Эстәлеккә күсергә

Нина Ангеловска

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нина Ангеловска
макед. Нина Ангеловска[1]
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Төньяҡ Македония[2]
Тыуған көнө 13 июль 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (37 йәш)
Тыуған урыны Скопье, СР Македония[d], Югославия Социалистик Федератив Республикаһы[d]
Һөнәр төрө министр
Биләгән вазифаһы Minister of Finance[d]
Уҡыу йорто Университет Святых Кирилла и Мефодия в Скопье[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Социал-демократический союз Македонии[d]
 Нина Ангеловска Викимилектә

Нина Ангеловска (макед. Нина Ангеловска (13 июль 1988 йыл, Скопье) — Төньяҡ Македонияның элекке финанс министры. Ул шулай уҡ эшҡыуар, ЮНКТАД ҡатын-ҡыҙҙар өсөн электрон сауҙа башланғысы адвокаты һәм Македония электрон коммерция ассоциацияһы президенты. Ангеловска — Македонияла килешеүҙәр төҙөү өсөн тәүге платформаны һәм Grouper.mk. электрон сауҙа компанияһын ойоштороусы һәм уның етәксеһе. Польшаның Asseco SEE төркөмө уның компанияһын һатып алғас, ул бизнестан уңышлы сыға.

Иртә тормошо һәм хеҙмәт юлы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ангеловска Скопьелағы Изгеләр Кирилл һәм Мефодий университетының иҡтисад факультетында «Электрон бизнес» белгеслеге буйынса бакалавр һәм магистр дәрәжәһен ала[3]. Уҡыуын тамамлағас, «Йыл студенты» тип атала һәм 2010 йылда иҡтисади фәндәр буйынса быуындың иң яҡшы студенты булараҡ Фрэнк Мэннинг премияһына лайыҡ була. 2011 йылда Ангеловска иң инновацион бизнес-план өсөн милли конкурста еңеп сыға һәм килешеүҙәр төҙөү өсөн Македонияның беренсе платформаһы һәм Македонияның төп электрон коммерцияһы кеүек билдәле Grouper.mk компанияһына нигеҙ һалыусыларҙан була[4][5] . 2016 йылда Ангеловска үҙенең альма-матерында идара итеү буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[5]

Хөкүмәткә эшкә килгәнсе Ангеловска генераль директор булараҡ Grouper.mk компанияһын етәкләй, шулай уҡ һанлы иҡтисад, бизнесты үҫтереүҙе һәм электрон сауҙа өлкәһендә консультант булып эшләй[6]. 2018 йылда Grouper компанияһында 20 кеше эшләй һәм 200 мең клиент була[5]

2016 йылда Ангеловска стартапттар тураһында немец журналы The Hundert тарафынан төҙөлгән «Европала компанияларға нигеҙ һалыусы 100 ҡатын-ҡыҙ» исемлегенә индерелә. 2018 йылда ул Forbes журналының Европала электрон сауҙа һәм ваҡлап һатыу буйынса Forbes «30 Under 30» исемлегенә индерелә[5]. 2019 йылда ЮНКТАД уны ҡатын-ҡыҙҙар өсөн электрон сауҙа башланғысының ете донъя адвокатының береһе тип таныны.

2019 йылдың авгусында Ангеловска Төньяҡ Македонияның финанс министры итеп тәғәйенләнә[4]

Һулдан уңға: Клаудия де Эредия, Элианти Хильман, Нина Ангеловска, Патрисия Цунди Яо һәм Сяофэй Яо

2019 йылдың 24 сентябрендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының сауҙа һәм үҫеш буйынса конференцияһы үҫешеүсе илдәрҙән ете «ҡатын-ҡыҙҙар өсөн электрон сауҙа яҡлылар» хаҡында иғлан итте. Ангеловсканан тыш, исемлеккә Назанин Данешвар, Кларисса Ирибагиза, Сяофэй Яо, Патрисия Цунди Яо, Клаудия де Эредия һәм Хелианти Хильман инә[4].

2020 йылда Forbes өсөн Ангеловска Кэндис Нкот Биссектан «ҡатын-ҡыҙҙар өсөн электрон сауҙа» тураһында интервью ала[7]. 2020 йылға Төньяҡ Македония бюджеты кеше капиталына (һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һ.б.) инвестициялар аша сығымдарҙы 50 процентҡа арттыра, шулай уҡ тулайым милли продуктҡа ҡарата дәүләт бурысын кәметеү планлаштырыла[8].

  • Европаның тергеҙеү һәм үҫеш банкы (ЕБРР), идара итеүселәр советының элекке ағзаһы (2019 йылдан)[9]
  1. https://civilmedia.mk/koja-e-nina-angelovska-novata-ministerka-za-finansii/
  2. https://unctad.org/en/pages/newsdetails.aspx?OriginalVersionID=2203
  3. Nina Angelovska | Leadership Conference | Macedonia (англ.). USAID (15 марта 2018). Дата обращения: 16 октября 2019. Архивировано из оригинала 5 сентября 2018 года.
  4. 1 2 3 unctad.org | UNCTAD unveils 7 top advocates for women in tech, e-commerce. unctad.org (25 сентября 2019). Дата обращения: 16 октября 2019.
  5. 1 2 3 4 Nina Angelovska — Nina Angelovska (англ.). Forbes. Дата обращения: 16 октября 2019.
  6. Nina Angelovska | Leadership Conference | Macedonia (англ.). USAID (15 марта 2018). Дата обращения: 16 октября 2019. Архивировано из оригинала 5 сентября 2018 года.
  7. Angelovska, Nina. E-Trade For Women: Connecting E-Commerce Women Leaders And Making Their Voices Heard (англ.). Forbes. Дата обращения: 24 января 2020.
  8. mihail.vasilevski. Angelovska: So far, most of the funds under the 2020 Draft Budget have been provided for human capital (англ.). Ministry of Finance (12 ноября 2019). Дата обращения: 24 января 2020.
  9. Board of Governors European Bank for Reconstruction and Development (EBRD).