Ниғмәтуллин Карам Ғиләж улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ниғмәтуллин Карам Ғиләж улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 22 март 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны Татар Ҡоро Иҙәге, Покровка ауыл Советы (Фёдоровка районы), Фёдоровка районы
Вафат булған көнө 25 февраль 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (87 йәш)
Һөнәр төрө Һалдат
Хәрби звание кесе сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Хәрби подразделение 112-се Башҡорт атлы дивизияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Дан ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Ниғмәтуллин Карам Ғиләж улы (рус. Нигматуллин Карам Гилязович (22 март 1924 йыл — 25 февраль 2012 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры.[1][2].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Карам Ғиләж улы Ниғмәтуллин 1924 йылдың 22 мартында хәҙерге Башҡортостандың Фёдоровка районында тыуған. Һуғышҡа 1942 йылдың 6 августында алына. Хәрби билетындағы яҙмаларға ярашлы, присяганы 1942 йылдың 10 ноябрендә ҡабул итә. 1947 йылдың 14 февралендә демобилизациялана, тип хәбәр итә ветерандың ейәне Ниғмәтйән Ханов.[3]

Хәрби юлын 1942 йылда 31-се гвардия дивизияһының 9-сы ротаһында танкист булып башлай. Дон йылғаһы янындағы алышта яралана, дауаланырға Өфө госпиталенә ебәрелә. Госпиталдә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолоуы тураһында ишетә һәм уйлап та тормай ғариза бирә. Күнекмәләрҙән һуң, дивизияла кесе лейтенант дәрәжәһендә хеҙмәтен дауам итә, Берлинғаса барып етә. Һуғыштан һуң ике йыл Кавказда хеҙмәт итә.[4]

Ниғмәтуллин Карам Ғиләж улы 2012 йылдың 25 фералендә вафат.[3]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]