Эстәлеккә күсергә

Николаев Анатолий Витальевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Николаев Анатолий Витальевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 27 ғинуар 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Вафат булған көнө 23 октябрь 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны 1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Анатолий Витальевич Николаев (27 ғинуар 1940 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, топографик анатомия өлкәһе белгесе, медицина фәндәре докторы, профессор. Рәсәй медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты (2007), Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2014).

1940 йылдың 27 ғинуарында тыуған.

1983 йылдан алып әлеге көнгә тиклем оператив хирургия һәм топографик анатомия кафедраһында, 1988 йылдан алып кафедра мөдире булып эшләй.

2007 йылда Рәсәй медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана.

2014 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Топографик анатомия өлкәһендә белгес.

Фәнни тикшеренеүҙәренең төп йүнәлештәре —коллагенопластика, яраланған ваҡытта репаратив процестарҙы өйрәнеү, умыртҡа топографияһы, кесе таздың фасциаль-бәйләй торған аппараты, яңы мөмкинлектәрҙең, шул иҫәптән видеоторакоскопияларҙың топографик һәм анатомик нигеҙләнеше.

311 хеҙмәт авторы, бер асыштың һәм 28 уйлап табыуҙың авторы

Уның етәкселегендә өс докторлыҡ, 28 кандидатлыҡ диссертациялары яҡлана, студенттар һәм уҡытыусылар өсөн ете методик ҡулланма яҙа.

2007 йылда яңы «Топографическая анатомия и оперативная хирургия» дәреслеген яҙа, ә 2009 йылда дәреслек ике томда яңынан баҫылып сыға. Бынан тыш, А.В.Николаев ике монографияның һәм ике практик ҡулланманың авторы.

А.В.Николаев «Анналы хирургии» һәм «Медицинский курьер» журналдарының редколлегия ағзаһы[1]

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008)[2]
  • «СССР-ҙың уйлап табыусыһы» почёт билдәһе
  • «И.М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү дәүләт медицина университеты алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы
  • И.М. Сеченов исемендәге Мәскәү медицина академияһының атҡаҙанған профессоры
  • И.М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү дәүләт медицина университеты кафедраһының почтёлы мөдире
  1. Николаев Анатолий Витальевич 2021 йыл 21 ғинуар архивланған.
  2. Указ Президента Российской Федерации от 07.10.2008 № 1451. kremlin.ru. Дата обращения: 14 ноябрь 2019.