Ниғмәтуллин Әкрәм Ағзам улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ниғмәтуллин Әкрәм Ағзам улы
Тыуған көнө 16 февраль 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (74 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Баймаҡ районы, 1-се Эткол
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты

Ниғмәтуллин Әкрәм Ағзам улы (рус. Нигматуллин Акрам Агзамович) (16 февраль 1946 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, 1990 йылдан Баймаҡ районы халыҡ депутаттары советы рәйесе — Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы администрацияһы башлығы, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының ҡатын-ҡыҙҙар эше, ғаиләне һаҡлау, әсәлек һәм балалыҡ буйынса комиссия ағзаһы.


1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ниғмәтуллин Әкрәм Ағзам улы 1946 йылдың 16 февралендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы 1-се Этҡол ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт, юғары белемле — 1969 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1969 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлағас Баймаҡ районы колхозында баш агроном булып башлай, ВЛКСМ-дың Баймаҡ районы комитетында секретарь була. 1975—1990 йылдарҙа «Таналыҡ» совхозы директоры, Сибай совхозы директоры, Баймаҡ районында Йылыйыр совхоз-техникумы директоры. 1990 йылдан Баймаҡ районы халыҡ депутаттары советы рәйесе — Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы администрацияһы башлығы. [1]

Баймаҡ районы 163-сө Зауралье һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының ҡатын-ҡыҙҙар эше, ғаиләне һаҡлау, әсәлек һәм балалыҡ буйынса комиссия ағзаһы.[2]

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]