Николай II

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Николай II
рус. Николай II Александрович
ФлагГерб
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2][3][…]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Хеҙмәт итеүе Рәсәй империяһы
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Николай Александрович
Титул Бөтә Рәсәй императоры
Ҡушамат Николай Кровавый
Тыуған көнө 18 май 1868({{padleft:1868|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[4]
Тыуған урыны Пушкин[d], Рәсәй империяһы[5][2]
Дата крещения 20 май (1 июнь) 1868
Вафат булған көнө 17 июль 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[2][6][7][…] (50 йәш)
Вафат булған урыны Екатеринбург, Пермь губернаһы, Совет Рәсәйе[2]
Үлем төрө һомицид[d]
Үлем сәбәбе пуля (снаряд ярсығы) яраһы[d][8]
Ерләнгән урыны Петропавловск соборы
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Александр III[5][9]
Әсәһе Мария Фёдоровна[d][5]
Бер туғандары Михаил Александрович[d], Георгий Александрович[d], Александр Александрович[d], Ольга Александровна[d] һәм Ксения Александровна[d]
Хәләл ефете Александра Фёдоровна[d][5][10]
Сожитель Матильда Феликсовна Кшесинская[d]
Балалары Ольга Николаевна[d][11], Татьяна Николаевна[d], Мария Николаевна[d], Анастасия Николаевна[d] һәм Алексей Николаевич[d]
Нәҫеле Гольштейн-Готторп-Романовтар[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө монарх
Биләгән вазифаһы Бөтә Рәсәй императоры, король Польский[d], Великий князь финляндский[d] һәм член Государственного совета Российской империи[d]
Кемдә уҡыған Жданов, Иван Николаевич[d]
Префикс титула императорское величество[d]
Әүҙемлек урыны Санкт-Петербург[2]
Статус канонизации православный святой[d]
Праздник святого 17 июль
Монограмма
Хәрби звание полковник[d]
Һуғыш/алыш Беренсе донъя һуғышы
Ғәскәр төрө Урыҫ император армияһы[d]
Кем хөрмәтенә аталған Николай Чудотворец[d]
Гимн Боже, Царя храни![d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Святого апостола Андрея Первозванного орден Святого Георгия IV степени орден Святого Владимира 4-й степени орден Святого Александра Невского орден Белого орла орден Святой Анны 1-й степени орден Святого Станислава 1-й степени орден Подвязки Grand Cross of the Order of the Bath рыцарь Большого креста Королевского Викторианского ордена кавалер Большого креста ордена Почётного легиона кавалер Большого креста ордена Нидерландского льва орден Серафимов орден Слона орден Чёрного орла орден Белого сокола орден Людвига орден Святого Губерта орден Вендской короны орден Заслуг герцога Петра-Фридриха-Людвига Большой крест ордена Вюртембергской короны орден Верности Большой крест Королевского венгерского ордена Святого Стефана кавалер Большого креста ордена Святого Гроба Господнего Иерусалимского Knight of the Order of the Most Holy Annunciation кавалер Большого креста ордена Святых Маврикия и Лазаря кавалер Большого креста ордена Короны Италии золотая медаль «За воинскую доблесть» рыцарь ордена Золотого руна Большой крест ордена Христа орден Звезды Румынии орден «Святые Равноапостольные Кирилл и Мефодий» орден «Святой Александр» орден Святого Саввы кавалер Большого креста ордена Князя Даниила I Большой крест ордена Южного Креста орден Соломона орден Восходящего солнца 1 класса (до 2003 года) орден Королевского дома Чакри орден Османие Высший орден Хризантемы с цепью Изге Георгий ордены орден Данеброг Большая лента ордена Леопольда I Королевский венгерский орден Святого Стефана орден Святого Гроба Господнего Иерусалимского орден Золотого руна орден Христа орден Спасителя орден Кароля I Орден Князя Даниила I орден Южного Креста орден Восходящего солнца орден Двойного Дракона орден Благородной Бухары орден Святого Станислава
 Николай II Викимилектә

Никола́й II Алекса́ндрович (6 [18] мая 1868[прим 1], Царское Село — 17 июль 1918, Екатеринбург[12]) — Бөтә Рәсәй Императоры, Польша батшаһы һәм Финляндия Бөйөк Кенәзе (20 октября [1 ноября1894 — 2 [15] марта 1917). Романовтар император йортонан. Гвардия полковнигы (1892); бынан тыш, британ монархтарынан Британия армияһы флоты адмиралы (28 мая [10 июня1908[13][14]) һәм фельдмаршалы (18 [31] декабря 1915 йыл) чинына эйә.

Николай II идара иткән йылдар Рәсәйҙең иҡтисади үҫеше [⇨] һәм бер үк ваҡытта унда социаль-сәйәси ҡапма-ҡаршылыҡтар, 1905—1907 йылдарҙағы революцияға, 1917 йылдың Февраль революцияһы һәм Октябрь революцияһына тиклем барып еткән революцион хәрәкәткә әүерелә; тышҡы сәйәсәттә — Алыҫ Көнсығыштағы экспансия, Япония менән һуғыш, шулай уҡ Рәсәйҙең европа державалары хәрби блоктарында ҡатнашыуы һәм Беренсе донъя һуғышы менән билдәләнә.

1917 йылғы Февраль революцияһында барышында Николай II тәхеттән баш тарта, шунан һуң ғаиләһе менән бергә Царское Селолағы Александровский һарайында өй тотҡонлоғонда тотола. 1917 йылдың йәйендә Ваҡытлы хөкүмәт ҡарары менән ғаиләһе һәм яҡындары менән бергә Тобольск ҡалаһына һөргөнгә оҙатыла, ә 1918 йылдың яҙына большевиктар Екатеринбургҡа күсерә, 1918 йылдың июль айында Ипатьев йорто подвалында ғаиләһе һәм дүрт яҡын кешеһе менән бергә атып үлтерелә.

Рус православие сиркәүе 2000 йылдың 20 авгусында (ҡатыны һәм балалары менән бергә) бирелгәнлеге өсөн ғазап кисереүсе изгеләр булараҡ данланы, элек, 1981 йылда, сит илдәге Рус сиркәүе ыҙа сигеүсе тип данланы.

Исемдәре, титулдары, ҡушаматтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Малайға романовтарҙың традицион — «Николай» исемен ҡушалар. Бынан тыш, был хәлде «бабаһы буйынса исем ҡушыу» (Рюриковичтар заманынан бирле билдәле йола) осрағына ҡайтарып була. Уға йәшләй генә вафат булған атаһының өлкән ағаһы һәм әсәһенең буласаҡ кейәүе — батша улы Николай Александрович (1843—1865) иҫтәлегенә исем ҡушыла, тап шул уҡ ваҡытта, исемдәре, атаһының исемдәре, һәм батша улдарының аҙаш изгеләре (Николай Мирликийский) һәм уларҙың аталарының исемдәре (Александр Невский)[15] тап килгән. Аҙашлыҡ тыуған көнлөк тезоименитство — юлиан календары (Николай Чудотворец) буйынса 6 декабрь.

Тыуғандан бирле титулына ярашлы, Император вғали йәнәптәре (батша хәҙрәттәре) бөйөк кенәз Николай Александрович, тип өндәшкәндәр. Народниктар ойошторған теракт һөҙөмтәһендә 1881 йылдың 1 мартында олатаһы, император Александр II һәләк булғандан һуң һәм атаһы, император Александр III тәхеткә ултырғандан һуң, «вариҫ батша улы цесаревич» титулы менән .тәхет вариҫы булып ҡала.

Император Николай II-нең тулы титулы: «Божиею поспе́шествующею милостию, Мы, Николай Вторы́й[прим 2], Бөтә Рәсәй, Мәскәү, Киев, Владимир, Новгород Императоры һәм Самодержецы; Ҡазан Батшаһы, Әстерхан Батшаһы, Польша Батшаһы, Себер Батшаһы, Таврия Херсонесы Батшаһы, Грузин Батшаһы; Псков ғали йәнәптәре һәм Смоленск, Литва, Волынь, Подольск һәм Финляндия бөйөк кенәзе; Кенәз Эстлянд, Лифлянд, Курляндский һәм Семигаль, Самогит, Белосток, Корель, Тверь, Югор, Пермь, Вятка, Болгар һәм башҡалар Кенәзе; Новагород низовския земли́, Чернигов, Рязань, Полотский, Ростов, Ярославль, Белозерский, Удорский, Обдорский, Кондийский, Витебск, Мстиславский һәм бөтә Төньяҡ илдәре Ғали йәнәптәре һәм Бөйөк Кенәзе; Иверский, Карталинский һәм Кабардинский ерҙәре һәм Арменский өлкәһе Батшаһы һәм Черкасский һәм Тау Кенәздәре эйәһе һәм башҡаларҙың Баптшаһы һәм Хакимы, Төркөстан Батшаһы; Норвегия Вариҫы, Герцог Шлезвиг-Голштейн, Стормарнский, Дитмарсен һәм Ольденбург һәм башҡа, һәм башҡа, һәм башҡалар Герцогы»[16][17].

Ходынка ваҡиғаларына һәм 1905 йылдың 9 ғинуарында булып үткән ваҡиғалар менән бәйле, радикаль оппозиция «Ҡан эскес Николай»[18] тигән ҡушамат таға; совет популяр тарихнәмәһендә шул ҡушамат менән телгә алынды. Ҡатыны уны шәхсән «Ники» тип йөрөткән.

Бала сағы, белеме һәм тәрбиәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Романовы2

Бөйөк кенәз Николай Александрович әсәһе менән. 1870 йыл
Бөйөк кенәз Николай Александрович 3 йәшендә
Николай Александрович биш йәшендә
Цесаревич Николай Александрович. 1889 йыл
Цесаревич Николай Александрович әсәһе менән. 1889 год

Николай II — император Александр III һәм императрица Мария Фёдоровнаның өлкән улы. Тыуыу менән (6.5.1868), суҡынырылып, Николайтип исем ҡушыла [19]. Шул уҡ йылдың 20 майында Ҙур Царскосельский һарайының Воскресенский сиркәүендә император ғаиләһенең духовнигы протопресвитер Василий Бажанов сабыйҙы суҡындыра; восприемниктары: Александр II, Дания королеваһы Луиза, Дания вариҫ принцы Фридрих, бөйөк кенәз ҡатыны Елена Павловна була[20].

Бала сағында Николай һәм уның ир туғандарын Рәсәйҙә йәшәүсе инглиз кешеһе Карл Осипович Хис (Charles Heath, 1826—1900) тәрбиәләй; 1877 йылда вариҫты рәсми тәрбиәләүсе итеп генерал Г. Г. Данилович тәғәйенләнә. Николай ҙур гимназия курсы сиктәрендә йорт белеме ала; в 1885—1890 йылдарҙа — университеттың юридик факультетының дәүләт һәм иҡтисад бүлеге һәм Генераль штаб Академияһы курстарын берләштереүсе махсус яҙылған программа буйынса шөғөлләнә. Уҡыу дәрестәре 13 йыл дауамында алып барылды: беренсе һигеҙ йыл киңәйтелгән гимназия курстары предметтарына арналған, унда сәйәси тарих, рус әҙәбиәте, инглиз, немец һәм француз телдәре (Николай Александрович инглиз телен туған теле кеүек белгән[21][22]) [21][23]) өйрәнеүгә айырым иғтибар бүленә; артабанғы биш йылы буласаҡ дәүләт эшмәкәренә кәрәкле хәрби эште, иҡтисади һәм юридик фндәрҙе өйрәнеүгә арнала, Исемдәре донъяға танылған ғалимдар: Н. Н. Бекетов, Н. Н. Обручев, Ц. А. Кюи, М.. И. Драгомиров, Н. Х. Бунге, К. П. Победоносцев һәм башҡалар лекция уҡый. Улар барыһы ла тик лекция ғына уҡыған. Материалды нисек үҙләштергәнен тикшереү маҡсатында һорау биреү хоҡуғына эйә булмай[24]. Протопресвитер Иоанн Янышев учил цесаревича каноническому праву в связи с историей церкви, главнейшим отделам богословия и истории религии[25] иң төп бүлеге булған сиркәү тарихы менән бәйле ҡануни хоҡуҡтарҙы өйрәткән.

1884 йылдың 6 майында (тәхет вариҫы өсөн) бәлиғ булыу осорона еткәндән һуң, батша хәҙрәттәренең манифесы хәбәр итеүенсә, Ҡышҡы һарайҙың Ҙур сиркәүендә ант бирә[26]. Уның тарафынан бирелгән һәм баҫылып сыҡҡан тәүге акт булып мәскәү генерал-губернаторы Владимир Андреевич Долгоруков исеменә рескрипт була: «Мәскәү ҡалаһы халҡының мохтаж булғандарына» ярҙам итеп таратырға 15 мең һум аҡса бирелә.

Тәүге ике йылда Николай Преображенский полкы сафында кесе офицер булып хеҙмәт итә. Ике йәй лейб-гвардия гусар полкында эскадрон командиры булып хеҙмәт итә, ә һуңынан — артиллерия сафтарында лагерь йыйынында ҡатнаша. 1892 йылдың 6 авгусында полковник дәрәжәһенә эйә була. Шул уҡ ваҡытта атаһы уны, Дәүләт советы һәм Министрҙар кабинеты ултырыштарында ҡатнашырға саҡырып, илгә идара эше курсын аңлата. Юл бәйләнеше министры С. Ю. Витте тәҡдиме буйынса, Николай 1892 йылда, дәүләт хеҙмәтендә тәжрибә туплау маҡсатында, Транссебер тимер юлын төҙөү комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнә. Ғүмеренең 23 йәшенә еткәндә, вариҫ белемдең төрлө өлкәләрендә киң мәғлүмәт алған кеше була.

Белем алыу программаһына атаһы менән бергә Рәсәйҙең төрлө губерналарына сәйәхәт итеү ҙә ингән. Белем алыуын тамамлағанда, атаһы эскадра составындағы «Память Азова» крейсерын Алыҫ Көнсығышҡа сәйәхәт итер өсөн улы ҡарамағына бирә. Туғыҙ ай эсендә оҙатып йөрөүселәре менән бергә Австро-Венгрияла, Грецияла, Мысырҙа, Һиндостанда, Таиландта, Ҡытайҙа, Японияла була, һәм һуңғараҡ — Владивостоктан ҡоро ер буйлап бөтә Себерҙе иңләп, Рәсәйҙең баш ҡалаһына ҡайта. Сәйәхәт барышында Николай шәхси көндәлек алып бара. Японияла Николайға һөжүм ойошторола (ҡара: Инцидент в Оцу); ҡан таптары эҙҙәре ҡалған күлдәге Эрмитажда һаҡлана.

Оппозициялағы сәйәсмән, Рәсәй империяһы Дәүләт думаһының 1-се саҡырылыш ағзаһы Обнинский үҙенең «Һуңғы самодержец» тигән антимонархик хеҙмәтендә Николай «бер мәлдә тәхеттән ныҡышмалы рәүештә баш тартҡан», әммә Александр III талабына буйһоноп, «атаһы иҫән саҡта тәхеткә ултырасағы тураһында манифестҡа ҡул ҡуя»[27].

Тәхеткә ултырыуы һәм хакимлыҡ итә башлауы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Император Николай II һәм императрица Александра Фёдоровна (1894)
Император Николай II һәм императрица Александра Фёдоровна (1894)

Тәүге аҙымдары һәм таж кейҙереү тантанаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Александр III вафатынан һуң бер нисә көн үтеүгә (20.10.1894) (батша хәҙрәттәре манифесы 21 октябрҙә иғлан ителә[прим 3] тәхеткә ултыра; шул уҡ көндө сановниктар, чиновниктар, һарай эргәһендәгеләр һәм ғәскәр ант килтерә[28]), 1894 йылдың 14 ноябрендә Ҡышҡы һарайҙың Ҙур сиркәүендә Александра Фёдоровна менән никахлаша; баллы ай хәтер кисәләре һәм матәм визиттары атмосфераһында үтә[29].

Иң беренсне ҡарарҙары кадрҙар алмаштырыуға бәйле була.

1895 йылдың 27 мартында[30] Рәсәй һәм Бөйөк Британия араһында Памир өлкәһендә «йоғонто яһау биләмәләрен: Зор-Куль (Виктория) күленән алып көнсығышҡа», Пяндж йылғаһы буйлап билдәләнә; Памир улусы Фирғәнә өлкәһенең Ош өйәҙенә (Рәсәй империяһы); Вахан һырты рус карталарында император Николай II һырты тигән исем алды. Императорҙың тәүге ҙур халыҡ-ара акты булып, (11.4.1895), рус эске эштәр министрлығы башланғысы менән (Германия һәм Франция менән) Япон империяһына, Ляодун ярымутрауынан баш тартып, Ҡытай менән төҙөлгән Симоносек килешеүен яңынан ҡарау талабы ҡуйыла.

Петербургта 1895 йылғы 17 ғинуар телмәрендә: «Барығыҙ ҙа белеп ҡуйығыҙ, халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итеп, мәрхүм атайым нисек һаҡлаған булһа, самодержавие башланғыстарын ҡаты һәм тайпылышһыҙ һаҡлаясаҡмын» ти[31].

