Ниғмәтулла Бирҙебаев

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ниғмәтулла Бирҙебаев
Тыуған ваҡыты

1789({{padleft:1789|4|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Үҫәргән улусы, Этҡол ауылы

Үлгән ваҡыты

билдәһеҙ

Вафат урыны

билдәһеҙ

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй флагы 1804—?

Хәрби звание

урядник

Хәрби алыш/һуғыш

Рус-прусс-француз һуғышы
1812 йылғы Ватан һуғышы,
Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814)

Наградалар һәм премиялар
IV дәрәжә Изге Георгий ордены

Ниғмәтулла Бирҙебаев (1789—?) — хәрби эшмәкәр. Рус-прусс-француз һуғышында, 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ниғмәтулла Бирҙебаев Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы) Этҡол ауылында йәшәгән.

1807 йылда 1-се Башҡорт полкы составында Рус-прусс-француз кампанияһында ҡатнаша[1].

1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, 1814 йылдың аҙағына тиклем 9-сы Башҡорт атлы полкы составында француздарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. 9-сы Башҡорт атлы полкы Яңы Воздвиженка ҡәлғәһендә 9-сы кантон башҡорттарынан ойошторола һәм 1812 йылдың 10 октябрендә Һамар аша Түбәнге Новгородҡа бара, 1813 йылдың майында Варшава герцоглығына килеп етә һәм бында Польша армияһы составына индерелә[2]. 1813 йылдың 19 сентябрендә 9-сы Башҡорт полкы Крейц отрядына керә һәм төрлө алыштарҙа, шул иҫәптән 1813 йылдың 28 сентябрендә — Фрайберг, 6 һәм 7 октябрҙә — Лейпциг, 14 октябрҙә — Мадин янындағы алыштарҙа ҡатнаша. Алыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ниғмәтулла Бирҙебаев 3-сө дәрәжәләге Изге Георгий ордены менән бүләкләнә.

21 октябрҙә 9-сы полк Төньяҡ армияның кавалериянан генерал барон Винценгероде корпусына ҡушыла, ә 1813 йылдың 27 декабренән 1814 йылдың 15 ғинуарына тиклем генерал-лейтенан Строгановтың отряды составында Гамбург ҡәлғәһен блокадалауҙа, Эрфурт эргәһендәге алышта ҡатнаша.

1814 йылда полк Франция территорияһындағы алыштарҙа ҡатнаша. 13 февралдә — Селдизил, 21 февралдә — Элле, 24, 25 һәм 26 февралдә — Лаон янындағы алыштарҙа ҡатнаша. 1814 йылдың 19 мартында союздаш ғәскәрҙәре составында 9-сы Башҡорт атлы полкы Парижға инә. 1814 йылдың декабрендә полк туған яғына юл тота[3].

1815 йылдың 20 ноябрендә урядник званиеһын ала.

Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Сулейманов Ф. М. Юго-восточный Башкортостан: малоизученные страницы истории и этнографии — Уфа: Гилем, Башкирская энциклопедия, 2013. — Б. 112. — 272 б. — ISBN 978-5-88185-122-4.
  2. Рахимов Р. Н., 2012, с. 399
  3. Гатиятуллин З. Г. Башкиры 9-го и 10-го кантонов в Отечественной войне 1812 г // Ватандаш : журнал. — 2013. — № 4. — С. 110-133. — ISSN 1683-3554.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]