Нестор һарайы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нестор һарайы
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Нестор[d]
Культура Микенская цивилизация[d]
Дәүләт  Греция
Административ-территориаль берәмек Пилос-Нестор
Асыусы йәки уйлап табыусы Карл Вильям Блеген[d]
Мираҫ статусы археологический памятник Греции[d]
Тасуирлау биттәре odysseus.culture.gr/h/2/…
Панорамный вид
Карта
 Нестор һарайы Викимилектә

Нестор һарайы (новогреческий: του Ανάκτορο Νέστορα (димотик); Νέστορος Ἀνάκτορον[1] (кафаревус)) ― Микен цивилизациһының мөһим үҙәге. Одиссея һәм Илиадала «Пилос песчаный» ― Нестор батшалығы ― менән  бергә телгә алына[2].

Донъяға билдәле Микен һарайының башҡалары араһында иң яҡшы һаҡланған төҙөлөшө. Һуңғы эллин йәшәү дәүерендә төҙөлгән һарай комплекстың төп бинаһы булып тора. Бәлки, ҡасандыр ул ҡәлғә диуары менән уратып алынған булған. Һарай ярҙамсы бүлмәләрҙән, оҫтаханаларҙан, мунсаларҙан, ҡоҙоҡтарҙан, ҡабул итеү залы һәм үҙ канализация системаһы булған ике ҡкатлы бинанан ғибәрәт.

Һарай күп тиҫтә йылдар дауамында торған. Табылған артефакттарҙың атрибутланыуы б. э. тиклемге 1300 йылдан башлана. Яҡынса беҙҙең эраға тиклемге 1200 йылда һарай комплексы янғын һөҙөмтәһендә емерелә.

2016 йылдың июнендә археологик ҡаҙыуҙар урынына бында килеүсе туристар өсөн юлдар һалына һәм соҡорҙар урынына баҫмалар һалына[3][4][5].

Урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һарай  Хорҙан көньяҡҡа табан 4 км һәм Пилостан төньяҡҡа табан 17 км-ҙа торған Эпано Энгилианос ҡалҡыулығында урынлашҡан. Бейеклеге диңгеҙ кимәленән 150 метр юғары.

Археологик ҡаҙыуҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1912 һәм 1926 йылдарҙа Наварино бухтаһынан төньяҡта ике микен кәшәнәһе ҡаҙып алына. Беренсе кәшәнәлә буялған һауыттар, икенсеһендэ ― башланғыс микән һәм  урта грек осорона ҡараған  кашполар табыла.

Грек археология хеҙмәте һәм Цинциннати университеты археология экспедицияһының берлектәге хеҙмәте[6] көсө менән 1939 йылдың 4 апрелендә Энгилианос ҡалҡыулығында ҡаҙыуҙар башлана. Эштең беренсе көнөндә үк таш диуар емереклектәре, фреска, микен керамика фрагменттары һәм балсыҡ табличкалар табыла.

1939 йылда ҡаҙыныу эштәре ваҡытында һыҙыҡлы Б яҙыулы меңгә яҡын балсыҡ табличкалар табыла. Тәржемәләр уларҙың батша архивтарына ҡарағанын күрһәтә.

Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында ҡаҙыу эштәре системалы алып барылмай. Бары 1952 йылда ғына ҡаҙыуҙар яңынан башлана[7]. 1952 -1966 йылдарҙа һарай акрополь тирәһенән башлап тикшерелә.

Яугир-грифон ҡәбере[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2015 йылда Цинциннати университеты хеҙмәткәрҙәре ҡаҙыу эштәре алып барғандла бик бай яугир ҡәберенә барып юлыға[8].Зыян күрмәйенсә һаҡланған микен яугиренең ҡәберен археология командаһы «яугир-грифон» тип атай. Был ҡәберҙә  алтын балдаҡтар, бронза ҡорал һәм миной һәм микен мәҙәниәтенә ҡараған башҡа ҡиммәтле артефакттар табыла[9][10].

Балсыҡ табличкалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һыҙыҡлы Б яҙыулы балсыҡ табличкалар һарайҙың  микен Мессенияһының административ, финанс һәм сәйәси үҙәге икәнлеген раҫлай.

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Archaiologikon deltion, Volume 19, Part 2, Issues 1–2, Athens: "Hestia" Printing House, 1966, p. 150.
  2. Hom. Il. 2.76
  3. www.archaiologia.gr 2013 йыл 7 июль архивланған..
  4. Athens Macedonian News Agency.
  5. Palace of Nestor in the Peloponnese Reopens After Three Years of Restoration | GreekReporter.com (англ.). greece.greekreporter.com. Проверено 5 ноября 2018.
  6. ((Ҡалып:Harv
  7. ((Ҡалып:Harv
  8. Griffin Warrior Tomb www.griffinwarrior.org
  9. http://www.smithsonianmag.com/history/golden-warrior-greek-tomb-exposes-roots-western-civilization-180961441/
  10. Unearthing a masterpiece (билдәһеҙ). University of Cincinnati. Дата обращения: 9 ноябрь 2017.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Blegen, William Carl; Rawson, Marion; Davis, L. Jack & Shelmerdine, W. Cynthia (2001), Nestor Palace of A Guide to the, its Sites Museum and in the Chora Environs Mycenaean (2 ed.Blegen, Carl William; Rawson, Marion; Davis, Jack L. & Shelmerdine, Cynthia W. (2001), «A Guide to the Palace of Nestor, Mycenaean Sites in its Environs and the Chora Museum» (2 ed.), ASCSA, ISBN 9780876616406 
  • Blegen, William Carl; Rawson, Marion & Lang, Mabel (1966-1973), at The in Messenia of Palace Pylos Nestor western, University of the Princeton for Cincinnati University Press. Blegen, Carl William; Rawson, Marion & Lang, Mabel (1966–1973), «The Palace of Nestor at Pylos in western Messenia», Princeton University Press for the University of Cincinnati.  512087 OCLC Number
    • v. 1. The contents buildings and their, and by Blegen M. C. W. Rawson. pt. 1. Text. pt. 2. Illustrations.
    • v. 2. The frescoes, L. Lang by M..
    • v. 3. Lower town and Acropolis: tholoi, circle grave, and chamber tombs; citadel the outside discoveries, and by others W. C. Blegen.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]