1910-сы йылдар башында конституцион-демократик партияһының һул ҡанаты вәкиле В. П. Обнинский был телмәргә шундай баһа бирә[32]:

«Был телмәр Николайға ҡарата һалҡын мөнәсәбәткә, земство эшмәкәрҙәрен берләштереп, алдағы азатлыҡ көрәшенә нигеҙ булып торҙо. <…> Был телмәре уның подданныйҙары алдында ла, барса алдынғы донъя күҙ алдында ла аҫҡа тәгәрәүенә алып килде».

Тарихсы Сергей Сергеевич Ольденбург та: «Белемле рус йәмғиәте был телмәрҙе үҙҙәренә ҡаршы сығыу тип аңланы <…> Интеллигенция өҫтән конституцион үҙгәрештәр булырына өмөмтөн өҙҙө. Революцион агитация ныҡлап үҫеште»[33]. Консерватив даирәләр вәкиле К. П. Победоносцев, был телмәрҙе хуплпһа ла, һағайып ҡабул итә[34].

Император Николай II портреты. Н. Я. Яш һүрәте, 1896 йыл
Рәсәй. Император Николай II Австро-Венгрия императоры Франц-Иосиф I менән. 1897 йыл.

Император һәм уның хәләленең коронацияһы 1896 йылдың 26 майында ойошторола. Байрам уйланылып еткермәгәнлектән, халыҡ бик күп йыйыла һәм этеш-төртөш арҡаһында , рәсми мәғлүмәт буйынса, 1379 кеше һәләк була, бер нисә йөҙ кеше зәғифләнеп ҡала. Был һәләкәт йәмәғәтселеккә бик ауыр тәьҫир итә (ҡара: Катастрофа на Ходынском поле). Ходынкала булып үткән хәл һәм Ҡыҙыл йәкшәмбе, 1905 йылдың 9 ғинуар ваҡиғалары, менән бәйле, Николай II батшаны радикаль оппозиция «Ҡан эскес» тип атай[18]. Шул уҡ йылдың апрелендә Түбәнге Новгородта Бөтә Рәсәй сәнәғәт һәм художество күргәҙмәһе ойошторола. Николай II был күргәҙмәне барып ҡарай.

1896 йыдың апрелендә рәсәй хөкүмәте формаль рәүештә Фердинанд I Кенәздең Болгария Кензәлеген таный. Шулай уҡ 1896 йылда Николай II Европа буйлап ҙур сәфәргә сыға, Франц-Иосиф, герман императоры Вильгельм II, Бөйөк Британия королеваһы Виктория (жена Николай II ҡатыны Александра Фёдоровнаның өләсәһе) осраша; сәфәренең ахырында союздаш Өсөнсө француз революцияһы иленең баш ҡалаһына Парижға килә. Сәфәрҙә батшаны сит ил министры иптәше (урынбаҫары) аҙ компетентлы Николай Павлович Шишкин оҙатып йөрөй.

1896 йылдың сентябрендә Бөйөк Британияға килгән ваҡытта 1894—1895 йылдарҙағы әрмәндәргә ҡаршы ойошторолған геноцид арҡаһында Бөйөк Британия менән Ғосман империяһы араһында мөнәсәбәттәр киҫкен төҫ алған була; һәм шул уҡ ваҡытта Петербург менән Константинополь араһында йылылыҡ урынлаша башлған була: королева Викторияның Балморал һарайында ҡунаҡ булғанда, Николай, Ғосман империяһында реформалар проектын бергә төҙөү буйынса риза һымаҡ булһа ла, инглиз хөкүмәте яһаған ғосман солтаны Абдул-Хәмид II-не тәхетенән ҡолатыу һәм Мысырҙы Англия ҡарамағында ҡалдырыу һәм шуға яуап итеп Ҡара диңгеҙ боғаҙҙар буйынса бер ни тиклем ташламалар алыуға риза булмай[35]. Николай Парижға килә, һәм француздар уны Константинополдәге илселәре өсөн Рәсәй һәм Францияның берлектәге инструкцияларын раҫлауға күндерә. Мысыр мәсьәләһе буйынса француздар тәҡдим иткән (шул иҫәптән «Суэцкий каналды нейтралләштереү») һәм Оттоман бурысы Идаралығының вәкәләттәрен киңәйтеү мәсьәләләре буйынса Рәсәй хөкүмәте үҙенең делегатын ебәрергә тейеш булған. Дөйөм алғанда, Төркиә өҫтөнән халыҡ-ара контроль урынлаштырыла, һәм был Рәсәй ниәттәренә ҡаршы килә[36]. Батшаның париж килешеүҙәре Сергей Витте, Владимир Николаевич Ламздорф, Төркиәләге илсе Александр Иванович Нелидов, Веналағы илсе Капнист һ. б.яғынан киҫкен ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Николай күпмелер ваҡыт үҙенең ҡарарын яҡлап маташа, әммә Витте дәлилдәре менән ризалаша. Ламздорф йәне көйөп яҙа: «Йәш батша хәҙрәттәе үҙ ҡараштарын бик тиҙ үҙгәртә»[37]. Тиҙҙән Бельморал килешеүҙәренә кире ҡайталар. Министрҙар ултырышында (23.11.1896) Босфорға Рәсәй десантын хуплайҙар. Уртаса ҡараштар өҫкә ҡалҡып сығыу сәбәпле, десанттан баш тарталар[38]. Николай II һәм Шишкиндың ашығыс аҙымдарынан һуң, 1896 йылдың аҙағына рус дипломатияһы Лобанов-Ростовский һәм Витте пландарына: Франк-рус союзын нығытыу, айырым мәсьәләләр буйынса Германия менән прагматик хеҙмәттәшлек, Көнсығыш мәсьәләһен "туңдырыу" замораживание (йәғни солтанға ярҙам итеү һәм Англия менән Мысыр пландарына оппозиция) нигеҙләнергә тейеш була. Ғосман империяһында (әрмән халҡының яҙмышын еңеләйтеүмәсьәләләре буйынса ла) реформалар проекты солтанға тапшырылмай ҡала[39]. 1897 йылдың мартында, Беренсе Грек-төрөк һуғышынан һуң, рәсәй ғәскәрҙәре Критта халыҡ-ара тыныслыҡ урынлаштырыу операцияһында ҡатнаша.

1897 йыл дауамында Петербургҡа өс дәүләт башлығы: Франц-Иосиф, Вильгельм II, Франция президенты Феликс Фор визит менән килә.

1899 йылдың 3 февраль Манифесы Бөйөк Финляндия кенәзлегендә[40] автономия хоҡуҡтарына ҡул һоноу тип ҡабул ителә һәм халыҡтың ризаһыҙлығына килтерә[41].

Мәғприф торошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй империяһында 1897 йылдың ғинуарында уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәй империяһында йәшәгән халыҡ һаны 125 миллион кеше; шуларҙың 84 миллионы өсөн рус теле туған тел була. 9 йәштән өлкән халыҡтың 27 % (Финляндиянан тыш), 10—19 йәшлек халыҡтың — 34 % грамотаға эйә була. XX быуат башына Рәсәй империяһы халҡы менән башҡа үҫешкән илдәр халҡы араһында грамоталылыҡ кимәле айырмаһы үҙенең максимум күрһәткесенә етә.

Тарихсы Борис Николаевич Миронов билдәләүенсә, 1889 һәм 1913 йылдарға халыҡтың грамотаға эйә өлөшө[42]:

1889 һәм 1913 йй. 9-20 йәштән өлкәнерәк ир-ат/ҡатын-ҡыҙҙар араһында грамоталылыҡ кимәле
(Рәсәй империяһы өсөн грамоталылыҡ — уҡый белеү, башҡа илдәр өсөн — уҡый һәм яҙа белеү)
Рәсәй империяһы Бөйөк Британия Германия АҠШ Австрия Япония Франция
31/13 91/89 97/95 88/85 74/60 97/— 89/81
54/26 99/99 99/99 93/93 81/75 98/— 95/94

Миронов XIX б. аҙағында халыҡта грамоталылыҡҡа ынтылыш барлыҡҡа килде, тип билдәләй[43]. Халыҡтың грамотаһыҙлығы мәсьәләһе П. Н. Игнатьев етәкләгән Халыҡ мәғарифы министрлығы 1906 йылда башланғыс дөйөм белем биреү проектын эшләй. 1908 йылдың 3 майынан мәғариф үҫешенә аҡса бүленә һәм империя территорияһында мәктәптәр асыла. Һөҙөмтәлә синфи йәки милли айырымлыҡтарына ҡарамай, бөтә рәсәй халҡына башланғыс белем биреү билдәләнә[44]. 1916 йылда Рәсәй империяһында 140 меңгә яҡын мәктәп була, мәктәп системаһының инфраструктура параметрҙары күрһәткестәре буйынса (мәҫәлән, халыҡ һанына ҡарата әктәптәр һаны, уларҙың тигеҙ бүленеп ултырыуы, биләмәлә яҡын урынлашыуы, идаралығы һ. б.) ул осорҙағы күпселек дәүләттәрҙән генә түгел, хатта хәҙерге Рәсәй Федерацияһынан да алдараҡ бара[45]. Хөкүмәт мәғариф сығымдарын алға ынтылышлы арттыра: Рәсәй империяһының Халыҡ мәғарифы министрлығы бюджеты 1901 йылда 33,1 млн һум булһа, 1913 йылда 142,7 млн һум тәшкил итә[46].

Юғары һәм урта белемгә ҡағылып, Николай Рәсәйҙә юғары махсус, бигерәк тә урта техник һәм ауыл хужалығы мәктәптәренә мохтаж тигән: «Был резолюцияны минең күрһәтмәм тип ҡабул итергә». Халыҡ мәғарифы министры Игнатьев П.Н. фекеренсә, бындай талап преподаватель составы дефициты менән тормошҡа ашырыуға аяҡ салыуы мөмкин, тип хафаланып яҙа[47].

Бынан тыш, Рәсәй империяһы Николай II хакимлығы осоронда тәбиғи фәндәр һәм инженер мәғарифында күренекле уңыштарға өлгәшә, юғары техник, хәрби-инженер һәм коммерция училищеларында студенттар һаны 40-45 меңгә етә, шулай итеп, 1904—1914 йылдарға (АҠШ менән бер рәттән), Германияны уҙып китеп, техник белем өлкәһендә донъя лидерына әйләнә[48][49][50]. Рәсәй инженер училищелары сығарылыш уҡыусылары араһында, һуңыраҡ, революциянан һуң эмиграцияла, Көнбайыш Европала һәм АҠШ-та тотош өлкә һәм технологик мәктәптәр барлыҡҡа килтерҙе (Игорь Иванович Сикорский, Владимир Козьмич Зворыкин, Алексей Евгеньевич Чичибабин, Владимир Николаевич Ипатьев, Степан Прокофьевич Тимошенко, Георгий Александрович Ботезат һ.б.)[50].

Шулай уҡ Рәсәй, 1907—1916 йылдарҙағы П. Н. Игнатьев реформалары һөҙөмтәһендә, ысынбарлыҡта «өҙлөкһөҙ белем» өлкәһендә пионер булды [51]. Күпселек европа илдәрендә шуға оҡшаш реформалар фәҡәт 1950 — 1960-сы йылдарҙа ғына уҙғарылды[52].

Рәсәй империяһында юғары белемгә эйә кешеләр һаны өҙлөкһөҙ үҫә барған.

1899—1903 һәм 1911—1914 йылдарҙа һәр 10000 кешегә юғары уҡыу йорттары студенттары һаны [53]
Рәсәй Англия Германия Франция
3,5 6 8 9
8 8 11 12

Шулай уҡ европа Рәсәйен, көнбайыш европа һәм көньяҡ илдәренән тағы бер нимә: алдынғы урта белем биреү уҡыу йорттарында ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ уҡыусыларҙың тулы тигеҙлеге айыра[54]. Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙарға тәғәйенләнгән урта белем (аҙаҡ - юғары белем) биреү системаһы үҫешкән була. Рәсәй гимназияларында XX быуат башында уҡ малайҙарға ҡарағанда ҡыҙҙар күберәк уҡыған. Ә европа дәүләттәренең күпселегендә (ХХ быуаттың тәүге тиҫтә йылдарында уҡыусылар һанының 20 % тәшкил итә) был тәңгәлдә артта барғандар[55]. 1917 йылғы революция алдынан яҡшы сифатлы белемгә эйә ҡатын-ҡыҙ сығарылыш уҡыусылары Германия, Франция һәм Англия менән сағыштырғанда, күп була, һәм улар көнбайыш европа университеттапына уҡырға ингән. Мәҫәлән, Швейцария юғары уҡыу йорттарында XIX быуат урталарында швейцар ҡатын-ҡыҙҙарынан күберәк рус ҡыҙҙры уҡыған[55]. Шулай уҡ, Рәсәй империяһы түбән ҡатлам халҡының уҡыу мөмкинлектәре индексы күрһәткесе көнбайыш европа күрһәткесенән бер нисә тапҡырға артығыраҡ була[56].

Иҡтисад сәйәсәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Николай II 1900 йылдың 11 (24) майында крейсер "Аврора"ны һыуға төшөрә
Петербург. Николай II һәм императрица Александра Фёдоровна яңы караптарҙы ҡарарға бара. 1903 йыл

Көнбайыш төбәктәрҙә 1863 йылғы Польша ихтилалы өсөн поляк сығышлы ер биләүселәргә индерелгән айырым һалым, 1900 йылдың 12 июнь Указы менән, сәйәси һөргөн һаҡланһа ла, енәйәтселәрҙе Себергә һөрөү юҡҡа сығарыла[57].

Дөйөм оҙонлоғо 1898 йылда 44 мең км, 1913 йылға 70 мең км тәшкил иткән тимер юлдар төҙөлөшө дауам итә. Тимер юлдарының барлыҡ оҙонлоғо буйынса Рәсәй, АҠШ-ҡа ғына етә алмай, европа илдәренең барыһын да уҙып киткән була, әммә һәр йән башына тимер юл менән тәьмин ителеү буйынса АҠШ-тан да, ҙур европа илдәренән дә артта була. Батшалыҡ итә башлағанда тимер юл төҙөү дәррәү барһа (1895—1899 йй. биш йыллыҡта йылына 2751 саҡрым), һуңғараҡ һиҙелерлек әкрен бара: 1907—1912 йй. тотош биш йылға ни бары 2952 саҡрым ғына төҙөлә — был талаптарға тап килмәй — 1902—1912 йй. хәрәкәт тығыҙлығы 36 %-ҡа, ә юл селтәре — 20 %-ҡа ғына артҡан. Сәнәғәт һәм сауҙа вәкилдәре съезы Советының 1913 йылдың 9 май докладында был турала иҫкәртелә: «Эш былай барһа, беҙ бөтә йөктәрҙе лә ташып өлгөрә алмаясаҡбыҙ, һәм ил үтә ауыр көрсөккә төшәсәк». Генерал-инженер Петров баһалауынса, хәлде илдәге иҡтисад мәнфәғәттәренә тап килтерер өсөн, йылына 5000 саҡрым төҙөр кәрәк. Шәхси башланғыстарҙы тотҡарлау кире тәьҫир итә — әүҙем матди мөмкинлектәр табыуға һәм етди аҡса һалыныуға ҡарамаҫтан, яңы тимер юлдар төҙөү буйынса юллауҙар сикһеҙ һаран ҡәнәғәтләндерелә[58].

Көнсығышҡа хәрәкәт һәм рус-япон һуғышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Император Николай II портреты. Рәссам Липгарт Э. К., 1900 йыл
Николай II осорондағы ополчен билетында девизы һәм монограммаһы менән Ополчен тәреһенең һүрәтләнеше.

Һарай яны тарихсыһы С. С. Ольденбург 1895 йылда император Алыҫ Көнсығышта өҫтөнлөк итер өсөн Япония менән бәрелеш булырын — дипломатик һәм хәрби яҡтан әҙер торорға кәрәклеген белгән[59].

1896 йылдың 22 майында Мәскәүҙә Рәсәй империяһы һәм Ҡытай араһында Японияға ҡаршы хәрби килешеү төҙөлә; Ҡытай Төньяҡ Маньчжурия аша Владивостокка тимер юл төҙөүгә ризалыҡ бирә, уны төҙөү һәм файҙаланыу Рус-Ҡытай банкына тапшырыла. 1896 йылдың 8 сентябрендә ҡытай хөкүмәте һәм Рус-Ҡытай банкы араһында Ҡытай-Көнсығыш (КВЖД) тимер юлын төҙөү буйынса концессион килешеү эшләнә. 1898 йылдың 15 мартында Пекинда Рәсәй һәм Ҡытай араһында, Рәсәйгә Порт-Артур (Люйшунь) һәм Далянь порттарын һәм уларҙың тирә-яғы территориялары һәм һыу яҫылығы менән 25 йылға ҡортомға алыу тураһында Рус-Ҡытай конвенцияһы төҙөлә; бынан тыш, ҡытай хөкүмәте КВЖД Йәмғиәтенә бер пункттан Дальнийға һәм Порт-Артурға тимер юл тармағы (Көньяҡ Маньчжурия тимер юлы) биргән концессияны таратыуға рөхсәт бирә.

