Низамов Камил Разетдин улы
Низамов Камил Разетдин улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 13 ноябрь 1938 (85 йәш) |
Тыуған урыны | Приют, Бәләбәй районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Уҡыу йорто | ӨДНТУ |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Низамов Камил Разетдин улы (13 ноябрь 1938 йыл) — СССР һәм Рәсәй инженер-нефтсеһе. Техник фәндәр докторы (2001), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1997), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1975).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Низамов Камил Разетдин улы 1938 йылдың 13 ноябрендә Башҡортостан АССР-ының Йәрмәкәй районы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй районы) Приют ҡасабаһында тыуған.
1961 йылда Өфө дәүләт нефть институтын тамамлаған[1].
1961—1966 йылдарҙа «Аксаковнефть» нефть промыслаһы идаралығында хеҙмәт итә.
1968 йылдан Өфөләге Нефть һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм транспорты буйынса бөтә союз ғилми-тикшеренеү институтында (1992 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Энергоресурстарҙы күсереү проблемалары институты) эшләй. 1972 йылдан ошо институтта лаборатория мөдире, 1979 йылдан — бүлек мөдире, 1987—1993 йылдарҙа директор урынбаҫары вазифаларын башҡара[1].
1993 йылдан «Башгеопроект» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә бүлек мөдире, ә 2007 йылдан — «Геофизика» ғилми-производство фирмаһының баш ғилми хеҙмәткәре[1].
2013 йылдан Башҡортостан Республикаһы Энергоресурстарҙы күсереү проблемалары институтында баш ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юғары һөҙөмтәле коррозия ингибиторҙары, бактерицидтар, көкөртлө водород йотоусылар һәм деэмульгаторҙар, уларҙы ҡулланыу технологиялары, техник саралары эшләнә һәм ғәмәлгә индерелә. Камил Низамов — 300‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 60 уйлап табыу авторы[1].
- Хеҙмәттәре
- Защита нефтепромыслового оборудования от коррозии: учеб. пособие для рабочих. — М., 1983 (авторҙаш).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Баймөхәмәтов К С. Низамов Камил Разетдин улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.