Ниғәмәтуллин Рамаҙан Муллағәли улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ниғәмәтуллин Рамаҙан Муллағәли улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 16 август 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Тамьян-Ҡатай кантоны, Иманғол
Вафат булыу көнө 12 февраль 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Учалы районы, Учалы
Һөнәр төрө металлург
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Ниғәмәтуллин Рамаҙан Муллағәли улы (16 июль 1924 йыл — 12 февраль 2002 йыл) — совет мәғдән табыу сәнәғәте алдынғыһы, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының экскаватор машинисы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966), СССР-ҙың почетлы таусыһы (1979).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ниғәмәтуллин Рамаҙан Муллағәли улы 1924 йылдың 16 июлендә Башҡорт АССР-ы Тамъян-ҡатай кантоны (хәҙерге Башҡортостандың Учалы районы) Иманғол ауылында тыуа. Белеме — тулы булмаған урта.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1940 йылда «Башзолото» тресы Учалы руда идаралығының тау цехында башлай.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Демобилизациянан һуң 1950 йылда машинисы ярҙамсыһы, 1952 йылдан алып — Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында экскаватор машинисы булып эшләй.

Ете йыллыҡта (19591965) мәғдән сығарыу нормаларын 108,3 процентҡа үтәй һәм пландан тыш 291 мең тонна мәғдән таба, ә 1965 йылда рудник буйынса 103 һәм 105 %-ҡа план үтәлһә, Нәғәмәтуллин планды 110,6 %-ҡа үтәй һәм пландан тыш 73 мең тонна мәғдән сығара. Мәғдән сығарыу буйынса ете йыллыҡ йөкләмәне 6,5 йылда үтәй.

Социалистик ярышта үҙ экскаваторының ремонт арауығы ваҡытын оҙайтып, нормала ҡаралған 4 йыл урынына 4 йыл 9 ай дауамында капремонтһыҙ эшләй. Ауыр тау-геология шарттарында быраулаусылар, шартлатыусылар һәм геологтар менән хеҙмәттәшлек итеп, ҡиммәтле мәғдәндең юғалтыуҙарҙын 1960 йылда 4,5 %-ҡа тиклем, 1965 йылда 2,5 процентҡа тиклем әҙәйтә. Мәғдәндең буш тоҡомдар менән ҡатнаш сығарылыуын кәметә һәм 524 мең һум экономия яһай.

19631965 йылдарҙа уның рационализаторлыҡ тәҡдимдәре арҡаһында 8910 һум экономия алына. Ниғәмәтуллин үҙенең бай тәжрибәһенә 20 экскаватор машинисын өйрәтә, шунлыҡтан рудник 1965 йылда мәғдән сығарыуҙы 5 %-ҡа арттыра һәм өҫтәмә 165 мең кубометр тау массаһын бирә.

Төҫлө металлургияны үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән 20 май 1966 йылдың 20 майында Рамаҙан Муллағәли улы Ниғәмәтуллинға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә һәм уға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырыла.

19671975 йылдарҙа РСФСР Юғары Советының етенсе һәм һигеҙенсе саҡырылыш депутаты була.

1979 йылдан алып 1980 йылда пенсияға киткәнгә тиклем Учалы байыҡтырыу комбинатының уҡыу комбинатында производство инструкторы булып, Учалы ҡалаһы № 30 һәм № 45 урта һөнәри-техник училищеһында производствоға уҡытыу мастеры булып эшләй. Таусылар 1979 йылда уға СССР-ҙың Почетлы таусыһы исеме бирелә.

2002 йылдың 12 февралендә 78-се йәшендә вафат була.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герои труда: Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трёх степеней из Башкортостана / сост. Р. А. Валишин и др. — Уфа: Китап, 2011. — 432 с.: ил. —ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Башкирская энциклопедия / Гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа, Башкирская энциклопедия, 2008. — Т. 4. Л-О. 672 с. ISBN 978-5-88185-068-5.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]