1898 йылдың 12 авгусында Николай II сит ил эштәре министры граф Михаил Николаевич Муравьёвҡа Петербургҡа килгән ситдержавалар вәкилдәренә хөкүмәт мөрәжәғәтен (циркуляр нота) таратырға ҡуша. Николай батша тыныслыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса конференцияға йыйылыу тәҡдим итә[60][61]. 1899 һәм 1907 йылдарҙа Гаага тыныслыҡ конференцияһы үтә. Уның айырым ҡарарҙары бөгөнгө көнг тиклем эшләй (Гаагала Даими арбитраж суд йәғни Третейский судының айырым палатаһы булдырыла). Гаага тыныслыҡ конференцияһын йыйыу инициативаһы менән сығыш яһағаны һәм уны үткәреүгә индекргән өлөшө өсөн Николай II (һәм билдәле рус дипломаты Мартенс Фёдор Фёдорович) 1901 йылда Нобель премияһы исемлегенә индерелә[62]. В Секретариате ООН по сей день стоит бюст Николая II и помещено его Обращение к державам мира о созыве первой Гаагской конференции.

Рәсәйҙең Ляодун ярымутрауын ҡортомға алып, Ҡытай-Көнсығыш тимер юлын төҙөүе һәм Порт-Артурҙа диңгеҙ базаһына нигеҙ һалыуы, Рәсәйҙең Манчжуриялағы йоғонтоһо Япония мәнфәғәттәренә ҡаршы килә.

1904 йылдың 24 ғинуарында япон илсеһе рус сит ил эштәре министры Владимир Николаевич Ламздорфҡа ике ил араһында һөйләшеүҙәрҙе өҙөү тураһында нота тапшыра. 1904 йылдың 26 ғинуар кисе япон флоты һуғыш иғлан итмәйсә порт-артур эскадраһын һөжүм итә. 1904 йылдың 27 ғинуарында Батша хәҙрәттәре Николай II Манифесы Японияға һуғыш иғлан итә.

Ялу йылғаһындағы, Ляоянь эргәһендәге, Шахэ йылғаһындағы, Сандепу һәм Мукден алыштары; был һуғыштар рус армияһы өсөн уңышһыҙ тамамлана.

1904 йылдың 20 декабрендә Порт-Артур бирелә. К. Н. Рыдзевский, Александра Богданович көндәлегенә буйынса, Николай II-нең ваҡиғаға битарафлығын һүрәтләй[прим 4]:

«Ватанын яратҡан һәр кешене ҡайғыға һалған яңылыҡты батша битараф ҡабул итте, һағыш күләгәһе тойолоп та ҡараманы. Сахаров хәбәрен һөйләргә тотондо, кның көләмәстәре һәм хахылдауҙар туҡтаманы. Сахаров батшаны әүрәтә белә. Ҡыҙғаныс һәм асыу ҡабартырлыҡ түгелме ошо күренеш!»[63]

Юрий Никифорович Данилов бындай хәлдә Николайҙың («таш, боҙ кеүек һалҡын ҡанлылығы»); хәбәрҙәрҙән билдәле булғанса, Порт-Артур бирелер алдынан[64]:

«Батша поезында күпселек ваҡиғаларҙың мөһимлегенән һәм ауырлығынан хәсрәтләнә ине. Әммә Император Николай II бер үҙе генә тиерлек таш кеүек һалҡын булды. Ул элеккесә, Рәсәй буйлап дөйөм нисә саҡрым үтеүе менән ҡыҙыҡһына, һунар эпизодтарын хәтерләп һөйләп ала, үҙенә осрағандарҙың уңайһыҙланғанын күреп ала һ. б.… 1915 йылда беҙҙең ғәскәрҙәрҙең Галичинанан ауыр сигенгән сағында ла ул шулай һалҡынлыҡ күрһәтте; икенсе йылда, Батшаның йәмәғәт даирәләре менән бәйләнештәре тамам өҙөлгән саҡта, һәм 1917 йылдың март көндәрендә Псковта тәхеттән баш тартҡан көндәрҙә».

Николай II был ваҡиға тураһында көндәлегенә[65]:

«21 декабрь. Шишәмбе. Төндә Анатолий Михайлович Стесселдән гарнизондың күп юғалтыуҙары һәм сирләүе һәм снарядтарҙы тулыһынса атып бөтөү сәбәпле, Порт-Артурҙы япондарға биреү тураһындағы тетрәндергес хәбәр алдым! Алдан шулай булыры күҙалланһа ла, ауыр һәм ҡыйын, ләкин армия ҡәлғәне ҡотҡарырына ышанғы килә ине. Һаҡлаусылар барыһы ла ҡаһарман күҙ алдына килтергәнгә ҡарағанда артығын эшләне. Тимәк, Аллаһы тәғәлә ихтыяры менән!»
"Аврора" крейсеры һуғыштарҙан һуң Манилалағы рейдта. 1905 й.

Порт-Артур ҡәлғәһе еңелгәндән һуң, күп кеше хәрби кампания ыңғай тамамланырына ышанмай. Патриотик кәйеф ярһыу һәм төшөнкөлөк менән алмашына. Был хәл хөкүмәткә ҡаршы агитация һәм тәнҡит үҫешенә килтерә. Император был тик ваҡытлыса ғына уңышһыҙлыҡ тип иҫәпләй. Ул тыныслыҡ теләй, хәрби яҡтан көскә таянған почётлы тыныслыҡ теләй. 1905 йылдың яҙы тамамланыуға хәрби хәлдең үҙгәреүе бик йыраҡ перспективала икәне тойола.

1905 йылдың 15 майында Цусима диңгеҙ алышында рус флоты тотошо менән тиерлек ҡыйратыла. АҠШ илсеһе Мейер императорға америка президенты Теодор Рузвельттың тыныслыҡ килешеүе буйынса аралашсы бүлыу теләген еткерә. 1905 йылдың 30 майында Рузвельт тәҡдиме ҡабул ителә. Рус делегацияһын батша вәкиле С. Ю. Витте етәкләй. 1905 йылдың 23 авгусында Портсмут тыныслыҡ килешеүенә рус вәкилдәре С. Ю. Витте һәм Р. Р. Розен ҡул ҡуя. Уның шарты буйынса, Рәсәй Кореяны Япония йоғонтоһо аҫтында тип таный, Японияға Көньяҡ Сахалинды һәм Порт-Артур һәм Дальний ҡалпалары менән Ляодун ярымутрауына хоҡуғын бирә.

1925 йылда америка тикшеренеүсеһе Т. Деннетт, күпселек Япония май һуңына хәлһеҙләнгән була, һәм фәҡәт тыныслыҡ килешеүе генә уны тулыһынса ҡыйратылыуҙан ҡотҡара тип яҙҙы[66]. Япония һуғышҡа 2 млрд иенға яҡын аҡса түгә, ә дәүләт бурысы 600 млн иендан 2,4 млрд иенға саҡлы үҫә. Процент буйынса ғына япон хөкүмәте 110 млн иен түләгән. Сит илдән алған дүрт займ япон бюджетына ятҡан ҙур йөк була. Япондар Т. Рузвельтҡа башлап үҙҙәре мөрәжәғәт итә.

Рус-япон һуғышында еңелеү (ярты быуат эсендә тәүге тапҡыр) һәм 1905—1907 йй. революцияны баҫтырыу (Григорий Распутин йоғонтоһо тураһында име-мимештәр таралыуы) идара итеү һәм интеллигент даирәләрендә император абруйының ҡаҡшауына килтерә[прим 5].

1905—1907 йылдарҙағы Революция[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Николай II портреты. Преображенский полкы офицеры тужуркаһында. Рәссам Серов В. А., 1900 й. тирәһе

1905 йылдың 9 ғинуарында Санкт-Петербургтағы ваҡиғалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рус-япон һуғышы башланыу менән, Николай II либераль даирәләргә бер ни тиклем юл ҡуя: эске эштәр министры В. К. Плевены эсер боевигы үлтергәндән һуң, ул посҡа либерал тп һаналған Пётр Дмитриевич Святополк-Мирскийҙы тәғәйенләй; Сенатҡа 1904 йылдың 12 декабрь указы менән земстволар хоҡуҡтарын киңәйтеүҙе, эшселәрҙе страховкалау, инородецтарҙы эмансипациялаусы, цензураны бөтөрөү тураһындағы вәғәҙәләрен бирә[67]. Указ тексын тикшергәндә, ул граф Виттеға[прим 6]: «Аллаһы тәғәлә тарафынан ышанып тапшырылған халҡыма был зыянлы булғанын беләм, һәм бер ҡасан да, бер осраҡта ла вәкәләтле идаралыҡҡа риза булмаясаҡмын» ти.

Санкт-Петербургта 1905 йылғы 9 ғинуар ваҡиғалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Санкт-Петербург эшселәре һәм халҡының 1905 йылғы 9 ғинуар петицияһы

1905 йылдың 9 ғинуарында Петербургта рухани Георгий Аполлонович Гапон инициативаһы менән эшселәрҙең Ҡышҡы һарайға тантаналы атлауы ойошторола. 6—8 ғинуар көндәрендә рухани Гапон һәм бер төркөм эшсе император исеменә Санкт-Петербург эшселәренән һәм халҡынан иҡтисади талаптар менән бер рәттән ҡайһы бер сәйәси талаптар ҙа яҙылған Петиция төҙөй. Петицияның төп талабы чиновниктарҙың бюрократия власын юҡҡа сығарыу һәм Учредительный йыйылыш формаһындағы халыҡ вәкәләтлеген булдырыу тора[68]. Петиция төҙөү һәм уны батшаға тапшырырға тырышыу быға тиклем властар хупларға ынтылмаған күп һанлы забастовкалар эҙемтәһе була. Был күпселеге монархия яҡлы булған (аҡ батшаға ышанған) эшселәрҙе ышанысын бөтөрә һәм радикаль кәйеф үҫеүенә килтерә. Хөкүмәткә петицияның сәйәси эстәлеге билдәле булғас[69], эшселәрҙе Ҡышҡы һарайға яҡынайтмау, кәрәк булһа, көс менән туҡтатыу ҡарары ҡабул ителә[70][71]. 6 ғинуар кисе бөйөк кенәз Владимир Александрович командалығында хәрби штаб төҙөлә, һәм баш ҡалаға ғәскәр туплау башлана (Крещение Господне уңайынан тантаналар ваҡытында картечь снарядының осраҡлы атыуы ла етди борсолоуға һалған була). Икенсе көндө хәл асыҡланғас, министрҙар кәңәшмәһендә хәрби хәл иғлан итмәҫкә һәм Гапонды ҡулға алмаҫҡа ҡарар ителә[72]. Әммә 8 ғинуарҙа һарай министры Фредерикс, императорҙың яҡын дуҫы, Царское Селонан килеп эске эштәр министры П. Д. Святополк-Мирскийҙы ҡыҙырта, хәрби хәл иғлан итеү һәм Гапонды ҡулға алыу тураһында Бойороҡ тапшыра. Бынан һуң Святополк-Мирский яңы кәңәшмә йыя, ғәскәрҙәр диспозицияһын раҫлай, Гапон менән аралашыуҙан баш тарта[73], 8 ғинуар кисе императорға хәбәр итә[74], хәрби хәл иғлан итмәүен үтенә[75]. Совет тарих фәне раҫлауҙарына ҡаршы, Николай II атыу тураһында бойороҡ биргәнме юҡмы, билдәһеҙ, министрҙарҙың батшаға шәхси докладтары протоколланмаған[76]. Ғәскәргә, демонстранттарҙы Һарай майҙанына индермәүҙән башҡа, өҫтәмә бойороҡтар бирелмәй. Хөкүмәт аппаратының дөйөм йүнәлешен гвардия ғәскәрҙәре һәм Санкт-Петербург хәрби округы штабы начальнигы генерал Николай Фёдорович Мешетич һуңынан: «Атыу тураһында әйткәндә, был ғәскәрҙе йәлеп итеүҙең эҙемтәһе. Уларҙы парадҡа саҡырмағандар ҙа инде?»[77].

1905 йылдың 9 ғинуарында тәреләр, хоругвялар, иконалар һәм император портреттарын тотҡан күп меңле эшсе колонналары ҡаланың төрлө осонан Ҡышҡы һарайға хәрәкәт итә, колонналарҙың береһе алдынан Гапон килә. Заставаларҙа колонналарҙы ғәскәр ҡаршылай. Халыҡ тулҡынын кавалерия һөжүме тарата алмаған осраҡта, винтовка залптары ишетелә. Эшселәрҙең бер өлөшө батшаға петиция тапшырыу маҡсатында Һарай майҙанына үтеп инә (батша 6 ғинуарҙа кис үк Царское Селоға киткән була), һәм өгөтләү мөрәжәғәттәренән һуң заптар ярҙамында таратылған. Атыуҙар ураһында билдәле булғас, Невский проспектта радикаль лозунгылар аҫтында стихиялы митингтар башлана, ярһыған халыҡ полицейскийҙарҙы туҡмай башлай, полковник Николай Карлович Риман отряды ут асҡандан һуң, халыҡ тарала. Васильевский утрауының 4-се линияһында ҡыҙыл байраҡ эленгән баррикада төҙөлә.

Рәсми докладтарҙа ғәйепле итеп эшселәр күрһәтелә[78], и войска вынуждены были произвести по колоннам ружейные залпы[78], ҡала үҙәгендә 150 мең кеше була[69]. Отчётта эшселәр яғынан ғәскәргә ут асыу тураһында ялған хәбәр бар, баҡтиһәң, Нарва ҡвпҡалары янында ике полицейский 93-сө пехота Иркутск полкы залпы ҡорбаны булған[79][80]. Хөкүмәт рәсми мәғлүмәттәре буйынса, 9 ғинур көндө 130 кеше һәләк була һәм 299 кеше яралана. 10 ғинуарҙа һәләк булғандарҙы ашығыс рәүештә дөйөм ҡәберлектә ерләйҙәр[78]. Совет тарихсыһы Владимир Иванович Невский иҫәпләүенсә, үлтерелгәндәр 200, яраланғандар — 800-гә яҡын була[81]. 9 ғинуар кисе Николай II көндәлегенә түбәндәгене яҙа: «Ауыр көн! Эшселәрҙең Ҡышҡы һарайға барып етергә теләүе арҡаһында Петербургта етди сыуалыштар булды. Ғәскәрҙәр ҡаланың төрлө урындарында атырға тейеш ине, күп кеше вафат булды һәм яраланды. Аллам, ҡалай ҡыйын һәм ауыр!»[82]

1905 йылдың 9 ғинуар ваҡиғалары рус тарихында боролошло мәл була һәм 1905—1907 йылдарҙағы Беренсе рус революцияһына алып килтерә. Либераль һәм революцион оппозиция килеп сыҡҡан хәлдә император Николайҙы ғәйепләй. Полиция эҙәрлекләүенән ҡасып ҡотолған рухани Гапон 1905 йылдың 9 ғинуар кисендә эшселәрҙе ҡораллы ихтилалға һәм династияны ҡолатырға өндәүсе саҡырыу яҙа. «Йыртҡыс-батша, уның ҡаҙна урлаусы чиновниктары һәм рус халҡын талаусылар ҡоралһыҙ туғандарыбыҙҙы, ҡатындарыбыҙҙы һәм балаларыбыҙҙы аңлы рәүештә үлтерергә теләнеләр һәм үлтереүсегә әйләнделәр. Пули царских солдат, убивших за Нарва заставаһында батша портреттарын тотоп барған эшселәргә һәм портреттарға атҡан батша һалдаттары пулялары беҙҙең батшаға ышанысыбыҙҙы үлтерҙе. Халыҡ ҡарғаған батшанан, уның батша йылан тоҡомдарынан, уның министрҙарынан һәм бәхетһеҙ рус ерен талаусыларынан үс алайыҡ, туғандар! Барыһына ла үлем!»[83] «Освобождение» либераль журналы редакторы Пётр Бернгардович Струве «Халыҡ йәлләде» мәҡәләһендә: «Халыҡ уға килде, халыҡ уны көттө. Батша халҡын ҡаршыланы. Уның ҡайғылы һәм ышаныулы һүҙҙәренә нагайкалар, ҡылыс һәм пулялар менән яуап бирҙе. Петербург урамдарында ҡан ҡойолдо һәм халыҡ менән ошо батша араһындағы бәйләнеш мәңгегә өҙөлдө. Халыҡҡа сығырға теләмәгән һауалы залиммы ул, үҙе көс алған стихияға йөҙгә йөҙ баҫып һөйләшергә өрккән ерәнгес ҡурҡаҡмы — 1905 йылдың 9 май ваҡиғаларынан һуң батша Николай асыҡтан-асыҡ халыҡ дошманы һәм йәлләде булып ҡалды»[84]. Революцион матбуғатта 9 ғинуар көнө «Ҡанлы йәкшәмбе» тип аталды[85].[86] һәм шулай СССР һәм Рәсәй тарихнамәһенә инде.

