Эстәлеккә күсергә

Непомнящих Лев Моисеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Непомнящих Лев Моисеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 25 февраль 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1]
Тыуған урыны Ромны[d], Чернигов өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 23 август 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Новосибирск, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Новосибирск дәүләт медицина университеты
Уҡыу йорто Новосибирск дәүләт медицина университеты
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Непомнящих Лев Моисеевич (25 февраль 1937 йыл23 август 2015 йыл) — СССР һәм Рәсәй патологоанатомы, Рәсәй Медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты (2004), Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2014).

Лев Моисеевич Непомнящих 1937 йылдың 25 февралендә Украина ССР-ының Сумы өлкәһенең Ромны ҡалаһында тыуған.

1963 йылда Новосибирск медицина институтын тамамлаған, артабан патологик анатомия буйынса махсуслашҡан һәм Новосибирск 2-се ҡала клиник дауаханаһының патологоанатомия бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә, унда прозектура һәм патоморфологик лаборатория ойоштора.

1966 йылда — «Гистохимия и морфология острой ишемии миокарда в эксперименте и клинике» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1968 йылдан алып — Новосибирск дәүләт медицина институтының патологик анатомия кафедраһында эшләй.

1970 йыл — СССР МФА Себер филиалының Клиник һәм эксперименталь институтында патоморфология һәм морфометрия бүлеге һәм патологик анатомия лабораторияһын ойоштороуҙың инициаторы була.

1986 йылда — «Морфогенез и ультраструктурные основы общепатологических процессов в сердце: комплексное патологоанатомическое и экспериментальное исследование» темаһына докторлылыҡ диссертацияһын яҡлай.

1987 йылда — профессор дәрәжәһе бирелә.

1992 йылда — РМФА-ның Себер төбәк патологи яһәм патоморфология бүлеген (хәҙер Молекуляр патология һәм патоморфология институты) ойоштора һәм 2015 йылға тиклем уның директоры, ә артабан — ғилми етәксеһе була.

2004 йылда РМФА ағза-корреспонденты итеп һайлана.

2014 йыл — Рәсәй ФА ағза-корреспонденты.

2015 йылдың 23 авгусында Новосибирскиҙа вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Морфологтар һәм патологоанатомдарҙың Себер фәнни мәктәбенә нигеҙ һалыусы, кардиология патологияһы өлкәһе белгесе.

Бер нисә көнүҙәк медик-биологик проблемаларҙы эшкәрткән, атап әйткәндә, киҫкен һәм хроник йөрәктең етешмәйсә эш ләү е барлыҡҡа килеүенең молекуляр-күҙәнәк һәм ультраструктуралы механизмын, индукциялы һәм патология процестарын ың хроник формаға әйләнеүен һәм регенераторлы реакциялар ҙың индукцияһын, структура нигеҙҙәренң экстремаль экология факторҙарына адаптацияһын тикшерә.

500-ҙән ашыу фәнни эш авторы; 6 асыштың авторы һәм авторҙашы, 23 монография, 3 юғары уҡыу йорттарында медицина патологик анатомияһы буйынса уҡытыусылар өсөн методик әсбаптар авторы, уйлап табыу патенттарына эйә.

Уның етәкселегендә 60-тан ашыу кандидатлыҡ һәм 28 докторлыҡ диссертациялары яҡлаған.

Рәсәйҙең Пирогов милли комитеты вице-президенты, Европа тәбиғи фәндәр академияһы вице-президенты, кеше морфологияһы буйынса РМФА-ның Ғилми советы ағзаһы, проблемалы «Морфология» комиссияһы рәйесе урынбаҫары, Алыҫ Көнсығыш һәм Төньяҡ сиге, Себер медицинаһы проблемалары буйынса Тармаҡ-ара ғилми советтың рәйес урынбаҫары, Рәсәй патологоанатомдар йәмғиәте президиумы ағзаһы, «Бюллетень экспериментальной биологии и медицины», «Клеточные технологии в биологии и медицине», «Сибирский научный вестник» журналдары мөхәрририәт коллегияларының ағзаһы һәм «Архив патологии» һәм «Библиотека патологоанатома» журналдарының мөхәрририәт советы ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993)[2]
  • К. Э. Циолковский исемендәге миҙал (1990) — ғилми эшмәкәрлеге өсөн
  • Академик С. П. Королев исемендәге миҙал (2002)
  • РМФА-ның медицина буйынса Н. И. Пирогов исемендәге премияһы дипломы һәм алтын миҙалы (1994) — эштәр циклы өсөн, шул иҫәптән «Морфогенез важнейших общепатологических процессов в сердце» монографияһы өсөн (1991)
  1. Непомнящих Лев Моисеевич // https://www.biografija.ru/biography/nepomnyashhikh-lev-moiseevich.htm
  2. Указ Президента Российской Федерации от 23.11.1993 № 1985. kremlin.ru. Дата обращения: 30 ноябрь 2019.
  • Профиль Льва Моисеевича Непомнящих РФА рәсми сайтында
  • Непомнящих Лев Моисеевич (25.02.1937–23.08.2015), основатель института. (Институт молекулярной патологии и патоморфологии) (неопр.). pathomorphology.ru. Дата обращения 30 ноября 2019.