Нефтекама (аэропорт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нефтекама
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Нефтекама
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 139 метр
ИАТА аэропорты коды NEF
ИКАО аэропорты коды UWUF
Карта
 Нефтекама Викимилектә

Нефтекама аэропорты — Башҡортостан республикаһы аэропорты. Ҡаланан 6 км төньяҡтараҡ урынлашҡан.

«Өфө халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең милеге булып тора.

1990 йылдар аҙағына тиклем аэропорт нигеҙҙә Нефтекама-Өфө-Сибай рейстары буйынса башлыса Ан-24 самолеттарында файҙаланыла.

2010 йылда осоу-ултырыу һыҙатында ремонт яһала һәм яҡтылыҡ-сигнал ҡорамалдары урынлаштырыла (төҙөкләндереү 100 мең һумдан аша).

2010 йылдың октябрендә «Арҡайым» авиакомпанияһы Өфөнән Ла-410 самолетында техник (пробный) рейс үтәй, 10 йылдан һуң авиамаршрут ҡайтанан тергеҙелә.

Өфөнән билет хаҡы 1200 һум сиктәрендә планлаштырыла. Автобусҡа билет 4-5 тапҡыр тиерлек арзан. Әммә машина 200 километрҙы яҡынса 3 сәғәт ярым үтә. Ла 410 ошо алыҫлыҡты 30-40 минут эсендә ҡаплай. 2011 йылдың яҙында Нефтекама һәм Сибай рейстары ихтыяж булмау сәбәпле ғәмәлдән сыға. Әлеге ваҡытта даими рейстар башҡарылмай.

Самолет Нефтекама аэропортында
«Бейек тик күк кенә» байрамы ваҡытында Нефтекама аэропортында автожир

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]