Николай II-нең трагедияға ҡарашын [87] яңы ҡала башлығы Трепов махсус һайлап алған эшселәр делегацияһын ҡабул иткәндә әйтә. Николай делегаттарға «Миңә үҙегеҙҙең нужағыҙ тураһында боласыл өйкөлөш менән килеп белдереүегеҙ — енәйәтсел» ти, һуңынан уларҙы ғәфү итә.

Революцияның үҫеше. 17 октябрь Манифесы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1905 йылдың 4 февралендә Мәскәү Кремлендә террорист бомбаһынан сиктән тыш уң сәйәси ҡарашы менән ағаһының улына йоғонто яһаусы бөйөк кенәз Сергей Александрович үлә.

Илдә стачкалар дауам итә; империя сиктәрендә лә сыуалыштар башлана: Курляндияла «Лесные братья» немец помещиктарын, Кавказда әрмән-татар һуйышы башлана. Революционерҙар һәм сепаратистар Англия һәм Япониянан аҡса һәм ҡорал ярҙамы ала[88].

Файл:Письмо императора Николая II императрице Марии Федоровне.jpg
Николай II-нең императрица Мария Фёдоровнаға хаты. 14 ғинуар, 1906.

флотта һәм төрлө ҡалаларҙа ихтилалдар тоҡана. Мәскәүҙәге декабрь ихтилалы иң ҙуры була. Шуның менән бер рәттән эсер һәм анархист индивидуаль терроры тарала. Революционерҙар меңәрләгән чиновникты, офицерҙы һәм полицейскийҙы үлтерә — 1906 йылда ғына 768 власть вәкилдәре йә агенттары үлтерелә һәм 820 яралана[89]. 1905 йылдың икенсе яртыһында сыуалыштар университеттарҙа һәм духовный семинарияларҙа үтә. Оппозицион партиялар матбуғатта самодержавиеға һөжүм итә[90].

Петербург. Дәүләт Советы һәм Дәүләт Думаһы асылыу ыңғайынан Ҡышҡы һарайҙағы ғибәҙәт. 1906 й. 27 апреле

1905 йылдың 6 авгусында Дәүләт Думаһы булдырыу тураһында манифест — Дәүләт Думаһы тураһында закон һәм Думаға һайлауҙар тураһында — иғлан ителә. Әммә революция 6 август акттарын аша атлап үтә: октябрҙә бөтә рәсәй сәйәси стачка башлана, 2 млн атыҡ кеше баш күтәрә. Бик оҙаҡ икеләнгәндән һуң, 1905 йылдың 17 октябрендә Николай Манифесҡа ҡул ҡуя: «1. Халыҡҡа шәхестең, ысынлап тейелмәҫлеген, намыҫ, һүҙ, йыйылыш һәм создарға берләшеү азатлығын тәьмин иткән ҡаҡшамаҫ гражданлыҡ азатлығы бирергә. <…> 3. Дәүләт Думаһы хупламайса тороп бер закон да көсөнә кермәҫлек итеп, халыҡ һайлап ҡуйған властың ҡанундарға таянып эшләгәнен ысынлап күҙәтеү мөмкинлеген ҡаҡшамаҫ ҡағиҙәгә әйләндерергә»[91]. 1906 йылдың 23 апрелендә Рәсәй империяһының закон сығарыу процесында Думаның яңы ролен иҫәпкә алған Төп дәүләт закондары раҫлана. Либераль йәмәғәтселек фекере буйынса, манифест сикләнмәгән рус монарх власының ахырын белдерә. Манифестан һуң өс аҙна үтеүгә, терроризм өсөн хөкөм ителгәндәрҙән башҡа, сәйәси тотҡондарға амнистия иғлан ителә; 1906 йылдың 26 апрелендә теләһә ниндәй цензура тыйыла.

Манифест сыҡҡндан һуң, забастовкалар кәмей; ҡораллы көстәр (флоттан тыш) антҡа тоғролоҡ һаҡлай; Николайҙың өнһөҙ хуплауы менән киҫкен уң монархия яҡлы йәмәғәт ойошмаһы — Рус халҡы союзы барлыҡҡа килә.

Ике революция араһындағы тиҫтә йыл[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эске һәм тышҡы сәйәсәт ҡаҙыҡтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1907 йылда Бөйөк Британия менән Ҡытайҙа, Афғанстанда һәм Персияла йоғонто өлкәләре яйға һалына — Антанта тигән атама менән билдәле булған Тройственный килешеүгә (Triple-Entente) нигеҙ һалына[92]; был осорҙа ике яҡлы хәрби йөкләмәләр Рәсәй һәм Франция араһында була[92][93]. 1908 йылдың 27-28 майында британия Короле Эдуард VII батша менән — Ревель (Таллин) гаванендә рейдта осраша; король батшаға британия флоты адмиралы мундирын бүләк итә[13][14]. Монархтарҙың Ревелдә күрешеүен Берлин Германияға ҡаршы коалиция булдырыу тип аңлай[94] — несмотря на то, что Николай был убеждённым противником сближения с Англией против Германии[95].

Николай II 1913 йылда

Рәсәй һәм Германия араһындағы Потсдам килешеүе (6.8.1911) уларҙың ҡапма-ҡаршы яҡтарҙа тороп ҡалыуын тотҡарлай алмай.

1912 йылда Ҡытайҙан бойондороҡһоҙлоҡ алған Монголия (Синьхай революцияһы) ысынында Рәсәй протектораты була. 1914 йылдың 4 апрелендә Урянхай крайында тывалар (Енисей губернаһы составында) Рәсәй протектораты аҫтына инә. Тывалағы сәйәси һәм илселек эштәре Иркутск генерал-губернаторына тапшырыла.

1912 йылдың көҙөндә Балҡан союзы һәм Төркиә араһында Беренсе Балҡан һуғышы башлана[прим 7].

Балҡан һуғышына бәйле, Австро-Венгрияның Рәсәйгә ҡарата ҡыланышы асыу килтергес була, 1912 йылдың ноябрендә өс рәсәй хәрби округының ғәскәрен саҡырыу тураһында хәбәр ҡуҙғатыла, ләкин премьер-министр императорҙы илде һуғышҡа тарттырмаҫҡа өгөтләй[96].

1913 йылда Романовтар йортоноң 300 йыллығы киң билдәләнә: император ғаиләһе Мәскәүгә, Владимирға, Түбәнге Новгородҡа, шунан Волга буйлап Костромаға бара. Кострома ҡалаһындағы Ипатьев монастырында (14.3.1613) Романовтарҙың беренсе батшаһы — Михаил Фёдорович саҡырылған була; 1914 йылдың ғинуарында Петербургта династияның юбилейы хөрмәтенә төҙөлгән Фёдоровский соборын тантаналы изгеләндереү ойошторола.

Династияның беренсе батшаһы Михаил Фёдорович һәм Николай II портреттары менән Романовтар йортона 300 йыл юбилей 1 һумы. Көмөш, 1913 й.
Николай II Романовтар йортоноң 300 йыллығын билдәләгәндә. 1913 й.

Николай II һәм Дума[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүге ике Дәүләт думаһы тормошсан булмай сыға. Улар таратыла. I Дума тарҡатылғандан һуң, Министрҙар Советы рәйесе итеп Пётр Аркадьевич Столыпин тәғәйенләнә. Столыпиндың аграр сәйәсәте, сыуашлыштарҙы уңышлы баҫтырыуы, II Думалағы сағыу сығыштары өсөн ҡайһы бер уңдар уны кумир итеп күтәрә.

Дәүләт Думаһын почётлы килеп күреүселәрҙең Алтын китабында Николай II-нең автографы. 9 февраль, 1916 йыл

Рәсәй империяһының II саҡырылыш Дәүләт Думаһы, һайлауҙарҙа социал-демократтар һәм эсерҙар ҡатнашҡанлыҡтан, беренсеһенә ҡарағанда ла һулыраҡ булып сыға. Столыпин Думаның составын үҙгәртергә тырыша. Социал-демократтар көс ҡулланып дәүләт ҡоролошон үҙгәртеү буйынса йәшерен эшмәкәрлек алып барғаны асыла. Ҡаршы тороуҙың эҙемтәһе булып батша хәҙрәттәренең II Думаны тарҡатыу буйынса ҡул ҡуйған 1907 йылдың 3 июнь манифесы барлыҡҡа килә. 1905 йылдың 17 октябрь манифесына ҡапма-ҡаршы торғаны өсөн, совет тарихнамәһендә ул «Өсөнсө июнь түңкәрелеше» тип аталды (Дәүләт Думаһы хупламай тороп бер документ та ҡабул ителергә тейеш булмай!).

Генерал А. А. Мосолов фекеренсә, Николай II Дума ағзаларын халыҡ вәкилдәре итеп түгел, «ғәҙәти интеллигент» тип ҡабул иткән, һәм батшаның крәҫтиән делегацияларына ҡарашы бөтөнләй башҡа булған: «Батша улар менән бик теләп осраша һәм бер ҙә арымай, оҙаҡ итеп, шатланып һәм яғымлы һөйләшә ине»[97].

Ер реформаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1902—1905 йылдарҙа дәүләт кимәлендә яңы аграр закон эшләү менән дәүләт эшмәкәрҙәре лә, Рәсәй ғалимдары ла: Вл. И. Гурко, С. Ю. Витте, И. Л. Горемыкин, А. В. Кривошеин, П. А. Столыпин, Пётр Петрович Мигулин, Николай Николаевич Кутлер һәм А. А. Кауфман шөғөлләнгән. Общинаны тарҡатыу мәсьәләһен тормош үҙе ҡуйған. Революция ҡыҙған осорҙа Н. Н. Кутлер хатта алпауыт ерҙәренең бер өлөшөн тартып алыу проектын тәҡдим итә.

1907 йылдан столыпин аграр реформаһы тормошҡа ашырыла башлай. Реформаның төп йүнәлеше булып элек коллектив милектә булған ауыл общинаһы ерҙәрен милексе крәҫтиәндәргә беркетеү торған. Дәүләт шулай уҡ крәҫтиәндәрҙең алпауыт ерҙәрен һатып алыуына ла киң ярҙам ойошторған (Крәҫтиән ер банкыһы кредиты аша), агроном ярҙамына субсидия бүлгән. Реформаны үткәргәндә аралашҡан баҫыуҙар күренешенә (крәҫтиән бик күп баҫыуҙарҙа ваҡ ер һыҙаттарын эшкәртеүе) ҡаршы көрәшкә ҙур иғтибар ителгән, хужалыҡтың һөҙөмтәлелеген күтәреү маҡсатында крәҫтиәндәргә участканы «бер урындан» (ҡырҡым отруба, утар) бирергә тырышҡандар. Ерҙе файҙаланыу буйынса бик күләмле хеҙмәттәр талап иткән реформа шаҡтай аҡрын йәйелдерелгән. Февраль революцияһына тиклем крәҫтиәндәрҙең шәхси милегендә община ерҙәренең 20 % беркетелгән була; реформаның күҙгә ташланып торған һәм ыңғай һөҙөмтәләре тулы күләмдә беленеп өлгөрмәне.

1913 йылда Рәсәй (висла буйы губерналарын иҫәпкә индермәй) арыш, арпа һәм һоло етештереү буйынса донъяла беренсе урында, на третьем бойҙай етештереү буйынса (Канада һәм АҠШ-тан ҡала) өсөнсө урында, картуф етештереү буйынса (Франция, Германия һәм Австро-Венгриянан ҡала) дүртенсе урында торған[98]. Рәсәй донъяла ауыл хужалығы продукцияһының төп экспортёры була, уға ауыл хужалығы продукцияһын сит илдәргә сығарыу күрһәткесе буйынса бөтә донъя экспортының 2/5 өлөшө тура килгән. Игенселек уңышы инглиз йәки герман уңышынан өс тапҡырға кәмерәк, картуф уңышы — ике тапҡырға кәмерәк булған.

Хәрби өлкәлә үҙгәртеп ҡороуҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡырым. Николай II Севастополь авиация мәктәбе сығарылыш уҡыусылары сафтарын ҡарап үтә. 1911 й.

Рәсәйҙә, 1904—1905 йй. рус-япон һуғышында еңелеү һабаҡтарына таянып, үҙәк идаралыҡтағы, ойоштороу, комплектлау системаһында, армияның хәрби әҙерлегендә һәм техник тәьмиәтендә етди етешһеҙлектәрҙе иҫәпкә алып, 1905—1912 йй. хәрби үҙгәртеп ҡороуҙар үткәрелә.

Хәрби өлкәлә үҙгәртеп ҡороуҙарҙың беренсе осоронда (1905—1908) юғары хәрби идаралыҡты үҙәктән күсерә (Хәрби министрлыҡтан бойондороҡһоҙ Генераль штабтың Баш идаралығы, Дәүләт оборонаһы советы булдырыла, генерал-инспекторҙар туранан-тура императорға буйһона), действительный хеҙмәт сроктары ҡыҫҡартыла (пехотала һәм ялан артиллерияһында 5 йылдан 3 йылға, башҡа ғәскәри төрҙәрҙә 5 йылдан 4 йылға тиклем, флотта 7 йылдан 5 йылға тиклем), офицер составы йәшәрә; һалдат һәм матростарҙың көнкүреше (ашау-эсеү һәм кейем менән тәьмин итеү) һәм материальное положение офицерҙар һәм оҙайлы хеҙмәт итеүселәрҙең матди хәле яҡшыртыла.

Икенсе осорҙа (1909—1912) юғары идаралыҡ үҙәкләштерелә (Генштабтың Баш идаралығы Хәрби министрлыҡ составына индерелә, Дәүләт оборона советы ябыла, генерал-инспекторҙар хәрби министрға буйһона); хәрби яҡтан көсһөҙ резерв һәм крепостной ғәскәрҙәр иҫәбенә ялан ғәскәрҙәре көсәйтелә (армия корпустары һаны 31-ҙән 37-гә арта), ялан частарында, мобилизация башланғанда икенсе сираттағы частарҙы йәйелдереүгә бирелергә тейешле запас булдырыла (ялан артиллерияһын, инженер һәм тимер юл ғәскәрҙәрен, элемтә частарын индереп), полктарҙа пулемёт командалары һәм корпус авиаотрядтары булдырыла, юнкер училищелары, яңы программалар бирелеп, яңы устав һәм нәсихәттәр индерелеп, хәрби училищелар итеп үҙгәртелә. 1910 йылда Император хәрби-һауа флоты барлыҡҡа килә һәм шул уҡ йылды Ҡырымда Севастополь лётчиктарҙың офицер мәктәбе асыла (киләсәктә — Кача).[99]

Беренсе донъя һуғышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

20 июль, 1914 й. Николай II Германияға һуғыш иғлан итә.

1914 йылдың 19 июлендә Германия империяһы Рәсәйгә һуғыш иғлан итә: Рәсәй империя һәм династияның һәләкәте менән тамамланған Беренсе донъя һуғышына инә.

Николай II һуғыш алды йылдарында ла, 1914 йылдың 15 июлендә Австро-Венгрия Сербияға һуғыш иғлан итеп, Белградты бомбаға тота башлаған һуғыш башланырға торған һуңғы көндәрҙә лә һуғышты булдырмау маҡсатында күп тырышлыҡ һалып ҡарай. 1914 йылдың 16 июлендә Николай II Вильгельм II-гә «австрия-сербия мәсьәләһен Гаага конференцияһына тапшырыу» тәҡдиме менән телеграмма ебәрә[100][101]

Немец хөкүмәте телеграмманы баҫтырыуҙы кәрәк тип тапмай. Сөнки император Вильгельм һуғыш көҫәгән[101][102][103][104].

Антанта илдәрендә лә, Рәсәйҙә лә оппозицион партиялар (шул иҫәптән социал-демократтар), һуғыш башланғанда, агрессор тип Германияны атай. 1914 йылдың көҙөндә В. И. Ленин Германия үҙенә уңайлы мәлдә һуғыш башланы тип яҙа[прим 8].

Николай II, һарай министры һәм биләмәләр графы Владимир Борисович Фредерикс (үҙәктә) һәм бөйөк кенәз Кесе Николай Николаевич (уңда) Ставкала. Сентябрь, 1914 гй.
Николай II «Рәсәй» крейсеры офицерҙары араһында. 1915 й.
Балтиҡ диңгеҙе. Рәсәй линкорҙары бригадаһы. 1915 й.

1914 йылдың 20 июлендә императорҙың һуғыш тураһында манифесы баҫыла. Шулай уҡ батша хәҙрәттәре указы менән кенәз Кесе Николай Николаевичты Юғары баш командующий, штаб начальнигы итеп генерал Николай Николаевич Янушкевичты тәғәйенләй.

