Эстәлеккә күсергә

Николаевская Елена Матвеевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Николаевская Елена Матвеевна
Тыуған көнө:

18 июль 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})

Тыуған урыны:

Мәскәү,
РСФСР, СССР

Вафат булған көнө:

26 ғинуар 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (82 йәш)

Вафат булған урыны:

Мәскәү,
Рәсәй

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

урыҫ теле

Премиялары:

О. Туманян исемендәге премия лауреаты
Г. Леонидзе исемендәге премия лауреаты
Мәскәү Яҙыусылар союзының «Таж» («Венец») премияһы лауреаты
башҡа премиялар

Наградалары:

Әрмәнстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре

http://niko.sandytimes.ru/default.html

Елена Матвеевна Николаевская (1923, Мәскәү2006, шунда уҡ) — совет һәм Рәсәй шағиры, тәржемәсе. Әрмән, грузин һәм башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә иткән. Әрмәнстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре.

1923 йылда Мәскәүҙә композитор Матвей Иосифович Николаевский (1882—1942) һәм музыка педагогы, пианист Розалия Яковлевна Привен (1880—1962) ғаиләһендә тыуған. А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлаған. Студент сағында уҡ Рәсүл Ғамзатовтың һәм башҡорт шағиры Мостай Кәримдең китаптарын тәржемә иткән[1].

Күп йылдар СССР Яҙыусылар союзының тәржемә секцияһын етәкләгән. Әрмән шиғриәтенең дуҫы булараҡ, Сильва Капутикян, Геворг Эмин, Ваагн Давтян, Маро Маркарян, Рачия Ованесян, Сагател Арутюнян, Гурген Борян, Ованес Шираз, Н. Зарьян, Г. Сарян, П. Севак, Р. Давоян шиғырҙарының бер нисә тәржемәһен, шулай уҡ классик әрмән шиғриәтенән тәржемәләр эшләгән: Саят-Нова, Егише Чаренц, Ваан Терьян һ.б.[1]

Күп йылдар дауамында шулай уҡ грузин һәм башҡорт авторҙарының әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә иткән.

Үҙенең «Буяуҙар» (урыҫ. «Краски») исемле беренсе шиғырҙар йыйынтығын 1961 йылда ғына баҫтырып сығарған. 1983 йылда «Тауыштар» (урыҫ. «Голоса») исемле айырым китапта «Советская Россия» нәшриәтендә Николаевскаяның һайланма тәржемәләре донъя күрә[2].

Мәскәүҙә Ваганьково зыяратында ерләнгән[3].

Ире — яҙыусы һәм журналист Виль Николаевич Орджоникидзе (1925—1962).

Улы — Сергей Вильевич Орджоникидзе (1951 й. тыуған), зоолог. Ағалары

Владимир (1905—1942), концертмейстер.

Николай (1907—1996), иҡтисад фәндәре докторы, профессор, СССР Дәүләт премияһы лауреаты.

Георгий (1910—1971), машиналар эшләү өлкәһендә ғалим, «Обслуживание кранового оборудования доменных цехов» (1951), «Обслуживание кранового оборудования прокатных цехов» (1952), «Обслуживание кранового оборудования сталеплавильных цехов» (1952), «Подъёмно-транспортное машиностроение» (1960), «Мостовые и металлургические краны» (1970) монографиялары авторы.

1961Краски (башҡ. Буяуҙар), Мәскәү

1963Память о солнце (башҡ. Ҡояш тураһында хәтер), Тбилиси

1967Числа (башҡ. Һандар), Мәскәү

1969Край света (башҡ. Донъя сиге), Ереван

1977Сорок родников (башҡ. Ҡырҡ шишмә), Мәскәү

1979Родись счастливой (башҡ. Бәхетле булып тыу), Мәскәү

1983Голоса (башҡ. Тауыштар), Мәскәү

1984Да здравствует вошедший! (башҡ. Йәшәһен ингән кеше!), Тбилиси

1989Лети журавль (башҡ. Ос, торна), Ереван

1990Семь погод (башҡ. Ете һауа торошо), Мәскәү

2001Не гаси чужую радость (башҡ. Кеше шатлығын һүндермә), Мәскәү

2006Я дней не тороплю (башҡ. Мин көндәрҙе ашыҡтырмайым), Мәскәү

2013Тайна старых фотографий (башҡ. Иҫке фотоһүрәттәрҙең сере), Мәскәү

Әрмәнстандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре[1]

Ованес Туманян исемендәге премия лауреаты[1]

Георгий Леонидзе исемендәге премия лауреаты[1]

Мәскәү Яҙыусылар союзының «Таж» (урыҫ. «Венец») премияһы лауреаты[1]

башҡа премиялар

Московская энциклопедия. Том 1: Лица Москвы. Книга 3: М-Р. — М.: Фонд «Московские энциклопедии», 2010

  1. 1 2 3 4 5 6 Биография Елены Николаевской. Дата обращения: 15 март 2012. Архивировано 5 август 2011 года.
  2. Век Перевода // Елена Николаевская 2013 йыл 9 май архивланған.
  3. Могила Е. М. Николаевской. Дата обращения: 9 май 2017. Архивировано 11 июль 2017 года.