Небольсин Павел Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Небольсин Павел Иванович
НебольсинПИ.jpg
Тыуған ваҡыты:

1817({{padleft:1817|4|0}})

Тыуған урыны:

Түбәнге Новгород губернаһы

Вафат ваҡыты:

18 (30) август 1893({{padleft:1893|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})

Вафат урыны:

Вильнюс

Ил:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Фәнни даирә:

этнография, тарих, статистика

Уҡыу йорто:

Санкт-Петербург университеты

Небольсин Павел Иванович (1817, Түбәнге Новгород губернаһы — 18 август 1893, Вильнюс) — урыҫ этнографы, тарихсы һәм иҡтисадсы.

Тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Павел Иванович Небольсин 1817 йылда Түбән Новгород губернаһында тыуа. Дворян нәҫеленән. 1838 йылда Санкт-Петербург университетының юридик факультетын тамамлай. Хөкүмәт Сенатының V (енәйәт эштәрен тикшереү) департаментында 1-се бүлек, 1841 йылдан 7-се бүлек секретарының кесе ярҙамсыһы булып эшләй[1].

1846 йылда Алтай крайында алтын табыу сәнәғәте буйынса шөғөлләнә[2]. Бер үк ваҡытта Себер казактары тарихын өйрәнә, Себер алтын приискылары тураһында очерктар яҙа[2]. 1848 йылда Рус география йәмғиәтенә ағза итеп һайлана[3]. 1850—1851 йылдарҙа Рус география йәмғиәтенең ҡушыуы буйынса Рәсәй менән Урта Азияның сауҙа-сәнәғәт бәйләнештәре мәсьәләләрен өйрәнеү маҡсатында Каспий алды өлкәләренә, Бүкәй урҙаһына сәйәхәт ҡыла[3].

Ижады һәм фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорттар тураһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Павел Иванович Небольсин Ырымбур губернаһына сәйәхәте ваҡытында башҡорттарҙың этнографияһына бәйле мәғлүмәттәр туплай. Шуның һөҙөмтәһе булараҡ, уның тарафынан «Заметки о башкирах» («Башҡорттар тураһында яҙмалар») тигән мәҡәлә яҙыла. Ул «Отечественные записки» (1850, 11-се һан) журналында баҫылып сыға. Мәҡәләлә автор башҡорт кантондарындағы йорттар һанын, башҡорт халҡы иҫәбен килтерә. Ултыраҡ һәм күсмә тормош алып барған башҡорттарҙың торлағын, кейемен, солоҡ яһау ысулдарын һүрәтләй.

П. И. Небольсин хеҙмәте хәҙер ҙә ғилми йәһәттән ҡиммәтле. Фәнни сығанаҡ булараҡ, уға башҡорт этнографтары, тарихсылары йыш мөрәжәғәт итә.

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорттар тураһында мәҡәләләре

  • Заметки о башкирах //Отечественные записки. 1850. Т.73. Отд.8;
  • Отчет о путешествии в Оренбургский и Астраханский край //Вестник Русского георгафического общества. 1852. Кн.1. Ч.4. Отд.5.

Мәҡәләләре

  • О русских солдатах и других военных чинах до Петра Великого.//Современник: журнал — 1849. — Т. XIII, № 2. — С.123—154;
  • Краткие заметки о Байкале, Ангаре и Енисее //Отечественные записки: журнал. — 1850. — Т. LXVIII,№ 2, — С.220—228;
  • Краткий очерк развития торгового пароходства: журнал/Изд. — Т.I, № 1. — С.43—85;

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Гринченко Н. А. и др. История цензурных учреждений в Виленской губернии в XIX - начале XX века (урыҫ.) // Knygotyra : журнал. — 2004. — Т. 43. — С. 75. — ISSN 0204-2061.
  2. 2,0 2,1 Родионова М. Небольсин Павел Иванович (1817—1893)  (урыҫ.). Исследователи Алтая XVIII—XX вв. Алтайский государственный университет. Тәүге сығанаҡтан архивланған 1 май 2013. 22 апрель 2013 тикшерелгән.
  3. 3,0 3,1 Семёнов-Тян-Шанский П. П. История полувековой деятельности Императорского Русского Географического общества 1845—1895 — СПб.: В тип. В. Безобразова и Комп., 1896. — Т. I. — Б. 4, 95, 111, 183, 454. — XXX, 468 б.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]