1914 йылдың 26 июленән Дәүләт Советы һәм Дәүләт Думаһы ултырыштары туҡтатыла[105]. 1914 йылдың 26 июлендә Австрия менән һуғыш тураһында манифест сыға. Шул уҡ көндө Ғали йәнәптәре Дәүләт советы һәм Дума ағзаларын ҡабул итә:[106]:

«Германия, һуңғараҡ Австрия Рәсәйгә һуғыш иғлан иттеләр. Беҙҙең илебеҙ буйлап ғәрәсәт һымаҡ ҡалҡҡан Тыуған илгә булған оло һөйөү һәм тәхеткә тоғролоҡ тойғолары күтәрелеше минең һәм һеҙҙең күҙ алдында, һәм беҙгә яуаплылыҡты өҫтөбөҙгә алып, беҙҙең бөйөк Рәсәй-әсәбеҙ Аллаһы Тәғәлә һынау итеп ебәргән һуғышты ахырына еткерер тип ышанайыҡ. <…> Һеҙ барығыҙ ҙа һәм һәр кем үҙ урынында миңә һынау итеп төшөрөлгән бурысты, минән башлап, барыбыҙ ҙа үткәрергә, ахырына еткерергә ярҙам итерегеҙгә ышанам. Рус Ере Аллаһы бөйөк!»

Яуап телмәре аҙағында Дума рәйесе камергер Михаил Владимирович Родзянко:

«Фекер, ҡараш һәм инаныстарҙы берләштереп, Рус Ере исеменән Дәүләт Думаһы үҙенең батшаһына тыныс һәм ҡәтғи итеп әйтә: „Бирешмәгеҙ, ғали йәнәптәре, рус халҡы һеҙҙең менән, Аллаһы тәғәләнең мәрхәмәтенә ышанып, дошманды һындырып һәм Тыуған илебеҙ ғорурлығын яҡлап, ул бер ниндәй ҡорбан алдында ла туҡтап ҡалмаҫ“»[107].

18 августа Галиция алышы башлана — рус ғәскәрҙәренең генерал Николай Иудович Иванов командалыҡ иткән Көньяҡ-Көнбайыш фронты һәм эрцгерцог Фридрихтың дүрт австрия-венгрия армияһын ҡаршы һуғыша. Рус армияһы һөжүм барышында ҙур мөһим стратегик территорияны — Көнсығыш Галицияны һәм Буковинаның бер өлөшөн яулай. 26 сентябргә фронт Львовтан көнбайышҡараҡ 120—150 км-ҙа стабилләшә. Көслө австрия ҡлғәһе Перемышль рус армияһы тылында ҡамауҙа ҡала. Галицияны яулау Рәсәй өсөн ҡасандыр тартып алынған тарихи Русь ерен кире ҡайтарыу кеүек була.

Бының менән бер рәттән рус армияһы Көнсығыш Пруссия операцияында тар-мар ителә. Генерал Самсоновтың 2-се армияһы 6 корпусынан 2-һен юғалта — улар ҡамауға һәм әсирлеккә эләгә. Фронт командующийы генерал Жилинский вазифаһынан төшөрөлә. 1-се армия командиры генерал Павел Карлович Ренненкампфтың хәрәкәттәре уңышһыҙ тип табыла, һәм немец фамилиялы командирҙарға ышанмаусанлыҡҡа килтерә.

1914 йылдың 20 октябрендә Рәсәй Ғосман империяһына һуғыш иғлан итә[108]:

«Рәсәй Ҡара диңгеҙ яр буйҙарында ата-бабалар васыят итеп ҡалдырған тарихи бурысын үтәү юлын асасаҡ».

Батша сентябрҙән ноябргә тиклем арауыҡта Рәсәй Көньяғына һәм Кавказ фронтына бер нисә тапҡыр бара.

Германия командованиеһы 1915 йылға, Көнбайыш фронттан Көнсығыш фронтҡа төп баҫымды күсереп, стратегияһын үҙгәртә. Рәсәйгә хәрби яҡтан еңеп, уны сепарат тыныслыҡ килешеүенә күндереү була маҡсаты. Германия армияһы Көнсығыш Пруссиянан һәм Галициянан эҙмә-эҙлекле ҡеүәтле фланг һөжүмдәре ойоштороп, Рус армияһы оборонаһын йырып, кружить и разгромить в Варшава һикәлтәһендә выступ ҡамарға һәм тар-мар итергә теләй. Шуның һөҙөмтәһендә фронттарҙағы хәл киҫкен ауырлаша (ҡара: Великое отступление 1915 года).

Март аҙағына рус ғәскәрҙәре Буковинаның күп өлөшөн ысҡындыра. 22 мартта ҡамауҙағы Перемышль бирелә, 120 меңдән артыҡ кеше әсирлеккә алына, һәм был рус армияһының 1915 йылдағы һуңғы уңышы була. Июнь башына Перемышль дә ҡулдан ысҡына. Июнь аҙағына Львов ҡалдырыла. Баҫып алынған ерҙәр юғала, Рәсәй империяһы биләмәләрен дошман яулай башлай. Йәмғиәттә хәлде төҙөтеп булмау үкенесе барлыҡҡа килә.

1915 йылдың башына фронттағы ғәскәрҙәр ҡоралға һәм хәрби припастарға ҡытлыҡ кисерә башлай. Бөтә иҡтисадты һуғыш талаптарына яуап бирерлек итеп үҙгәртеп ҡороу асыҡлана бара. 1915 йылдың 17 авгусында Николай II дүрт: оборона, яғыулыҡ, аҙыҡ-түлек һәм йөк ташыу буйынса Айырым кәңәшмә булдырыу тураһындағы документ раҫлай. Министрҙар еткселегендәге хөкүмәт вәкилдәренән, шәхси сәнәғәтселәрҙән, Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Советы ағзаларынан торған был Айырым кәңәшмәләр хөкүмәт, шәхси сәнәғәт һәм йәмәғәтселектең тырышлыҡтарын хәрби мәнфәғәттәрҙе ҡәнәғәтләндереү маҡсатында берләштерергә тейеш була. Оборона буйынса Айырым кәңәшмә төп роль уйнаған.

Айырым кәңәшмәләр менән бер рәттән 1915 йылда Хәрби-сәнәғәт комитеттары — ярым оппозиция характерындағы буржуазия йәмәғәт ойошмалары барлыҡҡа килә.

Николай II Рус армияһының Юғары баш командующийы вазифаһын үҙ өҫтөнә ала[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1915 йылдың 5 айында Ставкаға килгән еренән батша Николай II ҡайтып китергә ашыҡмай һәм шуны аңлатып ҡатынына хат яҙа.

Фронтта уышһыҙлыҡтар дауам итә: Варшава, Ковно бирелә, Брест нығытмалары шартлатыла, немецтар Көнбайыш Двинаға яҡынлаша, Рига халҡы эвакуация башлай. Шундай шарттарҙа Николай II үҙе армияны етәкләргә ҡарар итә[109]

Николай II һәм фронт командующийҙары Ставка ултырышында.
Кинохроника. Император Николай II үҙ машинаһында килеп төшә.

Юғары баш командующий ставкаһы штабы начальнигы итеп генерал Михаил Васильевич Алексеев тәғәйенләнә. Николайҙың ҡарарын төрлөсә аңлайҙар: министрҙар был аҙым менән килешмәй, уның ҡарарын Александра Фёдоровна ғына хуплай[110]. Министр Александр Васильевич Кривошеин:

Рәсәйҙең бынан да ауырыраҡ хәлдәрҙә ҡалған саҡтары булған, әммә бер ваҡытта ла булған хәлде тағы ҡатмарлаштырған ситуация булмағандыр… Беҙ дары мискәһендә ултырабыҙ. Бөтә нәмә күккә осһон өсөн бер осҡон ғына кәрәк… Императорҙың армия менән командалыҡты ҡабул итеүе — осҡон ғына түгел, ә пушка арсеналына ташланған тотош шәм.

Николай II-нең даими хәрби еңелеүҙәр фонында Юғары баш командующий бурысын үҙ өҫтөнә алыу ҡарары самодержавие өсөн иң һуңғы һәләкәтле аҙымы була. Юғары баш командующий Ставкаһы поезында изоляцияла ултырған Николай II 1915 йылдың көҙөнән бирле ысынында ил менән идара итеүҙә туранан-тура ҡатнашмай, әммә уның абруй менән файҙаланмаған ҡатынының, императрица Александра Фёдоровнаның роле арта[111].

Рус армияһы һалдаттары Николайҙың Юғары баш командующий вазифаһын энтузиазмһыҙ ҡабул итә[112]. Генералитет һәм офицерҙар, генерал Антон Деникин фекеренсә, батшаның шәхси роле тыштан ғына булырын аңлай, ә Юғарының штаб начальнигы Алексеев булғанын белгәс, тыныслана бирә[113]. Шул уҡ ваҡытта герман командованиеһы кенәз Николай Николаевичтың Юғары баш командующий вазифаһынан китеүенән — ул ҡәтғи һәм оҫта дошман булғаны өсөн — ҡәнәғәтлек кисерә. Уның байтаҡ ҡына стратегик идеяларын Эрих Людендорф юғары дәрәжәлә ҡыйыу һәм бынамын тигән тип баһалаған[110].

Император Николай II-нең Бендерыла лазаретҡа килгән мәле. 1916 й.

1915 йылдың 28 авгусында Вилен операцияһы башлана, рус оборонаһы емерелә. Һөҙөмтәлә рус ғәскәрҙәре Вильноны ҡалдырырға һәм барса Көнбайыш фронты линияһы буйлап сигенергә мәжбүр була. 10-сы армия ҡамауға эләгеүҙән ҡотола, немецтарҙың алдынғы частарына контр һөжүм ойошторола һәм улар ҡыҫырыҡлана. Ҡышҡа табан ике яҡ та, сиктән тыш хәлдәре бөтөп, 1917 йылға тиклем дауам иткән позицион һуғышҡа күсә (ҡара: Брусиловский прорыв). 1916 йылдың көҙгө саҡырылышы 13 миллион кешене мылтыҡ менән ҡоралландыра, һәләк булыусылар һаны 2 миллиондан артып китә.

Михаил Константинович Лемке, Ставкаың пресс-бюроһы етәксеһе, батшаның халыҡтың ҡырылыуын иҫ киткес вайымһыҙ ҡабул икәнен һыҙыҡ өҫтөнә ала. 1916 йылда 5-се армия корпусының ҙур юғалтыуҙары (50 %) хаҡында ишеткәс, батша: «…уның ишеләр генә һәләк булдымы, ҡалғандар бар бит, шулар етер» тигән һүҙҙәр әйтә[114][115].

йылғы  йылғы == Монархияның ҡолатылыуы ==

Сәләмәт ир-аттың күбеһе һуғыш солғанышында булыуы, ат һәм башҡа мал-тыуарҙы, пҙыҡ-түлекте күпләп реквизициялау иҡтисадҡа, бигерәк тә ауыл ерендә, ҙур зыян килтерә. Сәйәсиләштерелгән петроград йәмәғәтселеге мөхитендә власть ғауғалар (айырып әйткәндә, Григорий Ефимович Распутин һәм уның «ҡара көстәре» йоғонтоһо) һәм хыянатта ғәйепләүҙәр менән күҙҙән төшә барған; Николайҙың «самодержавие» идеяһына һүҙе менән ысын күңелдән ышанғанлығы дума ағзаларының әм йәмәғәтселектең либераль һәм һул ынтылыштары менән ҡапма-ҡаршы торған.

Февраль революцияһы башланыуға IV саҡырыдлыш Дәүләт Думаһы батша хөкүмәтенә оппозицияла торған төп үҙәккә әүерелә. Парламент коалицияһы үҙәген Конституцион-демократик партия (кадеттар лидеры Павел Николаевич Милюков) һәм 17 октябрь союзы (октябристапр) тәшкил иткән. Думаның төп талабы — Рәсәйҙә Дума тәғәйенләгән һәм Дума алдында яуаплы хөкүмәт. Ысынбарлыҡта был дәүләт ҡоролошон самодержавиенан Бөйөк Британиялағы кеүек конституцион монархия итеп үҙгәртеүгә килтерергә тейеш була.

1916 йыл буйына власть тапҡалыуы дауам итә. Берҙән-бер һайланған орган — Дәүләт думаһы — йылына бер нисә аҙнаға ғына үҙенең ултырыштарына йыйыла, бер эшкинмәгән министр китә, уның урынына шундай уҡ абруйһыҙы килә, йәғни министрҙар бер туҡтауһыҙ алмашынып тора[111]. 1916 йылда Николай II дүрт Министрҙар советы, дүрт эске эштәр министрын, ҡс сит ил эштәре буйынса министрын, ике хәрби министрҙы һәм өм юстиция министрын алмаштыра.

Революция[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1917 йылғы Февраль революцияһы күмәк халыҡтың стихиялы ынтылышы булараҡ башланһа ла, "үрҙәгеләрҙең" киҫкен сәйәси кризисы, либераль-буржуаз дапрәләрҙең батшаның үҙе генә ҡулында тотҡан сәйәсәте менән ризалашмауы уның уңышына килтергән. Икмәк фетнәләре, һуғышҡа ҡаршы митингтар, демонстрациялар, сәнәғәт предприятиеларындағы стачкаларға ризаһыҙлыҡ белдереүсе күп меңле баш ҡала гарнизоны ҡушыла. 1917 йылдың 27 февралендә дөйөм забастовка ҡораллы ихтилалға әйләнә; ихтилалға ҡушылған ғәскәр ҡаланың мөһим пункттарын, хөкүмәт биналарын баҫып ала. Батша хөкүмәте килеп сыҡҡан хәлде тиҙ арала һәм ҡыйыу хәрәкәт итеп яйға һалырға һәләтһеҙ була. Уға тоғролоҡ һаҡлаған тарҡау һәм аҙ һанлы көстәр баш ҡалала күҙәтелгән анархияны үҙ аллы туҡтата алмай, ихтилалды баҫтырырға фронттан саҡыртылған бер нисә часть, ҡалаға үтеп керә алмай, тотҡарлана.

Николай II үҙе был ваҡытта (22 февралдән бирле) Могилёвта, Юғары баш командующий Ставкаһында була. Унда киткән саҡта эске эштәр министры А. Д. Протопопов баш ҡалалағы хәл контролдә тотола, тип уны ышандыра. Революция тураһында батша 1917 йылдың 25 февраль кисенә ишетә.

Петроградта демонстрацияла ҡатнашыусыларҙы аттырғандан һуң, 1917 йылдың 26 февраль кисендә Министрҙар советы рәйесе кенәз Николай Дмитриевич Голицын Дәүләт думаһы һәм Дәүләт советы эшмәкәрлеген апрелгә тиклем туҡтатып тороу ҡарарын батшаға хәбәр итә. Депутаттар (уң партияларҙы индермәй) эштәрҙе туҡтатып тороу менән ризалашһалар ҙа, шулай ҙа 1917 йылдың 27 февралендә «айырым кәңәшмә» ҡорорға була. Власть органы — Дәүләт думаһының ваҡытлы комитеты («Комитет членов Государственной думы для водворения порядка в столице и для сношения с лицами и учреждениями») төҙөлә, уның рәйесе итеп октябрист Михаил Владимирович Родзянко ҡуйыла[116]. Шул уҡ ваҡытта икенсе власть үҙәге — эсерҙар һәм меньшевиктар етәкләгән Петроград эшсе депутаттар советы башҡарма комитеты барлыҡҡа килә.

Тәхеттән баш тартыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Император Николай II-нең Тәхеттән баш тартыуы. 1917 йылдың 2 марты. Машина яҙыуы. 35 × 22. Түбәнге уң мөйөштә ҡәләм менән Николай II ҡултамғаһы: Николай; түбәнге һул мөйөштә ҡәләм өҫтөнән ҡараға манып Владимир Борисович Фредерикс ҡулы менән ышандырыу яҙылған: император һарайы министры генерал-адъютант граф Фредерикс
Тәхеттән баш тартыу тураһында Манифест. Хаҡы 6 тин
Псков. Вокзал бинаһындағы иҫтәлекле таҡта

1917 йылдың 27 февралендә Ставкаға хәрби министр Беляевтан Петроград гарнизонының революция яғына күсеүе һәм батшаға тоғро ғәскәр ебәреүҙе үтенгән телеграмма килә. Баш ҡала гарнизонының баш күтәреүе батшаның хәлен ныҡ ҡыйынлаштыра, әммә Юғары баш командующий Николай II-нең ҡул аҫтында фронттағы күп миллионлы армияһы бар. Генерал Алексеев, тыныслыҡ урынлаштырыу маҡсатында ғәҙәттән тыш вәкәләткә эйә начальник тәғәйенләп, баш ҡалаға йыйылма отряд ебәрергә тәҡдим итә. Николай II генерал-адъютанты Ивановҡа батша ғаиләһен һаҡларға һәм Петроградта тәртип урынлаштырырға бойороҡ бирә.

Был ваҡытта Петроградта ысынбарлыҡта эшләгән хөкүмәт булмай. Дәүләт думаһының ваҡытлы комитеты, кенәз Н. Д. Голицын хөкүмәтенең эше туҡтатылғанлыҡтан, үҙ белдегенә власҡа килеүен иғлан итә.

