Түбәнге Иҙрис

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Нижнеидрисово битенән йүнәлтелде)
Түбәнге Иҙрис
Түбәнге Иҙрис
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡолсора ауыл советы
Халыҡ һаны 365 кеше[1]
Почта индексы 453662
Карта

Түбәнге Иҙрис (рус. Нижнеидрисово) — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 410 кеше[2]. Почта индексы — 453662, ОКАТО коды — 80206837004.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Архив сығанаҡтары буйынса, Иҙрис ауылы XVIII быуаттың башында барлыҡҡа килә. Быуаттың уртаһына тиклем ауыл сотник Исмәғил Айытҡоловтың исемен йөрөтә. Ул үҙенең улдары Мөксин һәм Ҡолмәмбәт менән 1755 йылғы башҡорт ихтилалында ҡатнаша. Исмәғил Айытҡолов ҡулға алына, Ырымбур төрмәһендә ҡаты язалауҙарға дусар булып, йән бирә. Уның улдары Рогервикка һөрөлә. Ауыл кешеләре әлеге ихтилалда, шулай уҡ .Әмин һәм Сураш ихтилалында ла әүҙем атнашалар.

XVIII быуаттың 70-се йылдарында ауыл сотник Иҙрис Иманғолов исеме менән йөрөтөлә башлай. ХХ быуат башында ауыл икегә бүленә. 1920 йылда Түбәнге Иҙрис ауылында 80 йортта 369 кеше йәшәй. 1940 йылда ауылда барыһы 153 кеше йәшәй. 1929 йылда ике ауыл бер колхозға — «Ҡыҙыл Октябрь» колхозына берләшә.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 365 180 185 49,3 50,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 46 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Ҡолсора): 1 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 89 км

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]