Новгород агиографияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Новгород агиографияһы

Новгород агриографияһы (шулай уҡ төньяҡ рус агиографияһы) — Бөйөк Новгородта һәм уның тирә-йүнендә урындағы изгеләргә арналған агиографик сығанаҡтар төркөмө .

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Новгород ерҙәрен христианлаштырыу башланған ваҡыттан алып новгород агиографияһының башланыуын күҙәтергә мөмкин. Владимир Ярославичтың Изге София соборында ерләнгәненән һуң, ғибәҙәтхананы нигеҙләгән кеше булараҡ, йыназа уҡылырға тейеш була. Әммә Новгород сиркәүҙәре ҡорола башлаған ул заманда изгеләргә йыназа уҡыу, башлыса, грек теленән тәржемә ителгән ғибәҙәт китаптары буйынса грек изгеләренә генә бағышлап үткәрелгән була, ә был саҡта кенәз Борис һәм Глеб, шулай уҡ Феодосий Печерскийҙарҙан башҡа рус изгеләренә йыназа уҡылмаған була. Бары тик XII быуат аҙағында ғына, Новгород сиркәүҙәрҙең үҙаллылыҡ хоҡуҡтарын алып, иҡтисади ҡеүәте нығынғанлыҡ арҡаһында йәмғиәттә ихтирамлы урын биләгәндән һуң ғына, урындағы пантеон һәм изгеләр тураһындағы тейешле әҙәбиәтте булдырыуҙың кәрәклеге мөһим тип табыла.

XV быуат Новгород агиографияһының сәскә атыу ваҡыты була. Архиепископтар Евфимий II һәм Ионаның ул осорҙағы мәҙәни сәйәсәте агиографияның ҡеүәтле үҫешенә булышлыҡ итә һәм Новгород рухи традицияларыың беренсел булғанлығын күрһәтеүгә йүнәлтелә. Урындағы изгеләргә иконалар булдырыу һәм изгеләрҙең тормошон тасуирлап яҙыр өсөн ритор Пахомий Серб саҡырыла. Тап Пахомий Серб күп һанлы агиографик ижад емештәренең авторы булған була, шул иҫәптән, Новгород владыкалары Моисей, Иоанн, II Евфимий һәм Иона житиеларын да ул яҙған була.

Ағалы-энеле Лихудтар тарафынан яҙылған һәм 1706—1707 йылдарҙа грек телендә эшкәртелгән Варлаам Хутынскийҙың житиеһын Новгород агиографияһының тамамланыуы тип иҫәпләргә мөмкин, һуңынан был житие рус теленә тәржемә ителә.

Үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Новгород агиографик әҙәбиәтен реконструкциялау өсөн тәүге материалдарҙы йылъяҙмалар бирә, уларҙа изге кешеләр тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт яҙылған була. Урындағы житие йолаһына индереүҙең өлгөһө булып апостол Андрей Первозванныйҙың йөрөүе тураһындағы әҫәр тора. Новгород житиелары фольклор сығанаҡтарына яҡын тороуҙары менән билдәле. Шулай итеп, легендар мотивтарҙы архиепископ Иоанн, Римлян Антоний, Иоанн Клопский һәм башҡаларҙың житиеларында табырға мөмкин.

Ҡайһы бер әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Богородица иконаһы знамениеһы тураһында хикәйәт»

Был әҫәрҙә Новгород ҡалаһы кешеләренең ҡаланы ҡамауҙа тотҡан суздаль кешеләрен еңеүе тураһында һөйләнелә. Әҫәр архиепископ Иоаннды данлай һәм Новгородтың Богородица һәм күктең ҡурсалауы аҫтында булыуы тураһында бәйән итә. Кенәз Андрей Боголюбский, киреһенсә, «яуыз фирғәүен» итеп һүрәтләнә. Хикәйәттә шул осорҙағы ваҡиғаларҙың Новгородтың сәйәси бойондороҡһоҙлоғо нигеҙе менән бәйле булыуы һүрәтләнә.

«Новгород архиепискобы Иоанндың шайтанға ултырып Иерусалимға сәйәхәте тураһында повесть»

Был повесть Новгород архиепискобы Иоанндың изгелеген данлауға арналған. Сюжет нигеҙен урта быуаттар әҙәбиәтенә хас булған яҡты һәм ҡара көстәрҙең дини көрәше мотивтары тәшкил итә.

«Новгород посаднигы Шило тураһында повесть»

Шулай уҡ Иоанн исеме менән бәйле әҫәр — «Новгород посаднигы Шило тураһындағы повесть». Уның нигеҙендә — ростовщик-монах Шилоның 1320 йылда Новгород ҡалаһында Покров сиркәүен төҙөүе тураһындағы риүәйәт ята. Был әҫәрҙә автор динде боҙоусылар менән бәхәсләшә, мәрхүмдәрҙе ерләгәндә доға уҡырға кәрәклеген иҫбатлай[1].

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Лекция: Поэтика новгородской агиографии 15 в. (билдәһеҙ).

Өҙөмтә хатаһы: <references> билдәләнгән "автоссылка1" исемле <ref> тамға алдағы текста ҡулланылмай.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]