1917 йылдың 28 феврале иртән император поездары Могилёв — Орша — Вязьма — Лихославль — Тосно — Гатчина — Царское Село маршруты буйынса 950 саҡрым тәшкил иткән оҙон юлға сыға. 1 март иртәһенә литерлы поездар Бологое аша тик Малая Вишераға ғына барып етә, бында улар Бологоеға кире боролалар, унан 1 марттың кисенә генә Төньяҡ фронттың штабы торған Псковҡа килеп етәләр. Был ваҡытҡа Петроградтағы сыуалыштар элекке властың ике үҙәген дә — Министрҙар советын һәм Петроград хәрби округы штабын да — баҫтырып, баш күтәреүселәр еңеүе менән тамамланған була. 1917 йылдың 28 февраль төнөнә ҡарата элек хөкүмәт ултырған Мариин һарайы баҫып алына, ә төшлөккә табан хөкүмәткә тоғролоҡ һаҡлаусы ғәскәрҙең ҡалған өлөшө Адмиралтейство бинаһынан казармаларға таратыла.

Был ситуацияла батша генералитетының ҡарашы, уның революцияны баҫтырыуҙы ойошторорға әҙерлеге алға сыҡҡан. Төп фигура булып фронт һәм флот командующийҙары һәм беренсе сиратта — Юғары баш командующийҙың штаб начальнигы генерал Алексеев торған. Тап Алексеев тимер юлдар министрлығы өҫтөнән контроль ҡуйыуҙан баш тарта, һәм артабан циркуляр телеграмма менән Петроградҡа йүнәлгән бөтә һуғыша алырлыҡ частарҙың хәрәкәтен, Петроградта сыуалыштар кәмеүгә бара һәм боланы баҫыу кәрәклеге юҡ, тип туҡтата. Генерал Иванов та Алексеевтың бойороғон ала.

1917 йылдың 1 мартында кис батша поезы генерал Николай Владимирович Рузский командалыҡ иткән Төньяҡ фронт штабы урынлашҡан Псковҡа килеп етә. Генерал Рузский сәйәси ҡараштары буйынса самодержавие монархияһын анахронизм тип һанаған һәм Николай II-не шәхсән яратып еткермәгән.

Был ваҡытҡа хәлдең артабан насарайыуы — Мәскәүҙә һәм Кронштадта сыуалыштар башланғаны, Кронштадттың хәрби губернаторы вице-адмирал Р. Н. Виренды үлтереү хаҡында хәбәрҙәр килә. Батша Ставкала булмағанлыҡтан, Юғары баш командующий бурысы йөкмәтелгән генерал Алексеев Николай II-гә, тәртипһеҙлек армияға ла күсеү ҡурҡынысы бар, «һуғыш Рәсәй өсөн иң ауыр һөҙөмтәләре менән мәсхәрәле тамамланыуы ихтимал», тип телеграмма һуға. Генерал батшаны тиҙ арала «халыҡты тынысландырыу саралары күрергә һәм илдә нормаль тормошто тергеҙергә саҡыра», һәм, «сыуалыштарҙы көс менән баҫтырыу хәҙерге шарттарҙа, ҡурҡыныс һәм Рәсәйҙе лә, армияны ла һәләкәт алдына ҡуясаҡ» тип иҫкәртә:

«Әлегә Дәүләт думаһы күпмелер тәртип урынлаштырырға маташа, әммә Һеҙҙән, Император ғали йәнәптәре яғынан, дөйөм тыныслыҡ урынлаштырырлыҡ акт эшләнмәһә, власть иртәгә үк аҡтыҡ элементтар ҡулына күсер һәм Рәсәй революцияның барса ҡот осҡос һынауҙарына дусар ителер. Ғали йәнәптәре, үтенеп һорайым, Рәсәйҙе һәм династияны ҡотҡарыу маҡсатында, хөкүмәт башына Рәсәй ышанған кешене ҡуйығыҙ һәм уға кабинет булдырыу бурысын ҡушығыҙ.
Хәҙерге көндә был берҙән-бер ҡотҡарыу юлы. Мыштырларға ярамай һәм быны кисектермәй эшләргә кәрәк.
Ғали Йәнәптәренә ҡапма-ҡаршы доклад яһаусылар, аңһыҙ һәм енәйәти рәүештә, Рәсәйҙе һәләкәткә һәм мәсхәрәле хәлгә еткерәләр һәм Һеҙҙең Император хәҙрәттәре династияһын хәүеф аҫтына ҡуялар»[117].

Был телеграмманы алғас, Николай II генерал Рузскийҙы саҡырта, һәм ул да Дума алдында яуап биреүсе Хөкүмәт булдырыу кәрәклеген әйтә. Һөйләшеүҙәр төнгә саҡлы һуҙыла. 22:20 сәғәттә Ставкала әҙерләнгән яуаплы хөкүмәт булдырыу тураһындағы фаразланған манифест проекты әҙерләнә һәм генерал Алексеев ҡултамғаһы менән Псковҡа ебәрелә[118][119]. 1917 йылдың 2 мартында төнгө сәғәт 1-ҙә Николай II генерал Ивановҡа бер хәрәкәт тә ҡылмаҫҡа күрһәтмә бирә һәм Рузскийға Алексеев менән Родзянкоға яуаплы хөкүмәт формалаштырыуға риза икәнен еткерергә ҡуша[117]. Шул ваҡытта генерал Рузский Петроградҡа бүленгән ғәскәрҙәрҙең алға барышын туҡтатырға һәм уларҙы фронтҡа ҡайтарырға бойороҡ бирә, телеграф Ставкаға Көнбайыш фронттан ҡуҙғатылған ғәскәрҙе кире оҙатыу тураһында хәбәр итә. Баш ҡалалағы боланы ҡораллы баҫтырыу килеп сыҡмай.

Родзянко Рузский менән батшаның ҡарары буйынса һөйләшкәндә, баш ҡалала хәл шул тиклем радикаль үҙгәрҙе, яуаплы министрлыҡ тәғәйенләү талабы иҫкереүе һәм көн ҡаҙағына «Михаил Александрович регентлығы менән, батшаның улы файҙаһына тәхеттән баш тартыу талабы килеп баҫа» ти.

Генерал Алексеев, үҙ инициативаһынан сығып, ставкала ошо һөйләшеү буйынса алынған телеграмманың ҡыҫҡаса йөкмәткеһен (Төньяҡ фронттан башҡа) бөтә фронт баш командующийҙарына ебәрә һәм тиҙ арала үҙ фекерҙәрен Ставкаға еткереүҙе үтенә:

Хәл башҡа ҡарарға юл ҡуймай… Хәрәкәттәге армияны тарҡалыштан ҡотҡарырға, тышҡы дошман менән көрәште ахырына еткерергә, Рәсәй бойондороҡһоҙлоғон һәм династия яҙмышын ҡотҡарырға кәрәк. Ҡиммәткә төшкән килешеүҙәргә барып булһа ла, шуны беренсе планға ҡуйыу талап ителә. Ҡабатлап әйтәм, һәр бер минутты юғалтыу Рәсәйҙең донъяла дәүләт булып йәшәүе өсөн һәләкәтле тамамланыуы мөмкин. Хәрәкәттәге армияның юғары начальниктары араһында фекер берҙәмлеге урынлаштырырға һәм армияны икеләнеүҙәрҙән һәм бурысҡа хыянат осраҡтарынан ҡотҡарырға кәрәк. Армия бөтә көс менән тышҡы дошман менән көрәшергә тейеш, ә эске эштәр буйынса ҡарарҙар уны түңкәрелештә ҡатнашыу ҡотҡоһонан арындырырға тейеш, ундай ҡарарҙы ауыртыуһыҙ ғына өҫтән хәл итерҙәр. Әгәр ҙә һеҙ был фекер менән риза булһағыҙ, Главкосев аша Батша хәҙрәттәренә үҙегеҙҙең тоғро үтенесегеҙҙе ашығыс ебәрегеҙ. 2 март, 1917 й.

Алексеев, Непенин да, А. В. Колчак та туранан-тура Юғары баш командующийына буйһонһа ла, флот командующийҙарына һорау биреп тә тормаған[120][121] [121].

2 мартта сәғәт 14:00 — 14:30 тирәләрендә фронт командующийҙарынан яуаптар килә башлай. Бөйөк кенәз Кесе Николай Николаевич «тоғролоҡло булараҡ, ант бурысы һәм ант рухы менән, Рәсәйҙе һәм династияны ҡотҡарыр өсөн, батша хәҙрәттәренең тәхеттән баш тартыуын үтенеүен» еткерә; тәхеттән баш тартыуын шулай уҡ генералдар Алексей Ермолаевич Эверт (Көнбайыш фронт), Алексей Алексеевич Брусилов (Көньяҡ-Көнбайыш фронт), Владимир Викторович Сахаров (Румын фронты), Балтиҡ флоты командующийы адмирал Адриан Иванович Непенин (үҙ инициативаһы менән, 2 мартта кис) хуплай.

Николай Романовтың тәхеттән баш тартҡандан һуң төшөрөлгән фотографияһы, 1917 йыл, Царское Село[прим 9]

Бер аҙ уйлағандан һуң, Николай II улы вариҫ-цесаревич файҙаһына тәхеттән баш тартырға риза булыуын белдерә, бөйөк кенәз Михаил Александрович регент итеп тәғәйенләнә. Император менән поезда килгән батша ярандары өсөн батшаның тәхеттән баш тартыуы көтөлмәгән хәл була. Николай комендант Владимир Николаевич Воейковҡа фронт командующийҙарынан килгән телеграммаларын күрһәтеп былай ти: «Мин ни эшләргә тейешмен — мине бөтәһе лә, хатта Николаша ла, һатты» (бөйөк кенәз Николай Николаевич) ти.

Псковҡа килгән Дәүләт думаһы вәкилдәре А. И. Гучков һәм В. В. Шульгинға батша, улын үҙенең эргәһендә ҡалдырыу маҡсатында, туранан-тура улы файҙаһына тәхеттән баш тартасағын белдерә.

Гучков атай кешенең хистәрен ихтирам итеп, уның ҡарарны ҡабул итәсәген әйтә. Император, Дума вәкилдәренең проектын түгел, Ставкала үҙе төҙөгән тәхеттән баш тартыу тексын нигеҙ итеп ала. Ул вариҫ буйынса ла үҙгәрештәр кереткән була; яңы императорҙың ант фразаһы ла шундуҡ килешелә һәм тексҡа индерелә[122].

1917 йылдың 2 мартында 23 сәғәт 40 минутта Николай Гучковҡа һәм Шульгинға тәхеттән баш тартыу тураһында манифесты тапшыра: «Заповедуем брату нашему править делами государства в полном и нерушимом единении с представителями народа в законодательных учреждениях, на тех началах, кои будут ими установлены, принеся в том ненарушимую присягу»[118][119].

Тәхеттән баш тартыу Акты менән бергә Николай II тағы бер нисә документҡа ҡул ҡуя: Министрҙар советы рәйесе итеп Г. Е. Львовты, Юғары баш командующий итеп бөйөк кенәз Кесе Николай Николаевичты тәғәйенләй.[123].

1917 йылдың 3 мартында иртәнге сәғәт 6-ла Дәүләт думаһының ваҡытлы комитеты бөйөк кенәз Михаил Александрович (Александр III улы) менән осраша, һәм элекке императорҙың уның файҙаһына тәхеттән баш тартыуын иғлан итә.

Бөйөк кенәз менән осрашҡанда, Родзянко, әгәр ул тәхеткә ултыра ҡалһа, яңы сыуалыш башланасаҡ һәм монархия мәсьәләһен Учредительный йыйылышҡа тапшырыр кәрәк ти. Александр Фёдорович Керенский уны хуплай. Бөйөк кенәз Михаил, шәхси хәүефһеҙлеге гарантияланмағанлыҡтан, тәхетте ҡабул итергә ризалыҡ бирмәй[118][119].

1917 йылдың 8 мартында, батшаның Англияға күсенеү планын белгәс, Петросовет башҡарма комитеты, батшаны һәм уның ғаиләһен ҡулға алырға, мөлкәтен конфискацияларға һәм гражданлыҡ хоҡуҡтарын юҡҡа сығарырға ҡарар итә. Царское Селоға императрицаны ҡулға алған һәм уларҙы боласы һалдаттарҙан һаҡлаған Петроград округының яңы командиры генерал Л. Г. Корнилов килә[118][119].

1917 йылдың 8 мартында Николай II ғәскәргә «Һуңғы бойороҡ» менән мәрәжәғәт итергә уйлай.

Могилёвтан китер алдынан Ставкалағы Дума вәкиле «һеҙ үҙегеҙҙе ҡулға алынған итеп һанарға тейешһегеҙ» ти.

1917 йылдың 8 мартында Николай көндәлегенә яҙа:

«Могилёвта һуңғы көн. Сәғәт 10-да армияларға хушлашыу бойороғо яҙҙым. Дежурство йортонда штабтың һәм идаралыҡтарҙың бөтә чиндары менән хушлаштым. Өйҙә конвой һәм Йыйылма полк офицерҙары һәм казактары менән — йөрәгем саҡ өҙөлөп төшмәне! Сәғәт 12-лә мам’а вагонына килдем, әсәй һәм уны оҙатып йөрөүселәр менән иртәнге аш ашаным һәм уның менән сәғәт 4½-кә тиклем ултырҙым. Әсәйем, Сандро, Сергей, Борис һәм Алек менән хушлаштым. Меҫкен Ниловты минең менән ебәрмәнеләр. Сәғәт 4.45 Могилёвтан киттем, хисле кешеләр төркөмө оҙатты. Минең поезымда 4 Дума вәкиле юлдаш! Оршаға һәм Витебскиға киттек. Һауа торошо һыуыҡ һәм елле. Ауыр, һыҙландыра һәм яманһыу».

1917 йылдың 9 мартында сәғәт 11:30 батша Царское Селоға килә.

Һөргөн һәм атып үлтерелеүҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1917 йылдың 9.3.—1.8. тиклем Николай II, ҡатыны һәм балалары Царское Селоның Александровский һарайында ҡул аҫтында тотолалар.

Николай Романов 1917 йылдың ҡышында ҡыҙҙары Ольга, Анастасия һәм Татьяна менән Тобольскиҙа[124]
Император Николай II һәм король Георг V (1913)

Март аҙағында Рәсәй Ваҡытлы хөкүмәте министры Павел Николаевич Милюков Николай һәм уның ғаиләһен Бөйөк Британияға, на попечение Георг V ҡарамағына ебәрергә тырыша[125], һәм британия яғынан ризалыҡ бирелгән була; ләкин апрелдә, Англияның үҙендә эске сәйәси хәлдең ҡатмарлашыуы арҡаһында, Дэвид Ллойд Джордж кәңәшенә ҡарамай,[126], король был пландан баш тартырға мәжбүр була. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, 2006 йылда табылған документтар буйынса[127], 1918 йылдың майына тиклем 1-се британия хәрби разведка идаралығының MI подразделениеһы Романовтарҙы ҡотҡарыу операцияһына әҙерлек алып барған, әммә план тормошҡа ашырылмай ҡала[128].

Петроградта революцион хәрәкәт һәм анархия көсәйеү сәбәпле, Ваҡытлы хөкүмәт, әсирҙәрҙең ғүмере өсөн хафаланып, уларҙы йырағыраҡҡа — Себергә, Тобольскиға күсерергә ҡарар итә. Уларға һарайҙан кәрәкле йыһаздар, үҙәренең кейемдәрен, шәхси әйберҙәрен алырға, шулай уҡ хеҙмәтселәргә үҙ теләктәре менән батша ғаиләһенең яңы йәшәү һәм артабанғы хеҙмәт урынына барырға рөхсәт итәләр. Юлға сығыр алдынан Ваҡытлы хөкүмәт башлығы Александр Фёдорович Керенский һәм элекке императорҙың туғаны — Михаил Александрович килә (Михаил Александрович Пермьдә һөргөндә була, һәм 1918 йылдың 13 июненә ҡаршы төндә урындағы большевистик властары тарафынан үлтерелә).

Большевиктарҙың «Батша, поп һәм кулак» агитацион плакаты фрагменты[прим 10]

1917 йылдың 1 авгусында «Ҡыҙыл Тәренең япон миссияһы» тип яҙылған тимер юл составында император һәм уның ғаиләһе Царское Селонан (Александровская тимер юл станцияһы) Себергә юл тота. 1917 йылдың 4 авгусында состав Төмәнгә килә, артабан әсирҙәрҙе «Русь», «Кормилец» һәм «Төмән» пароходтарында йылға буйлап (6.8.1917) Тобольскиға килтерәләр. «Азатлыҡ йортон» (элекке генерал-губернатор йорто) ремонтлаған ваҡытта Николай ғаиләһе менән бер нисә көн «Русь» пароходында йәшәй. 1917 йылдың 11 авгусында улар йортҡа күсә. Август һуңында йорт алдындағы майҙандың бер өлөшө саф һауала йөрөр өсөн ағас ҡойма менән уратыла. Һаҡсыларҙы һәм оҙатып йөрөүселәрҙең бер өлөшөн ҡаршы яҡта — сауҙагәр Корниловтар йортонда урынлаштыралар[129]. Ғаиләгә урам һәм бульвар аша Благовещение сиркәүенә ғибәҙәт ҡылырға йөрөргә рөхсәт итәләр. Бында һаҡ көн тәртибе Царское Селолағына ҡарағанда еңелерәк була. Ғаилә тыныс һәм һалмаҡ тормош көтә.

