Никитина Татьяна Антоновна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Татьяна Антоновна Никитина
Файл:Nikitina Tatyana Antonovna.jpg
Тыуған көнө

5 март 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})

Тыуған урыны

Лизиновка ауылы, Россошь районы, Воронеж өлкәһе, РСФСР, СССР

Вафат булған көнө

9 ноябрь 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (92 йәш)

Вафат булған урыны

Россошь, Воронеж өлкәһе, Рәсәй

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Наградалары һәм премиялары
Социалистик Хеҙмәт Геройы
Ленин ордены {{[Октябрь Революцияһы ордены}} Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Никитина Татьяна Антоновна (1926 — 2018) — совет механизаторы һәм ауыл хужалығы производствоһы алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1926 йылдың 5 мартында Воронеж өлкәһенең Россошь районы Лизиновка ауылында тыуған.

1939 йылда башланғыс белем алғандан һуң, Воронеж өлкәһенең Россошь районы Копенкино ауылында Копенкин исемендәге совхозда ябай колхозсы булып эшләй башлай. 1942 йылдан башлап Бөйөк Ватан һуғышы осоронда «Райновский» совхозында тракторсы һәм комбайнсы булып эшләй.

1945 йылдан алып 1970 йылдарға тиклем Т. А. Никитина алдынғы механизатор була, күп тапҡыр план бурыстарын һәм социалистик йөкләмәләрен арттырып үтәй.

1971 йылдың 8 апрелендә СССР Юғары Советы Президиумы указы менән «хеҙмәттә өлгәшкән ҙур уңыштары өсөн» Никитина Татьяна Антоновна Октябрь Революцияһы орденына лайыҡ була.

1972 йылдың 15 декабрендә СССР Юғары Советы Президиумы указы менән «хеҙмәттә өлгәшкән ҙур уңыштары өсөн» Никитина Татьяна Антоновна Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

1973 йылдың 11 декабрендә СССР Юғары Советы Президиумы указы менән «Бөтә Союз социалистик ярышында өлгәшкән ҙур уңыштары, 1973 йылда иген һәм игенселектең башҡа продукттарын етештереүҙе һәм дәүләткә һатыуҙы арттырыу буйынса ҡабул иткән йөкләмәләрен үтәгәндә күрһәткән хеҙмәт батырлығы өсөн» Никитина Татьяна Антоновнаға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

КПСС-тың XXV (1976) һәм (1981) XXVI съезы делегаты.

1982 йылдан — хаҡлы ялда.

Воронеж өлкәһенең Россошь ҡалаһында йәшәй. 2018 йылдың 9 ноябрендә вафат була.

Бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (11.12.1973)

- Ленин ордены (11.12.1973)

- Октябрь Революцияһы ордены (8.04.1971)

- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (15.12.1972)

Исеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

- Россошь районының почетлы гражданы (1997)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Воронежская Энциклопедия / Воронеж, 2008 г. — Т. 2. — 524 с. — ISBN 978-5-900270-99-9.