Новиков Илья Сергеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Новиков Илья Сергеевич
рус. Илья Сергеевич Новиков
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 11 февраль 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[1] (40 йәш)
Тыуған урыны Мәскәү ҡалаһы, СССР[2]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө юрист, юғары мәктәп уҡытыусыһы, игрок в интеллектуальные игры
Эш биреүсе Рәсәй дәүләт суд эшмәкәрлеге университеты[d]
Уҡыу йорто Рәсәй дәүләт суд эшмәкәрлеге университеты[d][2]
Спорт командаһы ағзаһы Ксеп (команда ЧГК)[d]
Спорт төрө Что? Где? Когда?[d] һәм Своя игра[d]
Ҡатнашыусы Кто хочет стать миллионером?[d], Самый умный[d], Жестокие игры[d], Детектив-шоу[d], Своя игра[d], Колесо истории[d] һәм Что? Где? Когда?[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Фолловерҙар һаны 41 357
Commons-logo.svg Новиков Илья Сергеевич Викимилектә

Новиков Илья Сергеевич (11 февраль1982 йыл, Мәскәү) — Россия һәм Украиналағы ҡайһы бер резонанслы суд эштәрендә ҡатнашыуы менән танылған Рәсәй адвокаты. 2019 йылда Новиков Украинаның 5-се президенты Петр Порошенконың һаҡсыһы була.

«Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» телевизион клубы уйынсыһы (2002-2016), Бриллиант ябалаҡ (2014) һәм ике Гәлсәр өкө эйәһе (2004, 2014).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Илья Сергеевич Новиков 1982 йылдың 11 февралендә Мәскәүҙә тыуа. 2004 йылда ҡыҙыл диплом менән Рәсәй суд эшмәкәрлеге академияһын тамамлаған. 2005 йылдан шунда уҡ юридик факультетта һәм судьяларҙың квалификацияһын күтәреү факультетында уҡыта. 2011 йылдың авгусынан — «Гончарова, Новиков һәм партнерҙар» юридик бюроһында өлкән партнер[3]. 2013 йылдың ғинуарынан — Tenzor Consulting Group консалтинг компанияһы партнеры[4].

Новиковтың ышаныслы кешеләре араһында — Рәсәйҙә Рәсәй журналистарының һәләк булыуына ҡатнашыуҙа ғәйепләнеп хөкөм ителгән Украина хәрби хеҙмәткәре Надежда Савченко[5]. Уның икенсе клиенты — Молдовала айырыуса ҙур күләмдәге урлашыуҙа һәм аҡса үҙләштереүҙә ғәйепләнгән Молдова эшҡыуары һәм сәйәсмәне Вячеслав Платон[6][7]. Олег Сенцов эше фигуранты — Украина тарихсыһы Алексей Чирнийҙы яҡлаған, әммә процесстан сыҡҡан[8].

«Ксеп» командаһы составында, 2002

2017 йылдан — Barristers Украина адвокаттар союзы партнеры[9][10].

2019 йылда Новиков чечен хоҡуҡ яҡлаусыһы Оюб Титиевтың адвокаттарының береһе була[11]. Новиковтың тағы бер клиенты — «Бердянск» катеры капитаны Роман Мокряк («Керчен инциденты»да ҡатнашҡан кеше). Рәсәйгә ҡаршы шпионаж өсөн хөкөм ителгән Норвегия пенсионеры Фруде Берг эше буйынса һаҡсы була[12].

2019 йылда экстремислыҡта ғәйепләнгән Мәскәү эше фигуранты, студент һәм сәйәси активист Егор Жуковты яҡлаған[13]. 2019 йылдың октябрендә элекке президент Петр Порошенко адвокаттары командаһына ҡушыла[14].

2021 йылда «Мемориал» хоҡуҡ һаҡлау үҙәген бөтөрөү барышында адвокат була, шулай уҡ «Команда 29» менән берлектә, экстремистик ойошма тип танылған һәм суд ҡарары буйынса юҡҡа сығарылған, Коррупцияға ҡаршы көрәш фондын яҡлай[15].

2021 йылдан Киевта йәшәй һәм эшләй[16]. 2022 йылдың мартында Киевтың территориаль оборона сафтарына инеүен әйткән.

«Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2002 йылда Марина Уфаева командаһы составында «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» телеуйында беренсе тапҡыр сығыш яһай (команда тамашасыларға 4:6 иҫәбе менән отторған)[17]. Новиков иң яҡшы уйынсы тип табыла.

2003 йылдан 2008 йылға тиклем Алесь Мухин командаһында сығыш яһай, унда шулай уҡ Елена Кисенкова, Михаил Левандовский, Петр Сухачев һәм Инна Друзь уйнаған. Команда дүрт серия финалына сыҡҡан (ҡыш-2003, яҙ-2004, көҙ-2004, яҙ-2007)[18]. Команда 2003 йылдың финал уйынына эләккән, уны 6:5 иҫәбе менән отҡан, әммә «Бриллиант өкө» тамашасы Мария Мельниковаға насип була[19]. 2004 йылдың көҙгө серияһы һөҙөмтәләре буйынса Новиков «Гәлсәр өкө» эйәһе була. 2006 йылғы ҡышҡы серияла «Милләттәр кубогы — 2006»ла еңгән һәм йыл финалында 3:6 иҫәбе менән отторған Рәсәй йыйылма командаһында уйнай[20].

2009 һәм 2010 йылдарҙа Алексей Новиков Блинов командаһы өсөн сығыш яһай. Үткән биш уйындан команда береһендә генә еңеп сыға. 2010 йылдың көҙгө серияһында Новиков хәл иткес блиц раундын ота, тик ҡышҡы серияла, шулай уҡ хәл иткес раундта, яҙыусы Александр Островский тураһында 13-се сектор һорауына яуап бирә алмай һәм шул рәүешле финалда ҡатнашыуҙан мәхрүм ҡала[21].

«Викторонопко» командаһы составында, 2010

2011 йылда Новиков Алесь Мухин командаһына әйләнеп ҡайта. Яңыртылған командала Григорий Алхазов, Гюнель Бабаева, Эльман Талыбов һәм Анатолий Бугаев уйнай (Анатолий Бугаев 2014 йылда Украинала сәйәси кризис башланғандан һуң, «Беренсе каналда уның пропагандаһы менән мөнәсәбәт булдырырға теләмәү» сәбәпле, телеклубта ҡатнашыуҙан баш тарта һәм Юлия Архангельскаяға алыштырыла[22]). Мухин командаһы был составта 2011—2014 йылдарҙа дүрт йәйге серияның финалына сыға, шуларҙың өсөһөндә еңә (2011, 2013, 2014)[23]. 2011 йылғы йәйге серия һөҙөмтәләре буйынса, Новиков серияның иң яҡшы уйынсыһы тип табыла, әммә һуңынан Григорий Алхазов файҙаһына «Гәлсәр өкө»нән баш тарта[24]. 2014 йылдың йәйге серияһында Новиков беренсе тапҡыр «Гәлсәр өкө» ала, шунан һуң Мухин командаһы 2014 йылдың финал уйынына сыға, унда 6:5 иҫәбе менән еңә һәм дөйөм тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса Новиков «Бриллиант өкө»гә эйә була[25].

2016 йыл миҙгелендә Новиков ингән Алесь Мухин командаһы уйынға индерелмәй. Борис Крюк «Московский комсомолец» гәзитенә биргән интервьюһында был Новиковтың Надежда Савченконы яҡлауҙа ҡатнашыуы менән бәйле һәм ул башҡа клубта уйнай алмауы хаҡында белдерә[26]. Шул уҡ йыл аҙағында киң мәғлүмәт сараларында Новиковтың Украина телевидениеһында «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» тапшырыуында уйнаясағы тураһында мәғлүмәт пәйҙә була[27].

Уйындың спорт версияһында «Ксеп» командаһы өсөн сығыш яһай. Күп тапҡырҙар донъя чемпионаты призеры[28], 2014 йылғы донъя чемпионы. 2002, 2013 һәм 2014 йылдарҙа Рәсәй чемпионы. Рәсәй йыйылма командаһы составында 2006 йылғы Милләттәр кубогы еңеүсеһе[29]. 2005 йылғы «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» буйынса студенттар Кубогы еңеүсеһе.

Башҡа телевизион проекттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беренсе тапҡыр экранда 1996 йылда« ТКолесо истории программаһында (Юрий Никулин менән стапшырыу, студияла тамашасы сифатында пкүренә Шул уҡ йылда «Своя игра» телеуйынында ҡатнаша, тарихта иң йәш ҡатнашыусы була (төшөрөү ваҡытына 13 йыәш10 ай)[30][31].

