-904900-18-2
- ↑ 27,0 27,1 27,2 Брагин, С. Г. Нязепетровский завод и его жители в документах XVIII—XX вв. — Екатеринбург : АсПУр, 2014. — С. 58. — ISBN 978-904900-18-2
- ↑ Брагин, С. Г. Нязепетровский завод и его жители в документах XVIII—XX вв. — Екатеринбург : АсПУр, 2014. — С. 59. — ISBN 978-904900-18-2
- ↑ Брагин, С. Г. Нязепетровский завод и его жители в документах XVIII—XX вв. — Екатеринбург : АсПУр, 2014. — С. 60. — ISBN 978-904900-18-2
- ↑ 30,0 30,1 Брагин, С. Г. Нязепетровский завод и его жители в документах XVIII—XX вв. — Екатеринбург : АсПУр, 2014. — С. 66. — ISBN 978-904900-18-2
- ↑ Брагин, С. Г. Нязепетровский завод и его жители в документах XVIII—XX вв. — Екатеринбург : АсПУр, 2014. — С. 45-46. — ISBN 978-904900-18-2
- ↑ [coollib.com/b/365060 В карельских лесах и болотах. А. Велин / Челябинцы на войне. Краткий словарь от А до Я / Военные учебные заведения Челябинской области в годы войны / Челябинские госпитали в годы Великой Отечественной войны] . Дата обращения: 16 март 2020., разделы книги «Победа века: Челябинская область в Великой Отечественной войне»// Популярная военная энциклопедия / [Сост. А. П. Моисеев]. — Челябинск: Урал LTD, 2000 г. — 526 с., ISBN 5-8029-0128-4.
- ↑ 33,00 33,01 33,02 33,03 33,04 33,05 33,06 33,07 33,08 33,09 33,10 33,11 Народная энциклопедия «Мой город». Нязепетровск
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу . Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения . Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года . Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Численность постоянного населения Челябинской области в разрезе муниципальных образований на 1 января 2012 года . Дата обращения: 12 апрель 2014. Архивировано 12 апрель 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ с учётом городов Крыма
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года. Таблица «31. Численность населения городов и пгт по федеральным округам и субъектам Российской Федерации на 1 января 2016 года». RAR-архив (1,0 Mб)
- ↑ Продукция . crantec.ru. Дата обращения: 7 октябрь 2015.
- ↑ Суроямское железорудное месторождение . Дата обращения: 16 март 2020., Викимапия.
- ↑ Проект по строительству ГОКа на Суроямском месторождении приостановлен . Дата обращения: 16 март 2020., Мария Полоус. Газета «Коммерсантъ» (Екатеринбург), № 119 от 08.07.2015
- ↑ Информационная страница на официальном сайте Главного управления МВД России по Челябинской области 2021 йыл 21 октябрь архивланған..
- ↑ Информационная страница на официальном сайте прокуратуры Челябинской области
- ↑ Официальная страница суда 2018 йыл 12 июнь архивланған. на сайте ГАС «Правосудие».
- Нязепетровский завод // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Нязепетровский завод // Новый энциклопедический словарь: 48 томда. — СПб., Пг.: 1911—1916.
- Нязепетровск (неопра.). bse.sci-lib.com. 16 мартта Дата 2020 мөрәжәғәте. // Ҙур совет энциклопедияһы : [30 т. / гл. ред. а. м. Прохоров. — 3-изд. — М. : советская энциклопедия, 1969—1978.
- С. Брагиндан Г. Завод документтарын нязепетровск һәм уның халҡының xviii—XX быуат — Екатеринбург : АсПУр, 2014. — 305 б. — ISBN 978-904900-18-2.
- Силәбе өлкәһе: энциклопедия / [редкол.: К. Н. Бочкаревка (алдағы, гл. ред.) и др.]. — [Добролюбов. том һәм изд.]. — Силәбе : Камена. билбау, 2008. Т. 4 : М — О — с 858 .: ил., карта, потоцкийҙарҙың, портр., [12]. л. иле., карт.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт Нязепетровского района Челябинской области (урыҫ.). www.nzpr.ru. 16 мартта Дата 2020 мөрәжәғәте.
- Гәзиттең рәсми сайтында «хәбәрһеҙ Нязепетровск»
- История герба Нязепетровска (урыҫ.). heraldicum.ru. 16 мартта Дата 2020 мөрәжәғәте.
- Нязепетровск в энциклопедии «Мой город» (урыҫ.). www.mojgorod.ru. 16 мартта Дата 2020 мөрәжәғәте.