Негин Евгений Аркадьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Негин Евгений Аркадьевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 16 ғинуар 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[1]
Тыуған урыны Түбәнге Новгород өлкәһе, Бор[d]
Вафат булған көнө 3 февраль 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Түбәнге Новгород өлкәһе, Саров
Туған тел рус теле
Һөнәр төрө ғалим
Эш биреүсе РФЯЦ-ВНИИЭФ[d]
Ойошма йәки клуб ағзаһы Рәсәй Фәндәр академияһы[d] һәм СССР Фәндәр академияһы[d]
Уҡыу йорто Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа инженер академияһы[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXI съезы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталинская премия Государственная премия СССР Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Октябрь революцияһы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин премияһы

Евгений Аркадьевич Негин (19211998) — совет ғалимы, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, генерал-лейтенант-инженер, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1956). Ленин премияһы һәм ике Сталин премияһы лауреаты.

Евгений Аркадьевич 50 йыл тиерлек ғүмерен РФЯЦ-ВНИИЭФ — Рәсәй федераль ядро үҙәгендә- эксперименталь физиканың Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү институтында («Арзамас-16») эшкә бағышлай.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Евгений Аркадьевич Негин 1921 йылдың 16 ғинуарында Новгород губернаһы Бор ауылында (хәҙерге Түбәнге Новгород өлкәһе Бор ҡалаһы) хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. Урыҫ.

Бор ауылының урта мәктәбендә уҡый, һуңынан Горький ҡалаһының 8-се мәктәбенә күсә, уны 1938 йылда отличие менән тамамлай. Горький дәүләт университетының (хәҙер Н.И.Лобачевский исемендәге Новгород дәүләт университеты) физика-математика факультетына имтихандарһыҙ ҡабул ителә. Университеттың 3 курсын тамамлағас, Бөйөк Ватан һуғышының беренсе көнөнән Орджоникидзе исемендәге (Горький) 21-се заводта столяр уҡыусыһы булып эшләй башлай.

1948 йылда — Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа академияһында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм уҡсы ҡоралдар кафедраһында уҡыта башлай.

1949 йылдан Е.А.Негин — Саров ҡалаһында КБ-11 хеҙмәткәре. Кесе ғилми хеҙмәткәр булып башлап, тиҙҙән ул фәнни мәсьәләләр буйынса сектор начальнигы урынбаҫары була. 1959 йылда, 38 йәшендә, Е.А.Негин — баш конструктор, ә 1966 йылдан — ғилми етәксе Юлий Борисович Харитондың беренсе урынбаҫары. 12 йылдан һуң Евгений Аркадьевич  иң яуаплы вазифаларҙа эшләй, 1978 йылдан 1987 йылға тиклем директор, 1959 йылдан 1991 йылға тиклем ядро зарядтарының баш конструкторы

1998 йылдың 3 февралендә вафат була. 1998 йылдың 6 февралендә «атом ҡалаһы» Саров почётлы гражданы һәм ветеран, Бөйөк Ватан һуғышында һәм Еңеү Парадында ҡатнашыусы, академик, авиация генерал-лейтенанты Евгений Аркадьевич Негин менән хушлаша

Е. А. Негинды ҡала зыяратында Саров ҡалаһының почётлы граждандары араһында ерләйҙәр[2].

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Түбәнге Новгород өлкәһенең Бор ҡалаһында Евгений Аркадьевич Негин һәйкәле һәм РДС-4 ядро бомбаһы макеты

Новгород өлкәһе Бор ҡалаһының дәүләт тыуған яҡты өйрәнеү музейында Е.А. Негинға мемориаль таҡта асыла һәм ғалим бюсы рәүешендә һәйкәл һәм РДС-4 ядро бомбаһы макеты ҡуйыла. Саров урамдарының береһе уның исеме менән аталған һәм крайҙы өйрәнеү музейы макеты РДС-4. Көнбайыш урамдарының береһе уның исемен йөрөтә саров[3].

Түбәнге Новгород ҡалаһының 8-се лицейында Е.А.Негинға арналған музей асылған.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Материалы музея г. Бор, Нижний Новгород. И. Гоголева.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Негин Евгений Аркадьевич // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. Могила Е.А. Негина
  3. Улица Академика Негина. ФГУП РФЯЦ-ВНИИЭФ. 8 февраль 2015 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]