1918 йылдың апрель башында Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты (ВЦИК) Президиумы, суд башҡарыу маҡсатында, Романовтарҙы Мәскәүгә күсерергә санкция бирә[130][131]. 1918 йылдың апрель аҙағында әсирҙәр Екатеринбургҡа күсерелә, һәм уларҙы тотор өсөн шәхси Ипатьев йорто тартып алына. Шунда уҡ улар менән биш хемәтләндереүсе: врач Евгений Сергеевич Боткин, лакей Трупп, бүлмә ҡыҙы Анна Степановна Демидова, ашнаҡсылар Харитонов һәм Седнёв йәшәй.

Николай II, Александра Фёдоровна, уларҙы балалары, доктор Боткин һәм өс хеҙмәтсе (ашнаҡсы ярҙамсыһы Седнёвтан башҡа) «Айырым тәғәйенләнештәге йортта» — Екатеринбургта Ипатьевтың айырым торған йортонда 1918 йылдың 16 июленән 17 июленә ҡаршы төндә һалҡын һәм атыу ҡоралы менән үлтерелә[132][133][134].

Йәшәү рәүеше, ғәҙәттәре, мауығыуҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Цесаревич Николай Александрович. Тау пейзажы. 1886 ҡағыҙ, акварель Һүрәттәге ҡултамға: «Ники. 1886. 22 июль» Һүрәт паспартуға йәбештерелгән

Николай II ғүмеренең күп өлөшөн ғаиләһе менән Александровский һарайында (Царское Село) йә Петергофта үткәргән. йәй көндәре Ҡырымда Ливадий һарайында ял иткән. Шулай уҡ йыл һайын «Штандарт» яхтаһында Фин ҡултығы һәм Балтиҡ диңгеҙе буйлап ике аҙна ял иткән. Ҡыҙыҡлы күңел аса торған китаптарҙы ла, күбеһе тарихи темаға бағышланған етди фәнни хеҙмәттәрҙе лә; рус һәм сит ил гәзит-журналдарын уҡыған. Папирос тартҡан.

1912 йыл. Спалда һунарҙа

Фотография төшөрөү менән мауыҡҡан, кинофильмдар ҡарарға яратҡан; уның бөтә балалары ла фотоға төшөргән. 1900-сө йылдарҙа ул саҡта транспорттың яңы төрө — автомобилдәр («батшаның Европалағы иң киң автомобиль паркы барлыҡҡа килә») менән мауыҡҡан[135].

1913 йылда рәсми хөкүмәт матбуғат органы императорҙың көнкүреш һәм ғаилә торошо тураһында: «Батша хәҙрәттәре донъяуи ләззәт табып йәшәүҙе яратмай. Яратҡан күңел асыуы Рус Батшаларының нәҫелдән килгән — һунарға һәүәҫлеге. Батша даими булған урындарҙа ла, һунар өсөн махсуслаштырылған урындарҙа ла — Спалда, Скерневице эргәһендә, Беловежье пущаһында» һунар итә тип яҙа[136].

Николай 9 йәшенән көндәлек яҙа башлай. Архивта 50 күләмле дәфтәр — 1882—1918 йй. көндәлектәренең төп нөсхәһе һаҡлана; уның бер өлөшө баҫтырылған[137].

Файл:Дневник Императора Николая II за 1912-1913 годы..jpg
Император Николай II-нең 1912—1913 йй. көндәлеге

Етеш тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баһалар буйынса, Николай II-нең милегендә торған активтар хаҡы XXI быуат башына тура килтереп иҫәпләгәндә, 300 млрд АҠШ долларына тигеҙ булыр ине[138]Money.com, Celebrity Net Worth сығанағы Николай II-не бөтә замандар һәм халыҡтар араһында иң бай кешеләр исемлегендә 7-се урынға ҡуя. [139][прим 11].

Ғаиләһе. Ҡатынының сәйәси йоғонтоһо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Цесаревич Николайҙың буласаҡ ҡатыны менән беренсе аңлы осрашыуы 1889 йылдың ғинуарында була (принцесса Алисаның Рәсәйгә икенсе килеүе), шул ваҡыттан уларҙың ғишығы башлана. Шул уҡ йылды Николай атаһынан никахҡа рөхсәт һорай, әммә кире яуап ала[140]. 1890 йылдың авгусында, Алисаның өсөнсө килеүендә, Николайҙың ата-әсәһе уларҙы осраштырмай; шул ук йылды англия королеваһы Викторияның бөйөк кенәз ҡатыны Елизавета Фёдоровнаға яҙған хаты ла кире һөҙөмтә бирә: потенциаль кәләштең өләсәһе никах союзының перспективаларын белергә тырыша[141]. Шуға ҡарамаҫтан, Александр III-нөң сәләмәтлеге насарайыуы сәбәпле һәм цесаревичтың ныҡышмалы үтенестәре арҡаһында, атаһы уға принцесса Алисаға рәсми тәҡдим яһарға рөхсәт итә, һәм 1894 йылдың 2 апрелендә Николай таһының туғанары оҙатыуында Кобургка юллана. Унда королева Виктория һәм герман императоры Вильгельм II лә килә. 5 апрелдә цесаревич принцесса Алисаға тәҡдим яһай, әммә ҡыҙ дин алмаштырыу мәсьәләһе буйынса икеләнгәнлеген белдерә. Өс көндән, туғандары менән ғаиләлә (королева Виктория, ҡыҙ туғаны Елизавета Фёдоровна) кәңәшләшкәс, принцесса кейәүгә сығырға ризалыҡ бирә. 1894 йылдың 8 апрелендә Кобургта Гессен герцогы Эрнст Людвигтың (Алисаның ағаһы) һәм Эдинбург принцессаһы Виктории-Мелитаның (герцог Альфред Саксен-Кобург-Готскийҙың һәм бөйөк княгиня Мария Александровнаның ҡыҙы) туйында ул кәләш йәрәшә, был турала Рәсәйҙә ябай гәзит яңылығы итеп иғлан бирелә[142]. Николай көндәлегенә был турала «Тормошомдағы мөғжизәле һәм онотолмаҫ көн» тип яҙа.

Цесаревич Николай Александрович һәм принцесса Алиса Гессенская йәрәшелгәндән һуң (Кобург, апрель 1894)

1894 йылдың 14 ноябрендә Ҡышҡы һарай сиркәүендә батша улы Николай II бөйөк кенәз ҡыҙы (православие дине йолаһы буйынса исеме шулай ҡушыла) Александра Фёдоровна менән никахлаша (1894 йылдың 21 октябрендә Александр III батша вафат булыуының иртәгәһенә Ливадияла). Йәш кейәү менән кәләш тәүҙә Аничков һарайында императрица Мария Фёдоровна эргәһендә йәшәйҙәр, әммә 1895 йылдың яҙына Царское Селоға, көҙөнә — Ҡышҡы һарайҙағы үҙҙәренең йәшәү урынына күсәләр.

Батша ғаиләһе фин архипелагында, 1909. Батша Николай II, батшабикә Александра Фёдоровна, бөйөк княгиня Ольга Николаевна һәм бөйөк княгиня Татьяна Николаевна.

1896 йылдың июль-сентябрендә, тәхеткә ултырғандан һуң, Николай һәм Александра Фёдоровна ирле-ҡатынлы батшалар сифатында ҙур европа турнеһына сыға һәм австрия императорына, герман кайзерына, дат һәм британия королеваларына визит яһай. Сәйәхәт Парижға визит һәм императрицаның тыуған илендә, Дармштадтта, ял менән тамамлана.

Батша ғаиләһе 1913 йылда

Артабанғы йылдарҙа батша ғаиләһендә дүрт ҡыҙ — Ольга Николаевна (3.11.1895), Татьяна Николаевна (29.5.1897), Мария Николаевна (14.6.1899) һәм Анастасия Николаевна (5.6.1901) донъяға килә. Бөйөк кенәз ҡыҙары көндәлектәрҙә һәм хат алышҡанда үҙҙәрен билдәләр өсөн йәш буйынса урынлаштырып, исемдәренең тәүге хәрефтәренән төҙөлгән (Ольга — Татьяна — Мария — Анастасия) «ОТМА» аббревиатураһын файҙаланған[143].

1904 йылдың 30 июлендә Петергофта бишенсе бала һәм берҙән-бер ул — цесаревич Алексей Николаевич тыуа.

Александры Фёдоровнаның Николай II (инглиз телендә) яҙышҡан хаттары һаҡланған; Александра Фёдоровнаның бер хаты ғына юғалған, бөтә хаттарға ла императрица үҙе иҫәп нумеры ҡуйған; Берлинда 1922 йылда баҫылған[144][145].

Хөкүмәт сенаторы Вл. И. Гурко Александраның дәүләт идаралығына ҡыҫылыу сығанаҡтарын 1905 йыл башына, батша айырыуса ауыр сәйәси хәлдә ҡалғанда, — ҡатынына баҫылып сыҡҡан дәүләт акттарын ҡарарға бирә башлаған осорға ҡайтара[141]; Гурко: «Батша хәҙрәттәре, тейешле эске ҡеүәте етмәү сәбәпле, ҡайһы берҙә хаким һымаҡ ҡаты ҡуллы була алмаған, ә императрица, киреһенсә, үҙ-үҙенә артыҡ ышаныуға нигеҙләнгән бойороусанлыҡтан туҡылған була»[141].

Файл:Письмо в.к. Николая Михайловича вдовствующей императрице Марии Федоровне. 24 декабря 1916.jpg
Бөйөк кенәз Николай Михайловичтың тол императрица Мария Фёдоровнаға 1916 йылдың 16 декабрендә яҙған хаты: Мәрхүм Григорий Распутин һәм Александра Фёдоровна бер үк икәнен бөтә Рәсәй белә. Беренсеһе үлтерелде, хәҙер икенсеһе лә юҡ булырға тейеш <…>

Монапрхияның һуңғы йылдарында императрицаның Рәсәйҙә революцион ситуация үҫешенә йоғонтоһо тураһында А. И. Деникин үҙенең иҫтәлектәрендә яҙа[146]:

«Григорий Ефимович Распутиндың йоғонтоһо тураһында төрлө имеш-мимеш фронтҡа үтеп инә ине, һәм цензура был тема буйынса хәрәкәт иткән армияла хеҙмәт иткән һалдат хаттарынан да ҙур материал йыйҙы. Һәм иң тетрәндергес тәьҫир иткәне ҡотолғоһоҙ һүҙ:

— Хыянат.

Был һүҙҙе императрицаға ҡарата ҡулландылар. Армияла, урынды ла, ваҡытты ла һайлап тормайса, ҡысҡырып, йәнәһе, императрица ныҡышмалы рәүештә сепарат тыныслыҡ талап иткәне, уның фельдмаршал Гораций Герберт Китченерҙы һатҡаны, ҡасан барырын, йәнәһе, немецтарға еткергәне һ. б. тураһында һөйләнеләр. Булған хәлдәрҙе хәтерҙән үткәреп, императрицаның хыянаты тураһындағы хәбәрҙәр ғәскәргә нисек тәьҫир иткәнен иҫәпкә алып, был хәл армияның кәйефендә, батшабикә һәм династияға, шулай уҡ революцияға ҡарата ни тиклем ҙур роль уйнаған, тип иҫәпләйем».

Деникин күрһәтеүенсә, генерал Алексеев 1917 йылдың яҙында хыянат тураһындағы һорауға бик теләмәй генә яуап биргән[147]:

— Императрицаның ҡағыҙҙарын барлағанда, улар араһында бөтә фронттың ғәскәрен ентекләп билдәләгән карта табылды, ундай карта ике экземпляр — минең өсөн һәм батша хәҙрәттәре өсөн төҙөлә ине. Был хәл миңә кире тәьҫир итте. Кем генә уның менән файҙаланмауы мөмкин…

Деникин, ил менән идара итеүгә императрицаның «тик кире йоғонтоһона» ҡарамаҫтан, уның хыянаты тураһындағы хәбәрҙәр «бер факт менән дә» раҫланманы, ә аҙаҡтан ғәйепләүҙәр Ваҡытлы хөкүмәттең, эшсе һәм һалдат депутаттары Советы вәкилдәре лә ҡатнашлығында, Ғәҙәттән тыш тикшереү (Муравьёв комиссияһы) тарафынан кире ҡағылды.

Батшаны белгән замандаштарының шәхсән баһаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Элекке Министрҙар советы рәйесе граф Сергей Витте 1905 йылдың 17 октябрь Манифесын баҫтырыр алдынан, илдә киҫкен хәлдәр башланып торғанлыҡтан, хәрби диктатура тураһында кәңәшләшкән саҡта, батша үҙен нисек тотҡанын хәтерләй:

Нишләп батша хәрби диктатура индермәне икән, көсһөҙ кеше булараҡ, ул (әлбиттә, башҡаларҙың) физик көсөнә, йәғни уны яҡлаусы һәм уның ғәмәлдәге һәм шикләнгән дошмандарын ҡырыусы көскә ышана <…>, һәм, әйтер кәрәк, ғәмәлдәге сикләнмәгән крепостной хоҡуҡ режимы дошмандары, уның инаныуы буйынса, асылда уның да дошманы.[148].

Генерал Александр Фёдорович Редигер 1905—1909 йылдарҙа (Рәсәй империяһының хәрби министры булараҡ аҙнаһына ике тапҡыр ғали йәнәптәренә шәхси доклад яһаған), үҙенең иҫтәлектәрендә (1917-1918) яҙған:

Уның хәтере ғәжәйеп шәп ине. Ул Гвардияла хеҙмәт итеүселәрҙе һәм ҡасандыр күргән йөҙҙәрҙе, айырым кешеләрҙең һәм ғәскәри частарҙың хәрби батырлыҡтарын онотмай, сыуалыштар ваҡытында баш күтәргән һәм тоғро ҡалған частарҙы хәтерләй, һәр полктың номерын һәм исемен, һәр дивизияның һәм корпустың составын, күп частарҙың урынын белде… <…> Яҙмышына күп ауыр көндәр төшһә лә, ул бер ваҡытта ла һалҡын ҡанлылығын юғалтманы, һәр ваҡыт тигеҙ, яғымлы һәм һәр саҡ тырыш хеҙмәткәр булып ҡалды. Ул үҙен оптимист тине, һәм ысынлап та, иң ауыр минуттарҙа ла Рәсәйҙең киләсәгенә, ҡөҙрәтенә һәм бөйөклөгөнә ышанды. Һәр саҡ мәрхәмәтле һәм йомшаҡ телле, һоҡландырғыс тәьҫораттар ҡалдыра ине. Лайыҡлы кешенең үтенесе йә үтәрҙәй үтенес булһа, ул бер ваҡыт та баш тартманы<…> Уның хакимлыҡ итеүе уңышһыҙыраҡ булды һәм — үҙенең ғәйебе арҡаһында ла. Уның етешһеҙлектәре барыһына ла күренеп тора һәм улар минең иҫтәлектәрҙә лә күренә. Яҡшы сифаттары уны яҡындан белгән кешеләргә генә билдәле булғанлыҡтан, тиҙ онотола<…> мин һаманға тиклем уны йылы тойғо һәм ысын күңелем менән үкенеп хәтерләйем[149].
Николай «Санкт-Петербургские ведомости» гәзитен уҡый, Царское Село, 1902 йылғы фото

Сенатор Владимир Иосифович Гурко эмиграцияла былай тип яҙҙы:

Үҙе әйтеүе буйынса, Николай II-нең, ысынлап рухи ял тапҡан, күңеленә ятҡан йәмәғәт мөхите — ул гвардия офицерҙары даирәһе. Шуға лә ул бик теләп шәхси составы буйынса үҙенә таныш император гвардия полктары офицерҙарының йыйылыштарына бик теләп йөрөгән һәм хатта таң атҡансы унда ҡала торған булған. <…> Офицер йыйылыштары уны иркен аралашыу, оҙаҡ дауам итеүсе һарай яңы этикетын үтәргә кәрәк түгеллеге менән үҙенә тартҡан <…> үп нимәлә Батша, олоғайғансы, үҙендә балаларса йәм таба белеү һәм һәүәҫлек һаҡлаған[141].

Фрейлина, баронесса София Карловна Буксгевден:

Мөғәмәләһендә ябай, яһалмалыҡ юҡ, Унда тыумыштан һалынған Үҙенең бәҫен оноттормаған ғорурлыҡ бар. Шуның менән бергә, Николай II-нең донъяға ҡарашында боронғо рус дворянына хас еңелсә сентименталлек, саф намыҫ һәм эскерһеҙлек тойомлана … Ул үҙ Бурысына изге итеп ҡараны, кеше йомшаҡлығына мәрәхәмәтле булды һәм ябай кешеләрҙе — бигерәк крәҫтиәндәрҙе яратты. Уның ҡарауы, «аҡса менән бәйле ҡараңғы эштәрҙе» ғәфү итмәне[150].

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Орден Святого Андрея Первозванного (20.05.1868)
  • Орден Святого Александра Невского (20.05.1868)
  • Орден Белого орла (Российская империя) (20.05.1868)
  • Орден Святой Анны 1-й ст. (20.05.1868)
  • Орден Святого Станислава (Российская империя) 1 ст. (20.05.1868)
  • Орден Святого Владимира 4 ст. (30.08.1890)
  • Орден Святого Георгия 4 ст. (25.10.1915)

Рәсәй наградаларынан тыш, Николай II ҡырҡтан артыҡ сит ил ордендары менән бүләкләнгән.

