Никос Казандзакис
Никос Казандзакисс — ( юнан. Νίκος Καζαντζάκης ; февраль, 1883, Ираклион, Крит провинцияһы, Ғосман империяһы – 26 октябрь, 1957, Фрайбург, Баден-Вюртемберг, Көнбайыш Германия) грек яҙыусыһы, шағир һәм драматург, тәржемәсе, XX быуаттың бөйөк авторҙарының береһе [12].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Никос Казандзакисс 1883 йылдың 18 февралендә[13] Крит утрауындағы Ираклион ҡалаһында тыуа, ул саҡта Ғосман империяһы хакимлығы аҫтында була. 1902 йылда Афинаға килә, Афина университетының юридик факультетында уҡый, 1906 йылда уны отличие менән тамамлай. 1907 йылда Парижға күсә, философияны өйрәнә, Анри Бергсондың лекцияларын тыңлай.
Грецияға ҡайтҡас, фәлсәфәүи әҫәрҙәрҙе тәржемә итеү менән шөғөлләнә. 1914 йылда ул Анджелос Сикелианос менән таныша һәм дуҫлаша, уның менән Грецияла христиан мәҙәниәте ҡомартҡылары һаҡланған тарихи урындарға сәйәхәт итә. 1918 йылдың көҙөндә Грецияның премьер-министры Э. Венизелос полковник Полемархакисты һәм яҙыусы Казандзакисты «урындағы грек халҡын большевиктарҙың йоғонтоһонан азат итергә» тигән бурыс менән Грузияға ебәрә[14]. 1919 йылда социаль тәьминәт министрлығының генераль директоры вазифаһында Понт гректарын Кавказдан тыуған илдәренә ҡайтарыуға булышлыҡ итә.
Донъяның төрлө илдәрендә ( Франция, Германия (1922—1924), Италия, Рәсәй (1925—1927), Испания (1932), Кипр, Мысыр, Чехословакия, Ҡытай, Япония һ.б.) журналист булып эшләй. Берлинда булған осорҙа барлыҡҡа килгән коммунизм менән ҡыҙыҡһыныуы, Ленинға хөрмәт уны СССР-ға алып килә, унда Виктор Серж һәм Панаит Истрати менән аралаша һәм сталинизмдан төңөлөп ҡала.
Ул грек яҙыусыһы Галатея Казанцакиға (Алексиу) (беренсе ҡатыны) һәм ғүмере буйына тоғро юлдашы һәм секретары булған грек журналисы Елени Казандзакиға (Самиу) өйләнә.
1945 йылда һул коммунистик булмаған Эшсе социалистар союзы партияһын («Σοσιαλιστικής Εργατικής Ένωσης») етәкләй һәм Темистоклис Софулис хөкүмәтенә el портфелһеҙ министр булып инә, киләһе йылда уҡ унан китә. Ул Нобель премияһына тәҡдим ителә.
1957 йылдың 26 октябрендә лейкоздан вафат була, православие сиркәүе зыяратта ерләүҙән баш тартҡанлыҡтан, Ираклион ҡалаһының диуары эргәһендә ерләнә. Ҡәбер ташындағы яҙыу: «Бер нәмәгә лә өмөт итмәйем. Бер нәмәнән дә ҡурҡмайым. Мин ирекле.» (Δεν ελπίζω τίποτα. Δε φοβούμαι τίποτα. Είμαι λέφτερος).
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ул үҙенең «Капитан Михалис» (инглизсә тәржемәлә « Азатлыҡ йәки үлем» 1949 ), «Страсти по-гречески» (йәки «Христа распинают вновь», 1948, Б. Мартину операһы), «Житие и деяние Алексиса Зорбаса» (1946), «Последнее искушение» (1955, Католик сиркәүе тарафынан тыйылған китаптар исемлегенә индерелгән), «Беднячок из Ассизи» ( 1956, Изге Франциск тураһында), «Братоубийцы» романдары менән билдәле. Бер нисә драма, Ницше йоғонтоһо аҫтында яҙылған фәлсәфәүи хеҙмәттәре, « Одиссея» эпик поэмаһы (1938 йылда баҫылып сыға) авторы, Дантеның «Илаһи комедия»һын ( 1932 ) һәм Гётеның «Фауст» трагедияһын ( 1936) тәржемәләй.
Танылыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ-ара Тыныслыҡ премияһы лауреаты ( 1956).
Казандзакис үҙенең романдарының экранлаштырылыуы арҡаһында бөтә донъяға билдәлелек яулай: Жюль Дассендың «Тот, которому предстоит умереть» ( «Страсти по-гречески» романы буйынса, 1957, Мелина Меркури менән), Михалис Какояннистың «Грек Зорба» ( 1964, Микис Теодоракис музыкаһы, ролдәрҙә Энтони Куинн, Ирен Папас һ.б.) һәм Мартин Скорсезеның «Последнее искушение Христа» ( 1988, Пол Шредер сценарийы, төп ролдәрҙе Уиллем Дэфо, Харви Кейтель, Барбара Херши һ.б.) фильмдары.
«Грек Зорба» романы һинд мистигы Ошо тәғлимәттәренә һиҙелерлек йоғонто яһай, унда Будданың рухиәтен Зорба һыҙаттары менән берләштергән Зорба-Будда идеал тип һанала[15]. Ошо үҙенең тәғлимәтендә Зорба йөҙөндә «тамуҡтан ҡурҡмай, ожмахҡа ынтылмай, тулы тормош менән йәшәй, тормоштағы ваҡ-төйәк нәмәләрҙән... ризыҡтан, эсемлектән, ҡатын-ҡыҙҙарҙан ләззәт ала. Эш көнөнән һуң ҡулына музыка ҡоралы ала һәм сәғәттәр буйы пляжда бейей» торған кешене күҙ уңында тота[16].
