Эстәлеккә күсергә

Нимвицкий Борис Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нимвицкий Борис Николаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 8 декабрь 1885({{padleft:1885|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Тыуған урыны Раквере[d], Везенбергский уезд[d], Эстләнд губернаһы[d], Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 25 май 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1] (83 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзаһы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы VI съезд РСДРП(б)[d]
Ойошма ағзаһы Общество старых большевиков[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены

Нимвицкий Борис Николаевич (8 декабрь 1885 йыл — 25 май 1969 йыл) — СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1918 йылдан Өфө губерна Халыҡ Хужалығы Советы рәйесе урынбаҫары, губерна революцион комитеты рәйесе. 1920—1921 йылдарҙа РКП(б)-ның Өфө губерна комитеты секретары, бер үк ваҡытта 1920—1922 йылдарҙа Советтарҙың Өфө губерна башҡарма комитеты рәйесе, 1923 йылда РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты секретары. Ленин ордены кавалеры.

Борис Николаевич Нимвицкий 1885 йылдың 8 декабрендә Рәсәй империяһының Эстлянд губернаһының Везенберг (хәҙер Раквере) ҡалаһында дворян ғаиләһендә тыуған.

Өфө гимназияһында, һуңынан — Брюссель электротехник мәктәбендә уҡыған.

1903 йылдан алып РСДРП ағзаһы, большевик, ошо йылдан уҡ Рәсәйҙәге революцион хәрәкәттә ҡатнаша (Өфө, Ҡазан һәм Петроградта).

1907 йылда Тубыл губернаһына һөрөлә, һөргөнгә алмашҡа сит илгә сығыу мөмкинлеге бирелә. Борис Николаевич 1907—1914 йылдарҙа эмиграцияла була.

1917-1918 йылдарҙа — Колпин һәм Петроград эшсе һәм һалдат депутаттары Советы, РСДРП(б)-ның Петроград комитеты ағзаһы, Колпин ревкомы рәйесе. Учредителдәр йыйылышы (1918) ағзаһы. РСДРП-ның 7-се (Апрель) Бөтә Рәсәй конференцияһы, РСДРП(б)-ның VI съезы (1917) делегаты.

1918—1923 йылдарҙа Өфөлә партия эшендә: (РКП(б)-ның Өфө губерна комитетының (1920—1922) һәм ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының яуаплы секретары (1922-23), һуңынан РКП-ла, Халыҡ хужалығының юғары советында (ВСНХ) эшләй.

1933 йылдан — Мәскәү юғары уҡыу йорттарында уҡытыусы.

1969 йылдың 25 майында Мәскәүҙә вафат була[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ленин ордены
  1. 1,0 1,1 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. Башҡортостан энциклопедияһы — Нимвицкий Борис Николаевич(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 6 декабрь 2020)
  • Протасов Л. Г. Люди Учредительного собрания: портрет в интерьере эпохи. — М., РОСПЭН, 2008.
  • Асабин Е. П. Под знаменем революции. — Уфа, 1991.