Егоров Николай Матвеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Николай Матвеевич Егоров битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Егоров Николай Матвеевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 27 май 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Горская Автономная Советская Социалистическая Республика[d], Грозный
Вафат булған көнө 8 апрель 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (94 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Дондағы-Ростов
Һөнәр төрө шағир
Ойошма йәки клуб ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы[d]
Жанр шиғриәт һәм проза
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» юбилейная медаль «Двадцать лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» юбилейная медаль «Тридцать лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» юбилейная медаль «Сорок лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» юбилейная медаль «50 лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» юбилейная медаль «60 лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» юбилейная медаль «65 лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» юбилейная медаль «70 лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «70 лет Вооружённых Сил СССР»
Әүҙемлек осороноң башы Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 199: Функция для отображения свойства не найдена.
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы

Егоров Николай Матвеевич (27 май 1923 йыл — 8 апрель 2018 йыл) — шағир, яҙыусы, 1962 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, 1991 йылдан Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. Грозный ҡалаһының почетлы гражданы (2013). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Егоров Николай Матвеевич Грозный ҡалаһында әрмән ғаиләһендә 1923 йылдың 27 майында тыуған. Әсәһе йыйыштырыусы булып эшләгән, атаһы — заводта станоноксы. Атаһы Беренсе бөтә донъя һуғышында ҡатнаша, батша армияһында уның әрмән фамилияһын рус фамилияһына үҙгәртәләр.

Урта мәктәпте тамамламайса, Николай Матвеевич хәрби училищела уҡый.

Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында разведка взводы командиры, уҡсылар батальонында рота командиры, уҡсылар полкы штаб начальнигының беренсе ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Курскиҙан Волгаға тиклем һуғыштарҙа ҡатнаша һәм ауыр йәрәхәттәр ала. Госпиталдә дауаланғандан һуң инвалидлыҡ ала.

1944 йылда дивизия гәзитендә баҫыла башлай. Һуғыштан һуң киске мәктәпте тамамлай. 1955 йылда КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбенең журналистика факультетын тамамлай

«Грозненский рабочий» гәзитенең сәркәтибе (19461956), «Дон» журналында (19571960), Ростов телерадиокомитетының баш мөхәррире (19601963) булып эшләй.

1962 йылда СССР Яҙыусылар союзына, ә һуңынан — Рәсәй Яҙыусылар союзына ҡабул ителә.

1999 йылдан алып Рәсәй Яҙыусылар союзының Ростов бүлексәһе рәйесе була.

Грозный ҡалаһына үҙенең сәнғәт буйынса шәхси китапханаһын һәм хәҙерге заман сәнғәт коллекцияһын (картиналар, скульптуралар) бүләк итә. Китапханаһын һәм коллекцияларын ул 65 йыл буйына йыйған. 2002 йылдың декабрендә Чечен Республикаһы академияһының почетлы академигы итеп академияның дөйөм йыйылышында һайлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
  • 20 миҙал.
  • «Грозный ҡалаһының почетлы гражданы» исеме Н. Егоровҡа Грозный ҡалаһы советы депутаттары ҡарары (29.04.2013 йыл, № 15) буйынса бирелә. 2013 йылдың 24 майында уның хеҙмәте Чечен Республикаһы парламентының Маҡтау Грамотаһы менән билдәләнә.
  • Евразия яҙыусылар лигаһының «Золотой орел» әҙәби-йәмәғәт премияһы уға «М. А. Мамакаев» ордены менән бергә тапшырыла.
  • «Донда әрмән мәҙәниәтен һаҡлау эшенә ҙур өлөш индереүе өсөн» иҫтәлекле миҙал менән бүләкләнә.
  • Шолохов исемендәге журналистика премияһы, Закруткин, Недогонов исемендәге әҙәби премиялары менән бүләкләнә.
  • Ауыл тураһында иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн премия, ике губернатор премияһы менән бүләкләнә. 2010 йылда Рәсәй рәссамдары Союзының «Оҫталыҡ — юғары рухлылыҡ — ғәҙәттәр» билдәһенә лайыҡ була.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Егоров Николай шиғырҙар, проза һәм публицистик әҫәрҙәр яҙа, шул уҡ өлкәләрҙә тәржемә итеү менән шөғөлләнә.

Егоров Николай Матвеевич әҫәрҙәрҙең айырым баҫмалары:

  • Егоров Н. Первая осень. Очерк. — Грозный: Кн. изд-во, 1955. Как трудно сказать — прощайте. Повесть. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1964,1972.
  • Егоров Н. Очень белые кучевые облака. Повесть, для детей / Н. М. Егоров. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1967.
  • Егоров Н. А любишь ли? / Н. М. Егоров. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1969.
  • Егоров Н. Доверие земли / Н. М. Егоров. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1970.
  • Егоров Н. Перед присягой. Записки рядового Сергея Туманова / Н. М. Егоров. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1973.
  • Егоров Н. Парень — что надо!: повесть / Н. М. Егоров. — Ростов н/Д: Ростовское книжное изд-во, 1975. — 48с.
  • Егоров Н. Всадник на вороном коне: повесть / Н. М. Егоров. — Ростов н/Д: Ростовское книжное изд-во, 1976. — 136с.: ил.
  • Егоров Н. Операция «Дозор»: повесть / Н. М. Егоров. — Ростов н/Д: Ростовское книжное изд-во, 1977. — 144с.
  • Егоров Н. Время решать / Н. М. Егоров. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1978.
  • Егоров Н. Осенние костры: повесть / Н. М. Егоров. — Ростов н/Д: Ростовское книжное изд-во, 1980. — 224с.
  • Егоров Н. Всадник на вороном коне. Операция «Дозор»: повести / Н. М. Егоров. — Ростов н/Д: Ростовское книжное изд-во, 1983. — 272с.
  • Егоров Н. Утреннее море: повесть / Н. М. Егоров. — Ростов н/Д: Ростиздат, 1988.
  • Егоров Н. Как трудно сказать — прощайте. Осенние костры: повести. — Ростов н/Д: Ростиздат. 1989.
  • Егоров Н. Егоров, Н. Храни тебя любовь: проза и стихи /Н. М. Егоров. — Ростов н/Д: Ростовское книжное изд-во, 1992. — 214с.
  • Егоров Н. По крыше ходил дождь. Фантастические рассказы / Н. М. Егоров. — Ростов н/Д: Приазовский край, 1997.
  • Егоров Н. Окно в чужом доме. Роман / Н. М. Егоров. — Ростов н/Д: Приазовский край, 1998.
  • Егоров Н. Вячеслав Мотин. Очерк, серия «Директора России» / Н. М. Егоров. — Ростов н/Д: Новая книга, 2002.
  • Егоров Н. Ефим Мазяр. Очерк, серия «Созидатели» / Н. М. Егоров. — Ростов н/Д: Новая книга, 2003.
  • Егоров Н. Поезд будет в полночь. Маленькая повесть / Н. М. Егоров. — Ростов н/Д: Новая книга, 2003.
  • Егоров Н. Николай Васильев. Очерк, серия «Директора России» / Н. М. Егоров. — Ростов н/Д: Новая книга, 2003.
  • Егоров Н. Слово о Шолохове. Воспоминания, серия «Писатели России» / Н. М. Егоров. — Ростов н/Д: Новая книга, 2005.
  • Егоров Н. Мастера. Воспоминания о писателях / Н. М. Егоров. — Ростов н/Д: Новая книга, 2005

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]