Нелюбин Иван Яковлевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нелюбин Иван Яковлевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 29 июнь 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Тыуған урыны Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Арамелевка ауылы, Ильина Поляна ауыл Советы, Благовещен районы
Вафат булған көнө 8 март 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (30 йәш)
Вафат булған урыны Венгрия
Ерләнгән урыны Венгрия
Хәрби звание кесе сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) III дәрәжә Дан ордены
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Нелюбин Иван Яковлевич (29 июнь 1914 йыл — 8 март 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар дивизияһының айырым танкыға ҡаршы истребитель дивизионының орудие командиры, кесе сержант. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иван Яковлевич Нелюбин 1914 йылдың 29 июнендә Өфө губернаһының Өфө өйәҙе Кондрашин Лоб (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Благовещен районы Арамелевка) ауылында ҙур крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ.

7 синыфты тамамлай. Силәбе өлкәһенең Әшә ҡалаһында юл төҙөлөшө мастеры булып эшләй.

Уның йәш сағы тыуған ауылында үтә. Ул ҙур өҙөклөктәр менән уҡый. Тәүҙә ике класты тамамлай. Бер нисә йылдан һуң мәктәпкә тағы бер ҡыш йөрөй. Ә ете йыллыҡ белемде егерме йәше тулып үткәс ала. Нелюбиндар осто осҡа саҡ ялғап, бик ярлы йәшәй. Шуға күрә Иван һәләтле үҫмер булһа ла, уға тыныс ҡына уҡырға мөмкин булмай, мәктәп урынына кулактарға ялланып эшләргә тура килә. Ун дүрт йәшендә Иван яңы һөнәр үҙләштерә — итексе була, ә ун йылдан һуң, үҙенең тырышлығы арҡаһында Әшә район Советы башҡарма комитетында прораб, аҙаҡ шоссе юлдарының юл мастеры була. Ошо вазифала эшләп йөрөгәнендә Бөйөк Ватан һуғышы башлана.

1941 йылдың июлендә Одесса өлкәһенең Андре-Ивановский район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Ҡыҫҡа ваҡытлы курстар үткәндән һуң, ул артиллерия часенә тоҫҡаусы итеп йүнәлтелә. Һуғыш йылдарында уҡ, грамоталы хәрби булараҡ, Нелюбин Иванды 3-сө Украина фронтының 113-сө уҡсылар дивизияһы 239-сы айырым танкыға ҡаршы дивизиондың 76 миллиметрлы орудие командиры вазифаһына тәҡдим итәләр.

Нелюбин Иван Яковлевич 1945 йылдың март айында Венгрияла батырлыҡ күрһәтә, ҡаты яраланып, дошмандың танк аҫтына граната менән ташлана.

Балатон күленән көньяҡтараҡ, Янош Шемор ауылының (Венгрия) ҡалҡыулығында ерләнгән[1].

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Силәбе өлкәһе Әшә ҡалаһында Нелюбин Иван Яковлевич исемен йөрөткән урамда мемориаль таҡта ҡуйылған.
  • Благовещен ҡалаһында (Башҡортостан) Геройҙың бюсы ҡуйылған.
  • Башҡортостандың Благовещен районы Ильина Поляна ауылындағы урта мәктәп Герой исемен йөрөтә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 29 июнендәге указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн кесе сержант Нелюбин Иван Яковлевичҡа үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[2][3].
  • Ленин ордены.
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (11.02.1945)[4].
  • III дәрәжә Дан ордены (01.12.1944)[5].
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (27.07.1944)[6].
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (29.10.1944)[7].
  • Миҙалдар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. ОБД Мемориал|4684605
  2. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046/793756, д. 161/33, л. 9/240, 241).
  3. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 161, л. 2).
  4. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 3556, л. 1, 15, 16).
  5. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 724, л. 2, 31, 32).
  6. Приказ о награждении «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 2128, л. 6).
  7. Приказ о награждении «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 3371, л. 2).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]