Николай тәңкәләрҙә һәм почта маркаларында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Record #34465066 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Deutsche Nationalbibliothek Record #11873492X // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. https://biografiasampo.fi/henkilo/p917
  4. Nikolaj II (швед.)SLS.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Николай II (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1897. — Т. XXI. — С. 124—128.
  6. Nicholas Alexandrovich Romanov // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  7. John L.H. Keep Nicholas II // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  8. P. Vi. Nicholas II. (ингл.) // The Enciclopædia Britannica — 12 — London, NYC: 1922. — Vol. XXXI English History to Oyama, Iwao. — P. 1131—1132.
  9. Александр III (урыҫ) // Энциклопедический словарь / под ред. И. Е. АндреевскийСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1890. — Т. I. — С. 411—413.
  10. Александра Феодоровна (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1905. — Т. доп. I. — С. 71. — 956 с.
  11. Ольга Николаевна (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1897. — Т. XXIа. — С. 911.
  12. Николай II / Шацилло К. Ф. // Никко — Отолиты. — М. : Советская энциклопедия, 1974. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 18).
  13. 13,0 13,1 Правительственный вестник, 29 май (11 июнь1908, № 116, с. 1. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «PravV1908a» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  14. 14,0 14,1 Правительственный вестник, 30 май (12 июнь1908, № 117, с. 1. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «PravV1908b» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  15. Пчелов Е. В. Династия Романовых: генеалогия и антропонимика // Вопросы истории. — 2009. — № 6. — С. 76—83. Архивировано из первоисточника 15 апрель 2019.
  16. Полное собрание законов Российской империи. Собрание третье. — Том XXXII — 1912. Отделение I. От № 36391-38603, Петроград, 1915. — С. 226
  17. Залесский К.А. Полный исторический атлас России, 2010. — С. 129
  18. 18,0 18,1 Курлов П. Г. Государь император Николай Александрович // Гибель императорской России. — Берлин, 1923. — Гл. II.
  19. Высочайший рескрипт, данный на имя высокопреосвященного митрополита Новгородского и С.-Петербургского Исидора // Русский инвалид. — 9 (21) май 1868. — № 125. — С. 1. [Рескрипт от 6 мая 1868 года, Царское Село.]
  20. Высочайше утверждённый церемониал о святом крещении его императорскаго высочества государя великаго князя Николая Александровича // Русский инвалид. — 19 (31) май 1868. — № 135. — С. 1. [Имена и титулы — по источнику.]
  21. 21,0 21,1 Воспоминания великого князя Александра Михайловича Романова / Предисловие Н. Старикова — М.: Питер, 2014. — С. 162. — 320 с. — ISBN 5-496-01400-X.
  22. Зимин, 2011, Филологическая подготовка российских монархов
  23. Зимин, 2011
  24. Радциг Е. С. Николай II в воспоминаниях приближённых // Новая и новейшая история. — 1999. — № 2.
  25. Платонов О. Николай Второй в секретной переписке. — М.: Алгоритм, 2005. — С. 11.
  26. Правительственный вестник, 8 (20) май 1884, № 102, с. 1.
  27. Обнинский, 1912
  28. Правительственный вестник, 22 октябрь (3 ноябрь1894, № 230, с. 1.
  29. Великий князь Александр Михайлович. Книга воспоминаний. — Париж, 1933. — С. 169—170.
  30. о разграничении сфер влияния в области Памиров
  31. Правительственный вестник, 18 (30) ғинуар 1895, № 14, с. 1.
  32. Обнинский, 1912, с. 48, 51
  33. Ольденбург, 1939, т. 1, с. 50—51
  34. Цит. по: Письма Победоносцева к Александру III. — М., 1926. — Т. II. — С. 355—356.
  35. Хвостов, 1963, с. 338
  36. Хвостов, 1963, с. 341
  37. Хвостов, 1963, с. 341—342
  38. Витте, 1923, гл. 24: Проект захвата Босфора. Новая политика на окраинах
  39. Хвостов, 1963, с. 344—345
  40. Высочайший манифест 3 (15) февраль 1899
  41. Ольденбург, 1939, т. 1, гл. 6, с. 140—142
  42. Миронов, 2015, с. 491
  43. Миронов, 2015, с. 496
  44. Россия 1913 год, 1995, с. 343
  45. Сапрыкин, 2009, с. 57
  46. Россия 1913 год, 1995, с. 344
  47. Анфимов А. Царствование императора Николая II в цифрах и фактах // Отечественная история. — 1994. — № 3. — С. 58—76.
  48. Макнилл У. В погоне за мощью. Технология, вооружённая сила и общество в XI—XX веках. — М.: «Территория будущего», 2008. — С. 380. — 455 с. — ISBN 5–91129–004–9. Архивированная копия. Дата обращения: 7 март 2018. Архивировано 24 сентябрь 2015 года. 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
  49. Ferguson N. The Pity of War: Explaining World War I. — L.: Basic Books, 1998. — С. 263. — 563 с. — ISBN 0-465-05711-X.
  50. 50,0 50,1 Сапрыкин, 2009, с. 46
  51. Данилова Л. Н. История непрерывного педагогического образования в России (конец XIX — начало xx века) // Ученые записки ЗабГУ. Сер. педагогические науки : журнал. — 2017. — Т. 12. — № 5. — С. 139. — ISSN 2542-0089.
  52. Сапрыкин, 2009, с. 25
  53. Сапрыкин, 2009, с. 40
  54. Сапрыкин, 2009, с. 21
  55. 55,0 55,1 Сапрыкин, 2009, с. 39
  56. Ringer F.[de]. Education and society in modern Europe. — Indiana University Press, 1979. — С. 280—330. — 370 с. — ISBN 978-0-253-31929-6. (инг.)
  57. Шиловский М. В. Роль каторги и ссылки в заселении и освоении Сибири в XIX — начале XX в. // Сибирский плавильный котёл: социально-демографические процессы в Северной Азии XVI — начала XX века. Сборник научных статей / Отв. ред. Д. Я. Резун. — Новосибирск: Сибирский хронограф, 2004. — ISBN 5-87550-184-7.
  58. Россия. 1913 год. Статистико-документальный справочник / Ред.-сост.: д-р ист. наук А. М. Анфимов, д-р ист. наук А. П. Корелин; Отв. ред. А. П. Корелин; Институт российской истории, Российская академия наук. — СПб.: Русско-Балтийский информационный центр «БЛИЦ», 1995. — 415 с. — ISBN 5-86789-013-9.
  59. Ольденбург, 1939, т. 1, с. 228
  60. Цит. по: Чаяние мира всего мира // Московские церковные ведомости. — 30 август (11 сентябрь1898. — № 35. — С. 464.
  61. Оригинал текста ноты на французском языке]] см.: Правительственный вестник, 16 (28) август 1898, № 178, с. 1 («Le maintien de la paix générale et une réduction possible des armements»).
  62. The Nomination Database for the Nobel Prize in Peace, 1901—1956
  63. Богданович А. В. Три последних самодержца. — М., 1990. — С. 326.
  64. Данилов Ю. Н. Мои воспоминания об Императоре Николае II-ом и Вел Князе Михаиле Александровиче.
  65. Дневники Николая II, 1904. Начат в Царском Селе.
  66. Dennett T.[en] Roosevelt and the Russo-Japanese War. — New York, NY, USA, 1925. — P. 297. (инг.)
  67. Именной высочайший указ Правительствующему Сенату 2007 йыл 16 октябрь архивланған. 12 (25) декабрь 1904 года
  68. Петиция рабочих и жителей Санкт-Петербурга для подачи царю Николаю II
  69. 69,0 69,1 Любимов Д. Н. Гапон и 9 января // Вопросы истории. — М., 1965. — № 8—9.
  70. Витте С. Ю. Воспоминания. Царствование Николая II. — Берлин: Слово, 1922.
  71. Спиридович А. И. Записки жандарма. — Харьков: Пролетарий, 1928. — 205 с.
  72. Кавторин, 1992, с. 358, 364
  73. 9-е января. Кн. П. Д. Святополк-Мирский о Гапоне // Русское слово. — М., 1909. — № 269 (24 ноября). — С. 4.
  74. Кавторин, 1992, с. 369
  75. Святополк-Мирская Е. А. Дневник кн. Е. А. Святополк-Мирской за 1904—1905 годы // Исторические записки. — М., 1965. — № 77. — С. 273—277.
  76. Кавторин, 1992, с. 369—370
  77. Семанов С. Н. «Кровавое воскресенье» как исторический феномен // Вопросы истории. — 1991. — № 6. — С. 182—188.
  78. 78,0 78,1 78,2 Доклад директора Департамента полиции Лопухина министру внутренних дел о событиях 9-го января // Красная летопись. — Л., 1922. — № 1. — С. 330—338.
  79. Начало первой русской революции. Январь-март 1905 года. Документы и материалы / Под ред. Н. С. Трусовой. — М.: Изд-во АН СССР, 1955. — 960 с.
  80. Доклад комиссии присяжных поверенных 16 января 1905 года по поводу событий в Петербурге 9—11 января 1905 г. // Красная летопись. — Л., 1922. — № 1. — С. 137—160.
  81. Невский В. И. Январские дни в Петербурге 1905 года // Красная Летопись. — 1922. — Т. 1.
  82. Дневник Николая Романова. Запись от 9 (22) ғинуар 1905 года. ЦГАОР, ф. 601, оп. 1, д. 248.
  83. Гапон Г. А. Третье послание к рабочим // Священника Георгия Гапона ко всему крестьянскому люду воззвание. — 1905. — С. 14—15.
  84. Струве П. Б. Палач народа // Освобождение. — Париж, 1905. — № 64. — С. 1.
  85. Ленин В. И. Революционные дни // Вперёд. — 18 (31) ғинуар 1905 года. — № 4.
  86. Краткий курс истории ВКП(б). Глава III. Меньшевики и большевики в период русско-японской войны и первой русской революции (1904—1907 годы). 2011 йыл 19 октябрь архивланған.
  87. Кавторин, 1992, с. 370
  88. Девятьсот пятый год: террор в действии. Куплено на японские деньги 2006 йыл 10 октябрь архивланған.
  89. Ольденбург, 1939, т. 1, с. 371—372
  90. Пресса и государство в России(1906—1917 годы)
  91. Официальная публикация манифеста. Дата обращения: 26 сентябрь 2007. Архивировано из оригинала 12 октябрь 2007 года. 2007 йыл 12 октябрь архивланған.
  92. 92,0 92,1 Антанта / Серова О. В. // Анкилоз — Банка. — М. : Большая российская энциклопедия, 2005. — С. 23. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 2). — ISBN 5-85270-330-3.
  93. The Franco-Russian Alliance Military Convention — August 18, 1892
  94. История СССР с древнейших времен до наших дней. — М.: Наука, 1968. — Т. VI. — С. 480.
  95. История СССР с древнейших времен до наших дней. — М.: Наука, 1968. — Т. VI. — С. 475.
  96. Коковцов, 1933, гл. V: Собрание, под моим председательством, губернаторов для заслушания сообщений о предвыборном положении. Н.А. Хвостов…
  97. Мосолов, 1938, с. 108
  98. Россия. 1913 год. Статистико-документальный справочник. Раздел «Экономика».
  99. Севастопольская офицерская школа авиации.
  100. The World War I Document Archive
  101. 101,0 101,1 Палеолог М. Царская Россия во время мировой войны. — М., Международные отношения, 1991. — Гл. XII.
  102. Бьюкенен Дж. Мемуары дипломата. — М.: Международные отношения, 1991. — Гл. 14.
  103. Buchanan G. My Mission to Russia and other diplomatic memories. — 1923. — P. 200. (инг.)
  104. История России, 2010, с. 291
  105. Правительственный вестник, 27 июль (9 август1914, № 165, стр. 1.
  106. Правительственный вестник, 27 июль (9 август1914, № 165, с. 2.
  107. Ibid.[асыҡларға] (редакция текста по указанному источнику).
  108. Правительственный вестник, 21 октябрь (3 ноябрь1914, № 249, с. 1 (сохранены некоторые особенности оригинального написания).
  109. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Kers306 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  110. 110,0 110,1 Уткин А. И. Первая мировая война. — М.: Алгоритм, 2001. — 592 с.
  111. 111,0 111,1 Куртуа С., Верт Н., Панне Ж.-Л., Пачковски А., Бартошек К., Марголен Ж.-Л., при участии Коффер Р., Ригуло П., Фонтен П., Сантамария И., Булук С.Парадоксы Октября 2021 йыл 8 август архивланған. // Чёрная книга коммунизма: преступления, террор, репрессии / Пер. под рук. Е. Л. Храмова. — (Три Века Истории). — М., 1999. — Ч. 1: Государство против своего народа. — Гл. 1.
  112. Поршнева О. С. Крестьяне, рабочие и солдаты России накануне и в годы Первой мировой войны. — М., 2004. — 200 с.
  113. Деникин, 2002, Старая армия и государь, с. 34
  114. Лемке, 1920, с. 813—814
  115. Поспеловский, 1997, с. 245—246
  116. Государственная Дума Российской империи 1906—1917: энциклопедия. — М.: Российская политическая энциклопедия, 2008. — С. 670.
  117. 117,0 117,1 Телеграфная переписка Ставки, Петрограда и командующих фронтами в феврале-марте 1917 г.
  118. 118,0 118,1 118,2 118,3 Кобылин, 2005
  119. 119,0 119,1 119,2 119,3 Ольденбург С. С. Царствование Императора Николая II / Предисловие Ю. К. Мейера. — СПб.: Петрополь, 1991. — 672 с. — ISBN 5-88560-088-0.
  120. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; катков гл12 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  121. 121,0 121,1 Смолин, 2012, с. 139
  122. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Kat төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  123. Д.и.н. Г. Иоффе Русский либерал. Премьер-министр Временного правительства — князь Львов. // «Наука и жизнь», 2006, № 4.
  124. Romanov Collection, General Collection, Beinecke Rare Book and Manuscript Library, Yale University, США.
  125. Отречение Николая II. Дата обращения: 15 март 2010. Архивировано из оригинала 31 март 2015 года. 2015 йыл 31 март архивланған.
  126. Rose, Kenneth. King George V. London: Weidenfeld and Nicolson, 1983, стр. 210 (ссылка на записи личного секретаря короля Георга лорда Стамфордхама (Arthur John Bigge)).
  127. British spies in plot to save tsar The Sunday Times 15 октября 2006.
  128. Sinclair, David. Two Georges: The Making of the Modern Monarchy. London, 1988, стр. 149.
  129. Тобольск // Искры. — 1917. — № 34 (3 сентября).
  130. Тайные силы Екатеринбургского злодеяния. Дата обращения: 31 декабрь 2009. Архивировано из оригинала 18 июнь 2010 года. 2010 йыл 18 июнь архивланған.
  131. Останки, найденные на Урале в июле, принадлежат Романовым «с большой степенью вероятности» NEWSru 28 сентября 2007.
  132. Лавров В. М. «Со святыми упокой…» 2017 йыл 1 март архивланған. // Огонёк. — 2008. — № 28.
  133. Дитерихс М. К. Убийство Царской Семьи и членов Дома Романовых на Урале. — 1922.
  134. Материалы правительственной Комиссии по изучению вопросов, связанных с исследованием и перезахоронением останков Российского Императора Николая II и членов его семьи.
  135. Мосолов, 1938, с. 215
  136. Государь император и его августейшая семья // Правительственный вестник. — 1913. — № 58 (13 марта). — С. 3.
  137. Дневники Николая II (1894—1916 гг.)
  138. «Mansa Musa: The richest man who ever lived», BBC, 11.03.2019
  139. «История самого богатого человека в истории. И это не Джефф Безос», BBC, 17.03.2019
  140. Позднышев С. Распни его. — Париж, 1952. — С. 9.
  141. 141,0 141,1 141,2 141,3 Гурко, 1927
  142. Правительственный вестник, 10 (22) апрель 1894, № 79, с. 1.
  143. alexanderpalace.org, The Grand Duchesses — OTMA
  144. Письма Александры Фёдоровны к императору Николаю II / Пер. с англ. В. Д. Набокова. — Берлин: Слово, 1922.
  145. Переписка Николая и Александры Романовых, 1926—1927.
  146. Деникин, 2002, Устои старой власти: вера, царь и отечество, с. 16—17
  147. Деникин, 2002, Устои старой власти: вера, царь и отечество, с. 17
  148. Витте, 1923, т. II, с. 27 (орфография источника)
  149. Редигер А. Ф. История моей жизни. — Гл. 7. — С. 545, 547, 548—549.
  150. Боханов А. Н. Николай II. — М.: Вече, 2008. — С. 16. — 528 с. — (Императорская Россия в лицах). — ISBN 978-5-9533-2541-7.


Өҙөмтә хатаһы: "прим" төркөмөнөң ғәмәлдәге <ref> тамғалары өсөн кәрәкле <references group="прим"/> тамғаһы табылманы