Новочеркасск станцияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Станция Новочеркасск
Лихая — Дондағы Ростов
Төньяҡ-Кавказ тимер юлы
Йәйәүлеләр үтеп йөрөү күперенән вокзал һәм перрон күренеше (көнсығыш яғы)
ДЦС:

ДЦС-1 Ростов

Регион ж. д.:

Төньяҡ-Кавказ тимер юлының Ростов төбәге

Асылған:

1863 йыл[1]

Тип:

Пассажирҙар, йөк

Платформалар һаны:

2

Юлдар һаны:

6

Платформаның тибы:

Ҡабырғала һәм утрауҙа

Платформаның формаһы:

Бөгөлгән

Платформанан сығыу йүнәлеше:

Вокзальная ул.

Расположение:

Новочеркасск, Ростов өлкәһе

Расстояние до Мәскәү:

1173 км 

Расстояние до Дондағы Ростов:

52 км 

Станция коды:

513503

Код в АСУЖТ:

513503

«Экспресс-3» коды

2064230

[{{fullurl:commons:Category: Novocherkassk railway station Викимилектә|uselang=ru}} Станция Новочеркасск] на Викискладе

Новочеркасск станцияһы — Ростов өлкәһенең Новочеркасск ҡалаһында урынлашҡан, Төньяҡ-Кавказ тимер юлының Ростов төбәгендәге тимер юл станцияһы.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Новочеркасск станцияһы яҡынса 1905 йылда

Тимер юл станцияһы ҡалала 1864 йылда, Дон ғәскәре наказной атаманы Хомутов Михаилдың хәрби министр исеменә яҙған үтенесе буйынса, Аҡсай-Новочеркасск-Александровск-Грушевский (хәҙер — Шахты) тимер юлы төҙөлгәндән һуң барлыҡҡа килә. Был үтенесен атаман Хомутов, әлеге Шахты ҡалаһы районында (ул ваҡытта — Грушевская станицаһы) урынлашҡан күмер сығарған урындан күмерҙе Дондағы баржаларға алып барыу кәрәклеге менән нигеҙләй. 1860 йылдың май уртаһында Грушевский-Дон тимер юлын төҙөү тураһында указ сыға. Төҙөлөш алып барыу өсөн махсус комитет ойошторола. Юл төҙөлөшө өсөн яуаплы итеп Дон ғәскәре өлкәһе инженер-полковнигы Панаев Валериан тәғәйенләнә. Төҙөлөш 1861 йылдың 2 апрелендә башлана[2].

Новочеркассктың эре сауҙагәрҙәре һәм сәнәғәтселәре төҙөлөштө шпал һәм металл материалдар менән тәьмин итеү бурысын үҙ өҫтөнә ала. Хәрәкәт итеүсе состав, гидравлик күтәреү крандары һәм пар машиналары Бельгиянан һатып алына. Магистраль төҙөлөшө бер нисә тапҡыр Новочеркасск казактары яғынан тәнҡиткә дусар була. Улар, тимер юл малды көтөүлеккә сығарыуға ҡамасаулай, казак cтаницаларына мәшәҡәт тыуҙыра, барлыҡ бесәнлек һәм һөрөнтө ерҙәрҙе Грушевка йылғаһы һыуы менән тәьмин итеү юлдарын киҫә, тип белдерәләр. Новочеркассктың 364 казагы протест документы аҫтына ҡултамғаларын ҡуя. Әммә халыҡтың юғары хөкүмәт органдарына күмәкләп яҙған үтенес хатының эш барышына бер ниндәй ҙә тәъҫире булмай. Аксайская (хәҙер — Аҡсай) һәм Грушевская станицаларын тоташтырыусы юлды тантаналы асыу 1863 йылдың 29 декабрендә ойошторола, ә поездарҙың даими хәрәкәте 1864 йылдың 1 ғинуарынан башлана. 1 февралдән юл буйынса хәрәкәт, йәкшәмбенән тыш, көн һайын була башлай. Новочеркассктан Грушевскаяға поезд 14:15 сәғәттә китә, ә Грушевскаянан Новочеркасскка 15:30 сәғәттә. Состав йыйылма була, пассажирҙар вагондарынан һәм йөк ташыу өсөн вагондарҙан тора.

XIX быуаттың 70-се йылдарында юл Мәскәүгә тиклем оҙайтыла. Хәҙер ҡала аша мөһим тимер юл магистрале (ике колеялы, үҙгәреүсән ток менән электрлаштырылған) үтә, ул Төньяҡ Кавказды илдең үҙәге менән бәйләй[3]. Новочеркасскта иң башта вокзал ағастан төҙөлгән була, уның урынына тиҙ арала таштан ике ҡатлы даими бина һалына. Ул Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында емерелә. Илленсе йылдар башында тимер юл вокзалы бинаһы өр-яңынан төҙөлә, пассажирҙар өсөн ул бөгөн дә хеҙмәт итә.

Пассажирҙар бәйләнеше[4][үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Новочеркасск станцияһы аша Анапа, Санкт-Петербург, Новороссийск, Иркутск, Ейск, Санкт-Петербург, Адлер, Екатеринбург, Тамбов, Мәскәү, Мурманск, Пермь, Киров, Барнаул, Архангельск, Владикавказ, Түбәнге Новгород, Калининград, Гомель, Минск, Гродно, Череповец, Варна, Воркута, Усинск, Силәбе, Дондағы-Ростов, Минеральные воды, Грозный, Һамар, Сухум, Нальчик, Симферополь, Ставрополь, Сочи, Кисловодск, Тольятти йүнәлештәрендә поездар йөрөй.

2016 йылдың декабренә ҡарата станция аша алыҫҡа йөрөгән түбәндәге поездар үтә:

Йыл әйләнәһенә поездар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Миҙгелле поездар әйләнеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Адресы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ростов өлкәһе, Новочеркасск ҡалаһы, Хотунок станцияһы; Телефон номерҙары: +7 (8635) 25-62-07, +7 (8635) 25-62-65;

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Железнодорожные станции СССР. Справочник. — М.: Транспорт, 1981
  2. Из истории Северо-Кавказской железной дороги. Новочеркасск — официальный сайт города. Дата обращения: 16 апрель 2017. 2017 йыл 16 апрель архивланған.
  3. Вокзал в Новочеркасске: ж/д вокзал Новочеркасск 2013 йыл 6 август архивланған.
  4. Расписание движения пассажирских поездов по станции Новочеркасск