Эстәлеккә күсергә

Новочеркасск хазинаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Новочеркасск хазинаһы
Ил Рәсәй
Урыны Новочеркасск ҡалаһы

Новочеркасск хазинаһы — 1864 йылда Новочеркасскиҙа сарматтарҙың Хохлач ҡорғанында табылған алтын, көмөш, бронзанан (ҡула, йәғни, аҡ ҡурғаш ҡушылған баҡыр иретмәһенән) эшләнгән биҙәүестәр һәм эшләнгән әйберҙәр. Сама менән беҙҙең эраның I–II быуаттарына ҡарай. Хазина Эрмитажда һаҡлана.

Хазина 1864 йылда Новочеркасск ҡалаһында табыла. Һыу үткәреү эштәре барышында эшселәр, урындағы халыҡ Хохлач тип атаған ҡурғанды ҡаҙалар. Ҡурған бик затлы нәҫелдән булған сармат ҡатынының ҡәбере булып сыға. Бәлки, батшабикә йәки дин әһеле (жрица) булғандыр. Сөнки, бик зиннәтле байлыҡтар менән шундай ололоҡлап ерләгәндәр.

Новочеркасск хазинаһы — сармат мәҙәниәтенең иң күренекле археологик ҡомартҡыларының береһе.

Архивта ер эштәренә етәкселек иткән Р. И. Авиловтың яҙмалары, ҡорғанды тикшереүсе барон В. Г. Тизенгаузендың отчеты һаҡланған. Хохлач ҡорғаны — диаметры 42,6 м булған түңәрәк тупраҡ өйөмөнән ғибәрәт була. Ҡәберҙәге байлыҡтар күптән таланған булһа ла, йәшерен урындарҙан байтаҡ әйберҙәр табылған. Улар ҡәберҙең ян-яғынан дүрт урында, тупраҡ өйөмө аҫтында ятҡандар. Йәғни, ҡәбер диарына махсус уйымдар эшләп һалынмаған, ә балсыҡ араһына ташлап ҡалдырылған.

Археолог Л. С. Клейн әйтеүенсә, ҡәберлекте башлап аҡтарғанда көнбайыш һәм төньяҡ ҡатламдары тикшерелмәгән. Тимәк, күпмелер әйберҙәр табылмай ҡалған булыуы бар. Археологтар, ҡурған б.э. I быуатының икенсе яртыһы—б.э. II быуатының тәүге яртыһы арауығында төҙөлгәндер, тип һанай.

Табылған әйберҙәр сармат мәҙәниәтенең иң үҫешкән осорона тура килә. Сарматтарҙың алтындан эшләнгән йәнлек һындары тап шул дәүергә хас күренеш булып тора. Был ваҡытта сарматтар иле Волганан Дунайға тиклем арауыҡта далаларҙы биләгән. Бының дәлиле булып далала икһеҙ-сикһеҙ ҡурған өйөмдәре тороп ҡалған.

Хазина эсендә, башлыса, көнкүреш әйберҙәре һәм биҙәүестәр: гривналар, беләҙектәр, хуш еҫле матдәләр өсөн флакондар, алтын һауыттар һәм айылдар, көмөш һәм бронза ҡашығаяҡ, (канфар-скифос, амфоралар, дини йолалар атҡарыу өсөн һауыттар, кувшиндар, аштау, көмөштән тәхет түшәмәһенең ҡалдыҡтары һәм башҡалар. Сармат мәҙәниәтенең күпселек әйберҙәре өсөн хас булған билдә — йәнлек стиле. Әйберҙәр ҡиммәтле, ярым ҡиммәтле таштар һәм быяла ҡуйып эшләнгән.

Хохлач ҡурғанының төп һәм уникаль затлы әйбере — «сармат батшабикәһенең» алтындан эшләнгән диадемаһы. Алтын диадема шарнирҙар менән тоташтырылған өс өлөштән тора. Алтындағы уйымдарға гранат һәм быяла ҡуйып биҙәлгән. Уйымдар араһында ике йыртҡыс ҡош һыны эшләнгән. Улары үҙ сиратында, мәрйен һәм фирүзә таш менән биҙәлгән. Үҙәгенә аметислы кварцтан һырлап эшләнгән ҡабырсаҡ беркетелгән. Ул ҡатын-ҡыҙ кәүҙәһенең өҫкө өлөшөн (бюст) һынландыра. Ул, бәлки, берәй батшабикә һынылыр. Алтындан еңһеҙ күлдәк (хитон) «кейгән» һәм башында алтын диадема. Диадеманың өҫтөн ағастарҙың, ҡоштарҙың, хайуандарҙың һындары биҙәй. Аҫ яғына амфора формаһында сулпылар ҡуйылған.

  • Засецкая И. П. Сокровища кургана Хохлач. Новочеркасский клад. СПб.: Изд-во Гос. Эрмитажа, 2011. 328 с. ISBN 978-5-93572-421-4.
  • Андрианов В. И., Терещенко А. Г. Памятники Дона: Рассказ о памятниках и памятных местах Ростовской области — Ростов на Дону: Ростовское книжное издательство, 1981 — с.176