Никонов Алексей Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Никонов Алексей Васильевич
Заты ир-ат
Тыуған көнө 11 март 1911({{padleft:1911|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыны Пономарёвка районы, Рәсәй
Вафат булған көнө 9 июль 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (26 йәш)
Вафат булған урыны Брунете[d], Мадрид[d], Испания
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Советтар Союзы Геройы
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Никонов Алексей Васильевич (11 март 1911 йыл — 9 июль 1937 йыл) — Испания республика ғәскәрҙәрендәге 4-се айырым механизацияланған бригадаһының «Т-26» танкыһы механик-йөрөтөүсеһе, кесе командир, Советтар Союзы Геройы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алексей Васильевич Никонов 1911 йыл 11 мартында Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Пономаревка районы) Софийское ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Рус.

Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Аксенов урта мәктәбендә белем алған. Тракторсылар курсын тамамлаған. Совхозда эшләгән.

Ҡыҙыл Армияла — 1930 йылдан. Кесе командирҙар мәктәбен тамамлаған.

1936 йылдың ноябрь айынан Испанияла Граждандар һуғышында ҡатнаша.

1937 йылдың 9 июлендә Брунете тораҡ пункты районында танкыға снарядтың тура тейеүенән һәләк була.

Никонов Алексей Васильевич батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн 1937 йылдың 22 октябрендә үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.

Ленин ордены, Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • В. П. Россовский. Золотые Звёзды Оренбуржья. Биографический справочник. Челябинск, Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 512 с. Стр. 315—316.
  • Славные сыны Башкирии. Книга 3. Уфа, 1968.
  • Кузнецов И. И., Джога И. М. Первые Герои Советского Союза (1936—1939). — Иркутск: 1983.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Никонов Алексей Васильевич. «Герои страны» сайты.