Чемберджи Николай Карпович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Николай Карпович Чемберджи битенән йүнәлтелде)
Чемберджи Николай Карпович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 24 август 1903({{padleft:1903|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[1]
Тыуған урыны Пушкин[d], Петербург губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 22 апрель 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[2] (44 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Хәләл ефете Левина, Зара Александровна[d]
Балалары Чемберджи Валентина Николаевна
Һөнәр төрө композитор
Уҡыу йорто П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ойошма ағзаһы СССР Композиторҙар союзы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Чемберджи́ Николай Карпович (24 август 1903 йыл22 апрель 1948 йыл) — СССР композиторы. Тәүге башҡорт операһы «Ҡарлуғас»тың авторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1944). Икенсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1946).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Николай Карпович Чемберджи́ 1903 йылдың 24 авгусында Царское Селола (хәҙерге Пушкин ҡалаһы) тыуған. Атаһы — Карп Владимирович Чемберджи Император Ғали йәнәптәренең лейб-табибы булып хеҙмәт итә. Карл Владимировичтың ҡатыны композитор А. А. Спендиаровтың ҡыҙ ҡәрҙәше Валентина Афанасьевна була.

Малайға ике йәш булғанда әсәһе Валентина Степановна мәрхүм була. Шунан һуң атаһы улын Ҡырымға мәрхүмә ҡатынының композитор туғаны Александр Афанасьевич Спендиаровтың ғаиләһенә оҙата. 1917 йылда Николай Чемберджи Мәскәүгә китә, унда тәүҙә тапёр булып йөрөй, шунан Мәскәү консерваторияһына инә һәм А. Н. Александровтың композиция класын тамамлай. Үҙәк эшсе йәштәр театрының («ТРАМ») дирижёры була[3].

Чемберджи ПРОКОЛЛ (Мәскәү консерваторияһы студенттарының производство коллективы) ағзаһы була. Күмәк башҡарыу өсөн йырҙар, марштар яҙа[4]. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Өфөлә тәүге башҡорт операһы «Ҡарлуғас»ты ижад итә. 1942 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

Н. К. Чемберджи — ҙур симфоник оркестр өсөн күп һанлы әҫәрҙәр авторы, улар араһында — «Тажик сюитаһы», «Молдаван сюитаһы», «Әрмәнстан» симфонияһы, «Сон Дрёмович» балеты[5]. Чемберджиҙы А. В. Нежданова башҡарыуындағы «Улыбка» тигән йыры бик популяр була.

Н. К. Чемберджи йәмәғәт эшмәкәрлегенә күп ваҡытын бүлә, СССР Музыка фондын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша, СССР Композиторҙар союзында яуаплы вазифалар биләй.

Н. К. Чемберджи 1948 йылдың 22 апрелендә вафат була. Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнгән.

Ҡатыны — пианист һәм композитор Зара Александровна Левина; ҡыҙы — филолог Валентина Чемберджи.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1946) — 3-сө ҡыллы квартет өсөн
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1944)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. Bibliothèque nationale de France Nikolaj Karpovič Čemberdži // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. Вся Москва: адресная и справочная книга на 1930 год.
  4. «Есть на Волге утёс», «Красный Кавказ (марш для духового оркестра)», «За донские просторы (Казачья строевая)».
  5. Был поставлен автором либретто К.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Г. Поляновский Н. К. Чемберджи. М.—Л., 1947 — 48 с.;
  • Г. Поляновский Третий струнный квартет Н. К. Чемберджи;
  • Г. Поляновский Живое наследие композитора. — МЖ,1963, № 17;
  • Чемберджи В. Н. В доме музыка жила. — М.: Аграф, 2002.