Нови-Сад телевидениеһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нови-Сад телевидениеһы
Нигеҙләү датаһы 13 сентябрь 1999


Нови-Сад телевидениеһы (сер. Новосадск телевизија), 2010 йыл тиклем Аполло ТВ (сер. Аполо ТВ) — Нови-Сад ҡалаһының телеканалы.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нови-Сад ҡалаһындағы «Аполло» мәғлүмәт үҙәге Нови-Сад Скупщинаһы депутаттары ҡарары менән1999 йылдың 13 сентябрендә барлыҡҡа килә, уға телеүҙәк, гәзит һәм радиостанция инә. Ҡала халҡын илдә һәм донъяла буласаҡ ваҡиғалар тураһында даими мәғлүмәт менән тәьмин итеү маҡсатында был үҙәк булдырыла. «Аполло» телеканалы ил үҙәгенән теле мәғлүмәт тапшырыуҙың төп сығанағы булып тора. 2010 йылдың 5 июлендә ул Нови-Сад телевидениеһы тип атала.

Тапшырыуҙар селтәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Телеканалдың тапшырыуҙар программаһы нигеҙен мәғлүмәт программалары һәм ток-шоу тултыра. Шулай уҡ телевидение тарафынан ғилми һәм мәҙәни-ағартыу программалары, спорт тапшырыуҙары, музыкаль-күңел асыу программаһы, ватан һәм сит ил фильмдарын һәм сериалдарын тапшырыу башҡарыла.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Dušan Popov Dr, Apolo TV, Sada Novog Enciklopedija, 28 knjiga, Novi Sad, 2007.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]