Эстәлеккә күсергә

Ниғмәтуллин Ришат Ғаяз улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ниғмәтуллин Ришат Ғаяз улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 20 апрель 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (72 йәш)
Тыуған урыны Күмертау, Көйөргәҙе районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө химик
Эш урыны Өфө дәүләт авиация техник университеты
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Ниғмәтуллин Ришат Ғаяз улы (20 апрель 1952 йыл) — комсомол, партия органдары хеҙмәткәре, хужалыҡ эшмәкәре, ғалим. Нефтехимия һәм химмотология өлкәһе белгесе. Техник фәндәр докторы, профессор. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының бүлек ағзаһы[1], Рәсәй инженер академияһының[2], ағза-корреспонденты, Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы академигы[3], Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы[4].

Ришат Ғаяз улы Ниғмәтуллин 1952 йылдың 20 апрелендә Башҡорт АССР-ының Күмертау ҡалаһында тыуған. 1969 йылда Күмертау ҡалаһының 12-се мәктәбен, 1974 йылда — «Нефть һәм газ эшкәртеүҙең химик технологияһы» һөнәре буйынса Өфө нефть институтын тамамлай һәм Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы оператор булып эшкә урынлаша.

1975 йылдан ВЛКСМ комитеты секретары, артабан ВЛКСМ-дың Өфө ҡалаһы Орджоникидзе район комитетының икенсе (1976) һәм беренсе (1978) секретары. 1981 йылдан КПСС-тың Өфө ҡала комитетының сәнәғәт-транспорт бүлеге инструкторы, 1983 йылдан — мөдир урынбаҫары[5].булып эшләй.

1984 йылда Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводына кире килә, унда партком секретары (1986 йылдан), фәнни-технологик үҙәгенең баш инженер (1990 йылдан), баш инженер урынбаҫары (1996 йылдан) булып эшләй.

Шул йылдарҙа халыҡ депутаттарының Өфө ҡалаһы Орджоникидзе район Советына ике тапҡыр (1977—1985) депутат итеп һәм ике тапҡыр — халыҡ депутаттарының Өфө ҡала Советы депутаты (1985—1995) итеп һайлана[6].

1998 йылда «Башнефтехим» холдингыһының май етештереү етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 2001 йылдан алып генераль директор вазифаһын биләй, 2002 йылдан — НУНПЗ-ның май етештереү начальнигы.

2004 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университетының хужалыҡ иҫәбендәге ижад үҙәгенең химмотология һәм трибология проблемалары Институты директоры булып эшләй, шул уҡ ваҡытта ҡорамалдар һәм иретеп йәбештереү производствоһы технологияһы кафедраһында уҡытыусы эшмәкәрлеген башлай.

2010 йылда химмотология һәм майлау материалдарын эксплуатациялау өлкәһендә ғилми тикшеренеүҙәр, шулай уҡ эшләүсе майҙы анализлау буйынса приборҙар эшләүсе техниканы диагностикалау менән шөғөлләнгән «Химмотолог» ЯСЙ-енә нигеҙ һала[7][8].

Ғилми һәм уҡытыу эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1990 йылда кандидатлыҡ, ә 1999 йылда — докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Ниғмәтуллин Ришат Ғаяз улы 183 ғилми хеҙмәт авторы булып тора (шуларҙың 60 ВАК исемлегендәге журналдарҙа баҫылған), шул иҫәптән 11 китап (шулар араһында 5 уҡыу баҫмаһы) һәм 53 уйлап табыу.

Төп фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары нефть эшкәртеү һәм химмотология өлкәһендә ята. Төп хеҙмәттәре нефть продукттарын селектив таҙартыу процестарын ткшереү һәм нефть продукттарын алыу буйынса яңы технологияларҙы эшләү менән бәйләнгән. Ниғмәтуллин Ришат Ғаяз улы Волга автомобиль заводы автомобилдәре өсөн йыуҙырыусы-йөрөтөп һынаусы май етештереү технологияһын эшләүҙә, ватан турбореактив самолёттарының газ турбиналарын майлау майҙарын, резина-техник эшләнмәләрҙе озондан ярылыуҙан һаҡлаусы балауыҙ продукттарын эшләүҙә; НУНПЗ-ыла майҙарҙы N-метилпирролидон менән селектив таҙартыу ысулын индереүҙә (был ысул Рәсәйҙә тәүге тапҡыр ҡулланыла) ҡатнаша.

2001 йылдан Ришат Ғаяз улы үҙенең эшен Өфөнөң эре юғары уҡыу йорттарында: ӨДНТУ, ӨДАТУ уҡытыу эше менән бергә алып бара. Өфө дәүләт нефть техник университетының доктор диссертация советы ағзаһы итеп һайлана (2001—2009 йй.). 2015 йылдан Финанс университетының өфө филиалында уҡыта[9].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияһының мәғариф һәм фән министрлығының иң яҡшы тикшеренеү эше өсөн дипломы (2010),
  • «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы» маҡтаулы исеме (2010)[10],
  • «Scientia et Labore» («Хеҙмәт һәм Белем менән») ордены.
  1. Доктора наук Академии Наук Республики Башкортостан
  2. Состав действительных членов и членов-корреспондентов РИА
  3. Состав академиков Российской академии естествознания
  4. Ниғмәтуллин Ришат Ғаяз улы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  5. Нигматуллин Ришат Гаязович 2017 йыл 12 ғинуар архивланған. // Инженеры Урала. Энциклопедия 2022 йыл 26 апрель архивланған.. — Екатеринбург: Уральский рабочий, 2012. — ISBN 5-85383-350-2.
  6. Нигматуллин Ришат Гаязович // Учёные России: Энциклопедия. — М.: Академия естествознания, 2012. — ISBN 978-5-91327-189-1.
  7. СБИС — ООО «Химмотолог»
  8. YouTube сайтында Битва диагностов 2015 — Выступление директора ООО «Химмотолог»
  9. Преподаватели уфимского филиала Финансового Университета 2016 йыл 7 декабрь архивланған.
  10. Указ Президента РБ от 21.12.2010 № УП-744 2017 йыл 9 апрель архивланған.