Нинкович Наташа

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нинкович Наташа
сер. Наташа Нинковић
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Босния һәм Герцеговина
 Сербия
 Югославия Социалистик Федератив Республикаһы[d]
Тыуған көнө 22 июль 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[1][2] (51 йәш)
Тыуған урыны Требине[d], Босния һәм Герцеговина Социалистик Республикаһы, Югославия Социалистик Федератив Республикаһы[d][1]
Һөнәр төрө театр актёры, кино актёры, актёр, сценарий яҙыусы
Эшмәкәрлек төрө актёрлыҡ оҫталығы[d][3]
Эш урыны National Theatre in Subotica[d]
Уҡыу йорто Драма сәнғәте факультеты[d]
Сәнғәт университеты[d]
Әүҙемлек урыны Югославия[3]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Нинкович Наташа Викимилектә

Наташа Нинкович (сер. Наташа Нинковић / Nataša Ninković; 22 июль 1972, Требине) —- серб театр һәм кино артисы, «Спаситель», «Жизнь и война», «Профессионал», «Ловушка» фильмдарындағы ролдәре менән билдәле. Бер нисә абруйлы премия лауреаты, бер нисә тапҡыр Ватан һәм сит ил кинофестивалдәренең иң яҡшы артисы тип таныла.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Наташа Нинкович 1972 йылдың 22 июлендә, Югославия Федератив Социалистик Республикаһының (хәҙерге Серб, Босния һәм Герцеговина Республикаһы) Требине ҡалаһында тыуған. Бала сағын шунда уҡ ата-әсәһе Бранко һәм Милена Нинковичтар менән үткәрә. Урындағы башланғыс һәм урта мәктәпте тамамлай. Мәктәпте тамамлағандан һуң Белградҡа китә һәм Белград университетына уҡырға инә. Унда профессор Владимир Евтович етәкселегендә Драма сәнғәте факультетында уҡый. Воин Четкович, Сергей Трифунович һәм Небойша Глоговац кеүек билдәле артистар уның курсташтары була. Университетты 1994 йылда тамамлай[4][5].

Нинкович кинола 1989 йылда университетта уҡыған сағында уҡ төшә башлай, шулай ул «Иң яҡшы» һәм «Голливудҡа өс билет» фильмдарында эпизодик ролдәр башҡара. Босния һуғышының фажиғәле ваҡиғаларына арналған «Ҡотҡарыусы» америка касса фильмында төп ролдәрҙең береһен уйнап, 1998 йылда киң йәмәғәтселеккә билдәле була. Был роле өсөн ул бер нисә абруйлы кинонаградаларға лайыҡ була, атап әйткәндә, Сочиҙа «Кинотавр» Рәсәй фестивалендә иң яҡшы актриса тип таныла, Нишала серб ватан актерҙары ҡаҙаныштары фестивалендә бер нисә награда ала.

2003 һәм 2004 йылдарҙа «Профессионал» фильмында һәм «Ҡатнаш никах» телесериалында төшә. 2006 һәм 2007 йылдарҙа «Безумный, запутанный, нормальный» сериалында һәм «Ловушка» фильмында төрлө әһәмиәттәге күп кинопремиялар йыя. 2008 йылда «Яралы бөркөт» телесериалында төп ролдәрҙең береһен башҡара.

Белградта Милли театр сәхнәһендә спектаклдәрҙә күп ролдәр башҡара. Бер нисә театр наградаларына эйә: 2002 йылда «Сон в летнюю ночь» спектаклендә ҡатнашҡаны өсөн «Комедия көндәре» фестивале призына лайыҡ була, 2005 йылда «Трансильвания» спектакле өсөн Белград драма театры фаразы буйынса иң яҡшы актриса тип таныла, өс тапҡыр Белградта Милли театрҙың иң яҡшы актрисаһы тип таныла (2001, 2002, 2010).

Белградта йәшәй. Ненад Шаренацта кейәүҙә, ике балаһы бар — игеҙәктәр Лука һәм Матия[6].

Фильмографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атамаһы Оригиналь атамаһы Йыл Роле Иҫкәрмәләр
Лучший Najbolji 1989 официантка
Три билета в Голливуд Tri karte za Holivud 1993 Луция
Атека Голубовича Golubovića apoteka 1998 Елена телефильм
Князь Михайло Knez Mihajlo 1998 телефильм
Спаситель Savior 1998 Вера
Семейное сокровище Porodično blago 1998 Ружица Ранкович телесериал; 1998—2001
Жизнь и война Rat uživo 2001 Лола
Датчанин и Сербии Den serbiske dansker 2001 Эма телефильм
Мастер Majstor 2001 телефильм
Илька 2003 Елена Маркович телефильм
Профессионал Profesionalac 2003 Марта
Смешанный брак M(j)ešoviti brak 2004 лола телесериал; 1 эпизод
Что-то важное хочу Вам сказать Imam nešto važno da ti kažem 2005 мать
Ивкова слава Ivkova slava 2005 Параскева
Сделано в Югославии 2005 Мария
Идеальные отношения Idealne veze 2005 Тамара телесериал
Безумный, запутанный, нормальный Ljubav, navika, panika 2006 Божана телесериал; 1 эпизод
Ловушка Klopka 2007 Мария
Улица лип Ulica lipa 2007 Сашка телесериал; 2007-09
Регион St. 2 Pokrajina St. 2 2008 Ружица
Раненый орёл Ranjeni orao 2008 Вукица телесериал; 2008-09
Горький фрукт Gorki plodovi 2008 Анита телесериал; 2008-09
Скорая помощь 2009
Некоторые другие истории 2010 Милена
Неразбиваемое сердце Nepobedivo srce 2011 Кача Стаджич телесериал
Соцветие липы на Балканах Cvat lipe na Balkanu 2011 Рики Салом телесериал
Смерть человека на Балканах Smrt čoveka na Balkanu 2012 Нада
Дара из Ясеноваца Дара из Јасеновца 2020 Радойка

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #1061702391 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Nataša Ninković // filmportal.de — 2005.
  3. 3,0 3,1 Чешская национальная авторитетная база данных
  4. Nataša Ninković (Bosnian), www.trebinje.info. 11 декабрь 2011 тикшерелгән.
  5. Nataša Ninković (Serbian), National Theatre in Belgrade. 11 декабрь 2011 тикшерелгән. 2008 йыл 7 май архивланған.
  6. Maksimović, Danijela. Gluma je dovoljan razlog za sreću (Serbian) (23 November 2008). 11 декабрь 2011 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]