Криттың Миртия ауылында (элекке Варвари) Казандзакистың атаһының йорто һаҡланған, унда яҙыусыға арналған музей бар.
Казандзакистың тормошонан бер нисә реаль ваҡиға, шул иҫәптән СССР буйлап сәйәхәттәре Елена Колмовскаяның «Путешественник и Сирены» (2014) романына нигеҙ булып тора.
Рус телендәге баҫмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Христа распинают вновь : Роман / Перевод с новогреческого Янниса Мочоса и Игоря Поступальского ; [Вступ. статья: Я. Мочоса]. — М.: Гослитиздат, 1962. — С. 470. — (Зарубежный роман XX века).
- Последнее искушение Христа. — М.: АСТ-Пресс, 1993.
- Последнее искушение. — СПб: Литера, 1998.
- Грек Зорба. — М.: София; Гелеос, 2003.
- Невероятные похождения Алексиса Зорбаса. — Азбука, 2014.
- Последнее искушение. — СПб.: Азбука-Классика, 2004.
- Отчёт перед Эль Греко. — М.: Раритет, 2005.
- Греческий пейзаж. Лотос / Классика плюс. — Афины, 2005.
- Капитан Михалис. — М.: Выргород, 2021.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- 1 2 3 4 Deutsche Nationalbibliothek Record #118560867 // Gemeinsame Normdatei (нем.) — 2012—2016.
- ↑ LIBRIS — Национальная библиотека Швеции, 2012.
- ↑ Архив изобразительного искусства — 2003.
- ↑ Nikos Kazantzakis // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ https://www.naxos.gr/the-ursuline-school-school-of-commerce/?lang=en
- 1 2 3 4 5 https://www.kazantzaki.gr/en/muthistorima/anafora-ston-gkreko-138
- 1 2 https://www.kazantzaki.gr/en/taksideuontas-rousia
- ↑ https://www.historical-museum.gr/webapps/kazantzakis-pages/gr/work/translations-dantis-01.php
- 1 2 https://www.kazantzaki.gr/en/travel-writing/taksideuontas-g΄-agglia-158
- ↑ https://data.performing-arts.ch/a/8e2302dd-6ea5-4128-b080-22f96d562d6e / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
- ↑ Никос Казандзакис — Кругосвет энциклопедияһынан
- ↑ Kazantzakis, Helen. Nikos Kazantzakis : a biography based on his letters. — D.S. Ellis, Creative Arts Book Co., 1983. — P. 532. — 589 p. — ISBN 0916870626.
- ↑ Τριαντάφυλος Α. Γεροζήσης, Το Σώμα των αξιωματικών και η θέση του στη σύγχρονη Ελληνική κοινωνία (1821—1975), εκδ. Δωδώνη, ISBN 960-248-794-1
- ↑ Goldman, Marion S. Rajneesh // Encyclopedia of religion / Lindsay Jones, editor in chief. — Second edition. — Macmillan Reference USA, 2005. — С. 7608—7609. — 11000 с. — ISBN 9780028659800.
- ↑ Грицанов А. А. Раджниш Ошо. — Мн.: Книжный Дом, 2011. — С. 11. — 384 с. — (Тайны Посвящённых). — ISBN 978-985-17-0253-0.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Prevelakis P. Nikos Kazantzakis and His Odyssey. A Study of the Poet and the Poem. New York: Simon and Schuster, 1961
- Kazantzakis H. Nikos Kazantzakis. A biography based on his letters. New York: Simon and Schuster, 1968 (переизд. 1983)
- Bien P. Nikos Kazantzakis. New York: Columbia UP, 1972
- Levitt M.P. The Cretan Glance, The World and Art of Nikos Kazantzakis. Columbus: Ohio State UP, 1980
- Μαράς Σ. Νίκος Καζαντζάκης. Τέχνη και Μεταφυσική. Αθήνα, 1988
- Bien P. Kazantzakis. Politics of the Spirit. Princeton: Princeton UP, 1989
- Wilson C., Dossor H.F. Nikos Kazantzakis. Nottingham: Paupers, 1999
- Middleton D.J.N. Novel Theology: Nikos Kazantzakis’s Encounter with Whiteheadian Process Theism. Macon: Mercer UP, 2000
- Owen L. Creative Destruction: Nikos Kazantzakis and the Literature of Responsibility. Macon: Mercer UP, 2003
- Middleton D.J.N. Scandalizing Jesus?: Kazantzakis’s 'Last Temptation of Christ' Fifty Years On, New York: Continuum, 2005
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Казанцакис музейы сайты (грек.)
- Никос Казанцакис (ингл.)
- Никос Казанцакис 2011 йыл 22 август архивланған. (француз)
- Никос Казандзакис (инг.) Internet Movie Database сайтта
- Никос Казанцакис(недоступная ссылка) Кругосвет энциклопедияһында
- 2 мартта тыуғандар
- 1883 йылда тыуғандар
- Ғосман империяһында тыуғандар
- 26 октябрҙә вафат булғандар
- 1957 йылда вафат булғандар
- Баден-Вюртембергта тыуғандар
- Әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы номинанттары
- Грек шағирҙары
- XX быуат яҙыусылары
- Халыҡ-ара Тыныслыҡ премияһы лауреаттары
- Греция яҙыусылары
- Греция тәржемәселәре
- Алфавит буйынса тәржемәселәр
- Греция драматургтары
- XX быуат драматургтары
- Алфавит буйынса драматургтар
- Греция шағирҙары
- Алфавит буйынса шағирҙар
- Алфавит буйынса шәхестәр