Эстәлеккә күсергә

Никушор Дан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Никушор Дан
рум. Nicușor Dan
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Румыния
Тыуған көнө 20 декабрь 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[1] (55 йәш)
Тыуған урыны Фэгэраш[d], Брашов[d], Румыния[2]
Һөнәр төрө математик, активист, сәйәсмән, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы Member of the General Council of Bucharest[d], член Палаты депутатов Румынии[d], примар Бухареста[d], лидер партии[d] һәм президент Румынии[d][3]
Уҡыу йорто Бухарест университеты[d]
Университет Париж-юг XI[d]
Высшая нормальная школа[d]
Radu Negru National College[d]
Университет Париж-север XIII[d][4]
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми етәксе Кристоф Суле[d][4] һәм Даниэль Барски[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы беспартийный[d][5]
Участвовал в выборах Президентские выборы в Румынии (2025)[d]
Ҡатнашыусы Халыҡ-ара математик олимпиада[d]
Рәсми сайт nicusordan.ro
Вики-проект Проект:Математика[d]
 Никушор Дан Викимилектә

Никушор Дан (рум. Nicușor Dan; 1969 йылдың 20 декабрендә Румыния, Брашов графлығы, Фэгэрэш) — румын сәйәсмәне һәм дәүләт эшмәкәре, ғалим (математик), 2025 йылдың 19 майынан Румынияның һайланған президенты.

1969 йылдың 20 декабрендә Фэгэрэш (Брашов графлығы) ҡалаһында тыуған, Раду Негру юғары мәктәбендә уҡый. 1987 һәм 1988 йылдарҙа Халыҡ-ара математик олимпиадаларҙа абсолют һөҙөмтәләр күрһәтеп, беренсе урын яулай . 18 йәшендә Бухарестҡа күсә, унда Бухарест университетында[d] математиканы өйрәнә .

1992 йылда математиканы өйрәнеүҙе дауам итеү өсөн Францияға күсеп килә: Францияның иң абруйлы Ҙур мәктәптәренең береһе булған Париж мәктәбендә Юғары нормаль курстар уҙа, унда магистр дәрәжәһен ала. 1998 йылда Université Sorbonne-Paris-Nord университетында математика буйынса докторлыҡ дәрәжәһен ала, Кристоф Суле Даниэль һәм Барский етәкселегендә яҙылған «Courants de Green et prolongement méromorphe» диссертацияһын яҡлай. Шул уҡ йылда Бухареста ҡайта, үҙенең килеү сәбәптәре итеп француз мәҙәниәтенә яраҡлашҡанлығын һәм Румынияны үҙгәртеп төҙөү теләген атай.[6]

Никушор Дан Румыния академияһының математика институты кысаларында, Париж мәктәбе Юғары нормаль үрнәгендә тормошта барлыҡҡа килгән Școala Normală Superioară Bucuresti университетын ойоштороусыларҙың береһе һәм беренсе директоры административ һәм 2011 йылда математика профессоры була.

Румыния депутаттар палатаһының элекке ағзаһы, шулай уҡ үҙәк-уң Румынияның Ҡотҡарыу союзы сәйәси партияһына нигеҙ һалыусы һәм элекке лидеры. Ул 2020 йылда Румынияла урындағы һайлауҙар һөҙөмтәләре буйынса Бухарест мэры булып китә.

2025 йылда Румыния президент сайлауларында[d] ҡатнаша, унда Румынияны һаҡлау союзы партиясе тарафынан хуплана һәм Джордже Симион[d] менән икенсе турға сыға. 2025 йылдың 18 майында үткән һайлауҙарҙың икенсе турында 54 % тауыш менән еңеп, Румынияның яңы президенты булып китә.