Нефтекама (станция)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Станция Нефтекама
Яңаул - Нефтекама
Горький (Куйбышев) тимер юлдары
Тимер юлы бүлексәһе:

Горький (Куйбышев) тимер юлдарының Ижевск бүлексәһе

Асылған:

1964[1]

Тип:

пассажирҙар, йөк

Платформалар һаны:

1

Юлдар һаны:

6

Башҡа транспортҡа күсеп ултырыу:

автобус

Станция коды:

257602

Код в АСУЖТ:

257602

«Экспресс-3» коды

2060538

Ҡалып:Агрыз — Дружинино Нефтекама (Нефтекама-Грузовой) — Горький тимер юлдарының Ижевск бүлексәһе тимер юлы станцияһы. Йөк, пассажирҙар станцияһы. Яҡын станциялар — Яңауыл. Бында тик ҡала яны пассажирҙар хәрәкәте генә бар.

  • Нефтекама — Яңауыл
  • Яңауыл — Нефтекама

Яңауыл тимер юлдары һыҙатына ҡаршы яҡта тағы ла Нефтекама яғына йүнәлеш бар. Улар Ағиҙел ҡалаһына хәтле бер нисә тиҫтә саҡрым дауам итә. Ағиҙел — төҙөүселәр ҡалаһы. Буласаҡ атом станцияһы эшселәре йәшәйәсәк был ҡала бөгөн эшһеҙҙәр ҡалаһы исемен йөрөтә. Тимер юлы буйлап Ағиҙелгәсә электр бағаналары ултыртылған, тик уларға тимер сымдар һаман һуҙылмаған. Электровоздарҙың бөтөнләйгә туҡтатылыуы ихтимал. Ағиҙел ҡалаһына һирәк йөрөүсе йөк поездары ғына бара. Ә Нефтекама пассажирҙар станцияһы бөгөн ташландыҡ хәлдә. Шулай ҙа, ҡайһы бер элементтар, мәҫәлән, платформа төҙөкләндерелгән. Ғәмәлдә вокзал йөк ташыу өсөн хеҙмәт итә. Был маҡсатта уны Нефтекамалағы «Нефаз» һәм «Яһалма тире»(«Искож») предприятиелары файҙалана. Был яҡҡа тик 4 пассажир вагонынан торған дизель поезы ғына йөрөй.

Коммерция ғәмәлдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәмәлдәр:

  • Юлсыларға пассажирҙар билеты һатыу.
  • Вагондарҙа ебәрелгән һәм әҙ күләмдәге йөктәрҙе юл подъездарында ҡабул итеү һәм оҙатыу.
  • Универсаль контейнер транспорттарында ебәрелгән 3 һәм 5 тонналыҡ йөктәрҙе ҡабул итеү һәм оҙатыу.
  • Вагондарҙа ебәрелгән һәм әҙ күләмдә ебәрелгән йөктәрҙе, улар тулы вагон итеп ебәрелһә, юл подъездарында, дөйөм ҡулланылмаған майҙансыҡтарҙа тапшырыу һәм оҙатыу.
  • Универсаль контейнер транспорттарында ебәрелгән 3 һәм 5 тонналыҡ йөктәрҙе тапшырыу һәм оҙатыу.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Железнодорожные станции СССР. Справочник. — М.: Транспорт, 1981

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Поездка на поезде в Нефтекамск и фотографии(недоступная ссылка), 2010 год, С. Болашенко.