Новгород кремле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Новгород кремле
Рәсем
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Бөйөк Новгород
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Новгородская область/Великий Новгород (Кремль)[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Указания, как добраться Кремль
Commons-logo.svg Новгород кремле Викимилектә

Новгород кремле (шулай уҡ Новгород детинецы) — Бөйөк Новгородтағы ҡәлғә. Был ҡәлғә Волховйылғаһының һул ярында урынлашҡан. Йылъяҙмаларҙа беренсе тапҡыр 1044 йылда телгә алына. Федераль әһәмиәтендәге архитектура ҡомартҡыһы булып тора, дәүләт тарафынан һаҡлана. ДеНовгород ҡәлғәһе Бөйөк Новгородтың тарихи үҙәге булараҡ ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә ингән.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XVII быуат аҙағындағы «Знамения Божией Матери» Михайловский иконаһының фрагменты.

Хәҙерге ҡәлғәнең төньяҡ өлөшө Волхов йылғаһының һәм уның ике ҡултығы яһаған дельтала торған, территорияһы утраулы ике тармаҡҡа бүленгән. Г. М. Штендер фаразлауынса, иң тәүге ҡәлғә хәҙерге ҡәлғәнең урта өлөшөн (Пречистенский һәм Владимирский манаралары секторын, йәғни утрауҙың үҙәген) биләгән). В. Л. Янин фекеренсә, боронғо ҡәлғә хәҙерге Кремлдең төньяҡ-көнбайыштағы Владычный двор районында (йәғни төньяҡ утрауҙа) торған.

Новгород. Ҡәлғә һәм сауҙа урыны ҡош осоу бейеклегенән ҡарағанда. XIX быуат аҙағында.
Новгород. Кремль майҙаны. Xx быуат башында.

Х—XI быуаттарҙа Новгород ҡәлғәһе урынында Людин осо (районы) торлаҡ усадьбалары торған. Новгород кремленең Пречистенский манараһы торған урындарҙа алып барылған археологик ҡаҙыуҙар ваҡытында ағас диуар фрагменттары табылған. Имән ағастарҙың арҡыры бысылған урындарын радиоуглеродлы анализлау барышында уларҙың датаһын 951±27 йыл һәм 918 ±41 йыл тип билдәләйҙәр. Олег Олейников фекеренсә, был анализдар һөҙөмтәһе ошо ҡәлғәнең төньяҡ өлөшөндә Х быуатың өсөнсө сирегендә нығытма тороуы хаҡында һөйләй[2].

Ағас кремль-ҡәлғә кенәз Владимир Ярославич — Ярослав Мудрыйҙың улы — ваҡытында нигеҙләнгән.

1045 йылда кенәз Владимир Ярославич ҡәлғәлә София соборын таштан төҙөтә башлай, сөнки уға тиклем был урында торған ағас ҡорам 989 йылда янып юҡҡа сыҡҡан була. Бөйөк Новгородтың София соборын 7 йыл дауамында төҙөгәндәр. Уны епископ Лука Жидята 1052 йылда изгеләштергән. Соборҙы изгеләштергәндән һуң Владимир Ярославич бер ай тирәһе эсендә вафат булған һәм яңы ғына төҙөлөп бөткән ғибәҙәтханала ерләнгән.

Ҡәлғә Волхов йылғаһынан 10 м бейеклектәге ҡалҡыулыҡта тора. Формаһы теүәл булмаған овал кеүек, ҡәлғә көньяҡтан төньяҡҡа табан һуҙылған һәм яр яғынан бер аҙ эскә инеберәк тора. Кремль диуарҙарының тышҡы периметры 1487 м, уның төньяҡтан көньяҡҡа һуҙылған араһының оҙонлоғо — 565 м, көнбайыштан көнсығышҡа табан һуҙылған араһы оҙонлоғо — 220 м, дөйөм майҙаны 12,1 гектар.

Ҡайһы бер башнялары емерелгән, әйткәндәй, Пречистенский һәм Воскресенский башнялары урынында киң аркалы үткәүелдәр булдырылған.

