Недошивин Вениамин Георгиевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Недошивин Вениамин Георгиевич
Заты ир-ат
Принадлежность СССР
Тыуған көнө 5 октябрь 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй республикаһы, Ырымбур губернаһы, Ырымбур өйәҙе
Вафат булыу көнө 25 ғинуар 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (70 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Дүшәнбе
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены медаль «За отвагу» медаль «За оборону Ленинграда»
Хәрби звание подполковник[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]

Недошивин Вениамин Георгиевич (19171988) — Ленинград фронтының 42-се армияһы 201-се уҡсылар дивизияһының 92-се уҡсылар полкы автоматсылар ротаһы командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1917 йылдың 5 октябрендә Ырымбур губернаһы Ермолаево ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы) эшсе ғаиләһендә тыуа. рус. Ермолаево ауыл хужалығы техникумын тамамлап, зоотехник булып эшләй.

1938 йылда Башҡорт АССР-ының Көйөргәҙе район военкоматы тарафынан Ҡоарллы Көстәр сафына саҡырыла. 19381942 йылдарҙа СССР НКВД-һының 13-сө мотоуҡсылар полкы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. 19391940 йылдарҙа совет-фин һуғышында ҡатнаша.

1941 йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 1942 йылда кесе лейтенанттар курстарын тамамлай. Шул уҡ йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.

Батырлығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бүләкләү ҡағыҙынан: «92-се уҡсылар полкының автоматсылар ротаһы (201-се уҡсылар дивизияһы, 42-се армия, Ленинград фронты) командиры лейтенант Вениамин Недошивин 1944 йылдың 25 ғинуарындағы һуғышта яугирҙар менән беренселәрҙән булып Ижора йылғаһын кисеүҙән аша сыға һәм башҡа подразделениелар менән ҡапыл һөжүм итеп, дошманды Ленинград өлкәһе Гатчина районының Руссолово ауылынан бәреп сығара. Дошмандың ике взводы тиерлек юҡ ителә, тягачтар менән алты ҡорал, боеприпастар менән алты автомашина юҡ ителә. 1944 йылдың 27 ғинуарында Гатчина ҡалаһы эргәһендә лейтенант Недошивин В. Г. етәкселегендәге взвод Пижма ауылына ала, әммә ҡамауҙа ҡала. Ҡулса оборонаһын биләп, яугирҙарҙы еңеүгә дәртләндереп, ике тапҡыр яраланған офицер сафта ҡала һәм ярҙам килгәнгә тиклем дошман һөжүмен кире ҡаға». СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 5 октябрҙәге указы менән командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы өсөн лейтенант Недошивин Вениамин Григориевичҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Алтын йондоҙ» миҙалы (№ 4503) тапшырыла.

Юғары Совет Президиумының 1944 йылдың 17 ноябрендәге указы: «…Алышта шәхси батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәтә, үҙен Тыуған илдең ысын патриоты, үҙ эшенең оҫтаһы итеп күрһәтә. Бөйөк Ватан һуғышының башынан алып 11 тапҡыр яралана, барлығы 42 яра ала». 1944 йылдан яралары буйынса запасҡа сығарыла. Ошо уҡ йылда В. Г. Недошивин оператив-разведка эштәре тәжрибәһе менән СССР НКГБ-һының Юғары мәктәбе тыңлаусыһы булып китә. Ошо ваҡыттан алып — Дәүләт именлеге комитеты (КГБ) һәм Эске эштәр министрлығы (ЭЭМ) органдарында. Уҡыу йортон уңышлы тамамлағандан һуң, 1945 йылдың июлендә Украина НКГБ-һына Львов өлкәһенә оперуполномоченный итеп ебәрелә. Ике йыл эсендә бүлексә начальнигы урынбаҫары була. 1947 йылда БАССР Дәүләт именлеге министрлығы ҡарамағындағы идаралыҡҡа ебәрелә. Вениамин Георгиевич БАССР-ҙың Маҡар районы (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы) Петровское ауылында МГБ маҡар район бүлексәһен етәкләй. Ике йыл эшләгәндән һуң, ҡабат үрләтелә — МГБ-ның Стәрлетамаҡ район бүлеге начальнигы була[1]. 1961 йылда СССР Эске эштәр министрлығының Юғары мәктәбен тамамлай. 1963 йылдан эске хеҙмәт подполковнигы В. Г. Недошивин — отставкала. Тажикстандың баш ҡалаһы Дүшәмбелә йәшәй, шунда 1988 йылдың 25 ғинуарында 71-се йәшендә вафат була.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы, (05.10.1944)[2].
  • Ленин ордены (05.10.1944).
  • Ҡыҙыл Байраҡ ордены (16.02.1944)[3].
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[4].
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (05.08.1942)[5].
  • «Ленинградты обороналағын өсөн» миҙалы(1943).
  • Миҙалдар.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Өфө ҡалаһында бер урамға подполковник В. Г. Недошивин исеме бирелде[6].
  • Көйөргәҙе районының Айсыуаҡ ауылында В. Г. Недошивин урамы бар[7]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. kumertime.ru/2016/05/v-chas-velikih-ispytanij/
  2. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043/793756, д. 103/33, л. 203—205).
  3. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 760, л. 1, 9, 10)ф. 33, оп. 690155, д. 760, л. 1, 9, 10).
  4. Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында.
  5. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682524, д. 830, л. 5, 16, 17)ф. 33, оп. 682524, д. 830, л. 5, 16, 17).
  6. https://mkset.ru/news/city/15-11-2017/v-ufe-poyavilas-ulitsa-v-chest-byvshego-ministra-mvd-bashkirii В Уфе появилась улица в честь бывшего министра МВД Башкирии
  7. https://mapbase.ru/Башкортостан/район-Куюргазинский/место-с_Айсуак/адрес-ул_Недошивина Улица Недошивина на карте Айсуак

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Недошивин Вениамин Георгиевич. «Герои страны» сайты.