Ниғмәтуллин Ғәлимйән Әмирйән улы
| Ниғмәтуллин Ғәлимйән Әмирйән улы | |
| татар. Галимҗан Нигъмәти | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 14 июль 1897[1] |
| Тыуған урыны | Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
| Вафат булған көнө | 4 ноябрь 1938[1] (41 йәш) |
| Вафат булған урыны | Коми Автономияле Совет Социалистик Республикасы[d], РСФСР, СССР[2] |
| Балалары | Q13208451? |
| Һөнәр төрө | учёный-литературовед, әҙәби тәнҡитсе, университет уҡытыусыһы |
| Эш урыны |
Azat Seber[d] Ватаным Татарстан[d][1][3][4] Татарское книжное издательство[d][3][4] Яналиф[d][3][4] Татар дәүләт гуманитар-педагогия университеты[1][3][4] |
| Уҡыу йорто |
Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең И. В. Сталин исемендәге коммунистик университеты[1] Всесоюзный институт журналистики[d][1][3] |
| Ғилми исеме | профессор[d][1][3] |
| Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы[1][4] |
| Ойошма ағзаһы | СССР Яҙыусылар союзы |
Ниғмәтуллин Ғәлимйән Әмирйән улы (ижади псевдонимы Ғәлимйән Ниғмәти; рус. Нигматуллин Галимзян Амирзянович, Галимджан Амиржанович Нигматулли;26 июль 1897 йыл—4 ноябрь 1941 йыл) — журналист, әҙәбиәт белгесе. 1926 йылдан «Кызыл Татарстан» гәзитенең, 1928 йылдан — Татиздаттың баш мөхәррире; 1931—1932 йылдарҙа «Яналиф» журналының яуаплы мөхөрире, бер үк ваҡытта 1929 йылдан Татар педагогия институты уҡытыусыһы, 1934—1937 йылдарҙа татар теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, яҙыусыларҙың бөтә Союз съезы делегаты (1934). Сәйәси золом ҡорбаны.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәлимйән Әмирйән улы Ниғмәтуллин 1897 йылдың 26 июлендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Өйҙөрәкбаш ауылында тыуған[5]
Өфөлә — «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә, 1922 йылда — Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең И. В. Сталин исемендәге коммунистик университетында, 1923—1924 йылдарҙа Мәскәү журналистика институтында уҡый.
1918 йылдан алып Өфөләге «Кызыл яу», Омскиҙағы «Азад Себер» һ.б. гәзиттәрҙең хәбәрсеһе. 1925—1926 йылдарҙа Бөтә Рәсәй Үҙәк Комитетының (ВКП(б)) матбуғат бүлеге инструкторы. 1926 йылдан Ҡазанда йәшәй һәм эшләй[6].
1926—1927 йылдарҙа «Кызыл Татарстан» («Ҡыҙыл Татарстан») гәзитенең, 1928—1930 йылдарҙа Татарстан китап нәшриәтендә баш мөхәррире, 1930—1932 йылдарҙа «Яңалиф» («Яңы әлифба») журналының яуаплы мөхәррире, бер үк ваҡытта, 1929—1937 йылдарҙа, Ҡазан педагогия институтында эшләй. 1934—1937 йылдарҙа татар теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире, 1935 йылдан — профессор[5].
1920—1930 йылдарҙа татар әҙәбиәт белемендә мәҙәниәт-тарих мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙы береһе[6].
1937 йылдың 17 сентябрендә «троцкист милли ойошмаһы ағзаһы, ҡоротҡослоҡ эшмәкәрлеге» буйынса нахаҡҡа ғәйепләнеп ҡулға алына, төрмәлә вафат була, 1956 йылдың 22 мартында аҡлана[7].
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ниғмәти татар әҙәбиәт белеменең фәлсәфи-эстетик нигеҙҙәрен, фәлсәфә, эстетика, тарих, психология, социология фәндәренең үҙ-ара йоғонтоһо нигеҙендә комплекслы өйрәнеү принциптарын эшләй[6].
Көнсығыш һәм ғәрәп әҙәбиәттәрен сағыштырып өйрәнә.
Татар әҙәбиәтенә А. С. Пушкин, Л. Н. Толстой, А. П. Чехов, М.Горький, Н. Г. Чернышевскийҙың тәьҫире (гуманистик пафос, демократизм, ижади хеҙмәт, эстетик оҫталыҡ, иҗади шәхестең батырлығы) тураһындағы мәкаләләр, татар әҙәбиәте дәреслектәре һәм уҡытыу программалары авторы[6]..
1934 йылда яҙылған «Татар совет әҙәбиәте үҫештә» хеҙмәте совет әҙәбиәте теорияһына, әҙәбиәт ғилеме методологияһына, татар яҙыусыларының ижадына арналған, башҡорт әҙәбиәтенә арналған хеҙмәттәре лә байтаҡ: «Хәҙерге башҡорт әҙәбиәте» (1929), «Шәйехзада Бабич» (1929) (икеһе лә татар телендә) һ.б.[6].
- Хеҙмәттәре
- «Максим Горький: тормошо, көрәше һәм ижады» (1928)[6].
- «Революция йылдарындағы әҙәбиәтебеҙ» (1929)[6].
- «Татар совет әҙәбиәте үҫештә» (1934) (бөтәһе лә — татар телендә)[6].
- Әҫәрҙәре
- Сайланма әсәрләр. Казан, 1958.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Нигмати Галимджан // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ https://ru.openlist.wiki/Нигматуллин_Галимзян_Амирзянович_(1897)
- 1 2 3 4 5 6 Институт татарской энциклопедии и регионоведения Академии наук Республики Татарстан Нигъмәти (Нигъмәтуллин) Галимҗан Әмирҗан улы // Татарика
- 1 2 3 4 5 Литературная энциклопедия (урыҫ) — Коммунистическая академия, Большая российская энциклопедия, Художественная литература, 1929.
- 1 2 Сафуанов С. Ғ., Хәкимова М. В.. Ниғмәтуллин Ғәлимйән Әмирйән улы, Башҡорт энциклопедияһы (19 октябрь 2019). 22 май 2025 тикшерелгән.
- 1 2 3 4 5 6 7 8 Мусабәков Р. Р.. Нигъмәти (Нигъмәтуллин) Галимҗан Әмирҗан улы. 22 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Нигматуллин_Галимзян_Амирзянович, Жертвы политического террора в СССР (База данных)Расстрельные спискиКнига памяти Республики Татарстан, ru.openlist.wi. 22 май 2025 тикшерелгән.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәлимйән Әмирйән улы (недоступная ссылка)
- Ниғмәтуллин Ғәлимйән Әмирйән улы