Нестеров Дмитрий Леонтьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нестеров Дмитрий Леонтьевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 5 ноябрь 1899({{padleft:1899|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Большая Раковка[d], Һамар өлкәһе, Һамар губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1986
Вафат булған урыны Һамар, Һамар өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы «Почёт Билдәһе» ордены

Нестеров Дмитрий Леонтьевич (5 ноябрь 1899 йыл1 ғинуар 1986 йыл) — ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1935—1959 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Дәүләкән машина-трактор станцияһының өлкән агрономы. СССР-ҙың дүртенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1954—1958). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дмитрий Леонтьевич Нестеров 1899 йылдың 5 ноябрендә һамар өлкәһенең Оло Раковка ауылында тыуған.

Юғары белемле, 1932 йылда Краснодар ҡалаһында Кубань ауыл хужалығы институтын тамамлаған.

1919 йылда Һамар өйәҙе идаралығында агроном булып хеҙмәт юлын башлай. 1925—1927 йылдарҙа Волга буйы хәрби округының «Грань» совхозында техник етәксе, 1927—1930 йылдарҙа — Ҡаҙаҡ ССР-ының Урал өлкәһе Троицк, Чудин район хеҙмәтсәндәр депутаттары советы башҡарма комитеты агрономы, 1932—1933 йылдарҙа. — Һамар өлкәһе Денискин МТС-ында өлкән агроном булып эшләй. 1934—1935 йылдарҙа — Саҡмағош районы Имәнлекүл МТС-ында өлкән агроном, 1935 йылда — Башҡорт АССР-ы Дәүләкән МТС-ында өлкән агроном.

1947 йылда Дәүләкән районының артта ҡалыусы «Тау хеҙмәте» ауыл хужалығы артеле 150 майҙан гектарҙың һәр гектарынан 14 центнер арыш ала һәм һуңғы йылдар өсөн бойҙайҙы тулайым йыйыу буйынса иң ҙур уңышҡа өлгәшә. Өлкән агроном булып Д. Л. Нестеров эшләгән машина-трактор станцияһы 154 мең һум — йомшаҡ һөрөлгөн ерҙең һәр гектарына 2 һум 48 тин аҡса һаҡлап ҡала. Уртаса бер тракторға 5000 бот иген әйберләтә түләү алына. Трактор бригадалары 1000 килограмм яғыулыҡ экономиялай.

1947 йылда хеҙмәтләндергән колхоздарҙа 610 гектар майҙанда һәр гектарынан 21,53 центнер арыш алыуҙа сағылған дәүләт алдындағы ҡаҙаныштары өсөн, СССР Юғары Советы Президиумының 1948 йылдың 2 апрелендәге указы менән Д. Л. Нестеровҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1959 йылға хаҡлы ялға киткәнгә тиклем Дәүләкән МТС-ында өлкән агроном булып эшләй.

СССР-ҙың дүртенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1954—1958).

Нестеров Дмитрий Леонтьевич 1986 йылдың ғинуарында вафат була.

Бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа: Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.


Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]