София соборы (1045—1050 йылдарҙа)
Владыка (Грановитый) төп палатаһының залы
София ҡыңғырауҙар манараһы
Андрей Стратилат сиркәүе (XIV—XVII вв.)
Новгород Кремле (Детинец)

Архитектура[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кокуй манараһы
«Рәсәйҙең бөтә донъя, ЮНЕСКО тәбиғи һәм мәҙәни мираҫы серияһында сыҡҡан көмөш тәңкәләр: Бөйөк Новгород һәм уның тирә-йүнендәге тарихи һәйкәлдәр, тарихи һәм тирә-Бөйөк Новгородта»

Детинецтың стеналары һәм башнялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡәлғәнең стеналары таштан һәм кирбестән эзбиз иретмәһе ҡушып һалынған. Уның ҡалынлығы 1-2,5 кирбестән тора Таштан һалынған ере эзбизташтан һәм таштарҙан тора. Ҡәлғә стеналарының ҡалынлығы төрлө урында төрлөсә: 3.6 м-ҙан алып 6.5 метрға, ә бейеклеге — 8-15 м-ға тиклем етә. Ҡәлғә ҡапҡалары өҫтөнә һәлендереп ҡорамдар төҙөлгән. Уларҙы төҙөүҙә төп ролде новгород архиепископтары уйнаған, ә кенәздәр ҡәлғә сиркәүен төҙөүҙә ҡатнашмаған . Әлеге ваҡытта реставрацияланған диуарҙарҙың күпселек өлөшө 19501960 йылдарҙа А. В. Воробьев етәкселегендә башҡарылған, уларға ҡәлғәнең xv быуаттағы ҡиәфәте бирелгән.

Хәҙер ҡабул итегән ҡәлғә манараларының исеме тарихи атамалы түгел, Мәҫәлән, «Һарай», «Княжая», «Кокуй», «Митрополит» манараларының атамаларын XIXXX быуаттарҙағы тыуған яҡты өйрәнеүсе авторҙарҙың атамалары (XVIIXVIII бб. манараларҙың тотороҡло атамалары булмаған). Ҡәлғә эсендәге башнялар биш йәки алты ярустарға бүленгән. Манараларҙың ярустары үҙ-ара ағас баҫҡыстар менән тоташып тора. Һәр башня ҡәлғә диуарының хәрби юлына айырым рәүештә сығып тора. Аҫҡы ярустар боеприпастар һаҡлау өсөн ҡулланылған. Башня, бынан тыш, боеприпастар һәм ҡорал күтәрер өсөн ҡорамалдар менән тәьмин ителгән.

Кремлдең башнялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Спасская (1297 йыл)
  • Һарай
  • Княжая
  • Кокуй башняһы (Кукуяй) — Петр I заманында үҙгәртеп ҡоролған
  • Покровский (1305 йыл)
  • Златоустовский
  • Митрополит башняһы.
  • Федоровский
  • Владимирский
Һаҡланмаған манаралар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  • Пречистенский (Богородицкий)
  • Борисоглебский
  • Воскресенский (1296 йыл)

Бөтә стенаның оҙонлоғо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ошонан башлап Ошоға тиклем Оҙонлоғо (м)
Пречистенский аркаһы Һарай башняһы 286
Һарай башняһы Спас башняһы 59
Спас башняһы Княжая башняһы 75
Княжая башняһы Кокуй башняһы 52,5
Кокуй башняһы Покровский башняһы 58,9
Покровский башняһы Златоустовский башняһы 88,4
Златоустовский башняһы Воскресенский башняһы 100,6
Воскресенский башняһы Митрополит башняһы 150
Митрополит башняһы Федор башняһы 62
Федор башняһы Владимир башняһы 112,6
Владимир башняһы Пречистенский аркаһы 172

Ғибәҙәтханалары һәм бәләкәй сиркәүҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һаҡланғандары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • София соборы
  • Андрей Стратилат сиркәүе
  • Сергий Радонежский сиркәүе. 1463 йыл.
  • Раббының Иерусалимға инеүе сиркәүе. 1759 йыл, иконалар төшөрөүсе Исаакийҙың xiv быуаттағы биҙәгән сиркәүе урынында төҙөлгән. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң лекторий итеп яраҡлаштырылған.

Юҡҡа сыҡҡан сиркәү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Борис һәм Глеб сиркәүе

Башҡа һәйкәлдәр һәм ҡомартҡылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Һәйкәл «Рәсәйҙең Мең Йыллығы»
  • София соборының ҡыңғыраүҙар манараһы
  • Йәшерен һыулы ҡапҡа
  • Баярҙарҙың һыулы ҡапҡаһы
  • Владыка палатаһы, готика, 1433 йыл
  • Часозвоня
  • Мемориал «Мәңгелек дан уты»
  • Никита корпусы
  • Владыка ихатаһы
  • Присутственный урындар

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Оборонительные сооружения Новгорода

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]