Иң танылған белгестәрҙең береһе булараҡ башҡа интеллектуаль телетамашасыларға, шул иҫәптән «Кем миллионер булырға теләй?» һәм «Иң аҡыллы» тамашаларына саҡырылған[32].

2011 йылда йырсы Елена Перова менән бергә «Жестокие игры» проекты финалисы була[33].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урыҫ-украин ғаиләһендә тыуған[34].

Шулай уҡ «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» уйынсыһы Анастасия Шутоваға өйләнгән булған. 2015 йылда Шутова һәм Новиков айырылыша.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Своя Игра.org (урыҫ) — 2012.
  2. 2,0 2,1 chgk.tvigra.ru (урыҫ) — 1998.
  3. Сайт фирмы «Гончарова, Новиков и партнеры». Архивировано 22 декабрь 2011 года.
  4. Сайт фирмы «Tenzor Consulting Group». Архивировано 29 ноябрь 2014 года.
  5. Эхо Москвы:: Блоги / Первый день суда по делу Надежды Савченко
  6. Адвокат Савченко Илья Новиков будет защищать Вячеслава Платона.
  7. Мошенничество и отмывание денег. Прокуроры объявили, в чем обвиняется Вячеслав Платон.
  8. Как режиссера Сенцова обвиняли в терроризме.
  9. Новіков Ілля (билдәһеҙ).
  10. "Все это вписывается в картину мелочного тирана". Адвокат Илья Новиков – о Навальном, Путине и российской тюрьме (билдәһеҙ).
  11. Илья Новиков: Друзь, дело Титиева и заговор против Савченко. RTVI (20 февраль 2019).
  12. Документальная программа о деле Фруде Берга /Фрагмент от 13 до 14 минуты (17 ноябрь 2020).
  13. Александр ГРИШИН. Адвокат Илья Новиков, защищавший Егора Жукова, признался, что финансирует украинскую армию (билдәһеҙ) (7 декабрь 2019).
  14. Он защищает Порошенко. Главное из интервью НВ с адвокатом экс-президента Ильей Новиковым (28 октябрь 2019).
  15. «ФБК — это самая важная организация в России. Прокуроры нас убеждали в том же самом» Интервью адвоката Ильи Новикова — об итогах суда над структурами Навального (билдәһеҙ).
  16. Dialog.ua. Российский адвокат Новиков переехал жить в Украину: он рассказал, чем в Киеве лучше, чем в Москве (билдәһеҙ).
  17. Новиков Илья Сергеевич. Телекомпания «Игра-ТВ». Архивировано 28 март 2016 года.
  18. 2004 год, весенняя серия. 2004 год, осенняя серия. 2007 год, весенняя серия.
  19. 2003 год, зимняя серия.
  20. 2006 год, зимняя серия.
  21. 2010 год, зимняя серия.
  22. Украинский знаток отказался участвовать в играх элитарного клуба «Что? Где? Когда?» на Первом канале.
  23. 2011 год, летняя серия.
  24. Запись игры 25 июня 2011 года на YouTube, начиная с 3131-й сек
  25. 2014 год, зимняя серия.
  26. Борис Крюк: как одеть знатоков в смокинги.
  27. Новикова пригласили в украинский «Что? Где? Когда?».
  28. Чемпионат мира: Победители и призёры (до 2013 года). Международная ассоциация клубов «Что? Где? Когда?». Архивировано 23 февраль 2017 года.
  29. Сборная Израиля уступила команде России на Кубке наций по игре «Что? Где? Когда?». NEWSru.co.il. Архивировано 8 ноябрь 2009 года.
  30. Профиль на сайте программы «Своя игра»
  31. «Своя Игра» — Рекорды
  32. Ника Ардова. Друзь не прошел отбор в «Миллионере»!. «Комсомольская правда» (30 сентябрь 2004). Архивировано 5 апрель 2016 года.
  33. Илья Новиков, участник финала проекта «Жестокие игры» (архивная копия) 15 мая 2011 года: Финал на сайте проекта «Жестокие игры» (архивная копия)
  34. Илья Новиков: "Я работаю штучно" (билдәһеҙ).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]