Низамов Рәшит Зияфетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Рәшит Низамов
Исеме:

Низамов Рәшит Зыяфетдин улы

Тыуған көнө:

15 ноябрь 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (82 йәш)

Тыуған урыны:

Ҡырмыҫҡалы районы Бишауыл-Уңғар ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР →
Рәсәй Рәсәй

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Наградалары:

БАССРҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991), Ғәли Соҡорой исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2002).

Рәшит Зыяфетдин улы Низамов (Рәшит Уңғар) (15.11.1935) - яҙыусы. БАССРҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991), Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты (2007). Яҙыусылар Союзы ағзаһы (1981). Ҡайһы бер әҫәрҙәрен Рәшит Уңғар псевдонимы менән дә баҫтыра.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1935 йылдың 15 ноябренда Башҡорт АССР-ы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы) Ҡырмыҫҡалы районы Бишауыл-Уңғар ауылында тыуған.
  • Башланғыс белемде Бишауыл-Уңғар ауылында ала.
  • Атаһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булып, әсәһе сирләп вафат булғас, Өфө ҡалаһының 5-се һанлы балалар йортонда тәрбиәләнә, 1-се һанлы Башҡорт республика интернат-гимназияһында (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) уҡый.
  • Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетын 1958 йылда тамамлай.
  • 1958 йылдан 1967 йылға тиклем "Ленинец" гәзите хеҙмәткәре,
  • 1967 йылдан 1978 йылға хәтлем "Башҡортостан пионеры" газетаһының бүлеге мөдире,
  • 1978 йылдан 1983 йылға тиклем "Совет Башҡортостаны" гәзите бүлеге мөдире,
  • 1983 йылдан 1991 йылға тиклем "Ваш Собеседник" журналы хеҙмәткәре,
  • 1991 йылдан 2012 йылға тиклем БР Яҙыусылар союзының өлкән әҙәби консультанты.

Әҙәби ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • "Ышаныс" исемле тәүге китабы 1971 йылда сыға.
  • Балалар өсөн яҙылған хикәйәләр һәм повестар йыйынтыҡтары
  • "Батырлыҡ дәресе" 1984 йылда,
  • "Вәғәҙәң ант булһын" 1988 йылда,
  • "Танып ҡыҙы" 2003 йылда баҫылып сыға.
  • 1996 йылда "Тәңре Улының Шишмәһе",
  • 2007 йылда "Изге фарман" тарихи романдары донъя күрә.
  • 2009 йылда сыҡҡан "Ил яҙмышы, заман һулышы" китабын төҙөүселәрҙең һәм мөхәррирҙәренең береһе.
  • Хикәйәләр һәм әкиәт һыйҙырған "Һине көтә Йырлыбаш" 1993 йылда,
  • 2 томда сыҡҡан һайланма әҫәрҙәре 2010-2012 йылдарҙа,
  • "Аманат ҡылысы" тип аталған повестар йыйынтығы 2015 йылда нәшер ителә.

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991)
  • Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты (2007)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]