Эстәлеккә күсергә

Нозематоз

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Нозематоз — ул бал ҡортоноң йоғошло эс китеү ауырыуы.

Ауырыуҙың билгеләре һәм ағымы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был ауырыу өлкән бал ҡорто, инә һәм әре ҡорттоң урта эсәгенә бер күҙәнәкле хайуан — нозема йоҡҡанда башланып китә. Нозема хайуаны һауа температураһы 10—37 градус йылы торғанда яҡшы үрсей. Уның үрсеүе өсөн иң яҡшы температура 31 градус самаһы. Шуның өсөн был ауырыу ҡышҡы һалҡын һәм йәйге эҫе көндәрҙә үрсемәй. Ноземаның споралары, һеркәһе, үлгән ҡорттоң тәнендә, умарта алдындағы тупраҡта, кәрәҙҙә, балда һәм башҡа әйберҙәрҙә ике йылға саҡлы тере һаҡлана. Дүрт процентлы формалин иретмәһендә, һауа температураһы 25 градус булғанда, 10—15 минутта үлә.

Нозема бал ҡортоноң урта эсәге күҙәнәктәренең эсенә инеп үрсей. Ул үрсегән күҙәнәк үлә һәм унан, бик күп бер күҙәнәкле хайуандар сығып, таҙа күҙәнәктәргә инәләр. Бал ҡортоноң күҙәнәктәре зарарланған урта эсәге аҙыҡты эшкәртеү һәм һеңдереү һәләтлеген юғалта, ҡорт асыға, хәлһеҙләнә. Шулай итеп, ашҡаҙаны тулы аҙыҡ булғанда ла, ҡорт астан үлә. Ауырыу яҙ көнө, күстәр баҙҙа саҡта уҡ башланһа, бал ҡорттарында эс китеү күҙәтелә, умарта һәм кәрәҙҙәр бысрана. Умартаны баҙҙан сығарғас, ауырыу ҡорттар оса алмай, ҙурайған, аҙыҡ менән тулған эстәрен һөйрәп үрмәләйҙәр, күптәре ергә ҡолап төшөп үлә. Умартанан тиҙәк еҫе сыға.

Инә ҡорт йомортҡа һалыуын кәметә, һуңынан бөтөнләй туҡтата һәм үлә. Ғаилә инә тәрбиәләй. Ауырыу ғаиләлә тәрбиәләнгән инә ҡорттоң сифаты бик түбән була. Әре ҡорттар ҙа ауырый, осмай. Ҡышҡы осорҙа бал ҡорто ғаиләһенең аҙығына япраҡ балы ҡатнашһа, баҙ һалҡын һәм еүеш булғанда, ҡыш оҙаҡҡа һуҙылһа, ауырыу көсәйә һәм ҡорттар яҙғы осорҙа, уларҙы баҙҙан сығарғансы уҡ күпләп үлә.

Бал ҡортоноң был ауырыуын асыҡлар өсөн, үлгән 50 эшсе ҡортто лабораторияға ебәрергә кәрәк. Ауырыу күстәр ныҡ хәлһеҙләнә, ә бындай ғаиләләр төп бал һуты йыйыу осоронда балды аҙ йыя.

Ауырыуҙы булдырмаҫ өсөн, һәр ғаиләлә етерлек күләмдә һитә булдырыу мөһим. Әгәр ҡышҡы аҙыҡҡа япраҡ балы аҙ ғына ҡатнашһа, уны 5—8 килограмм күләмендә шәкәр шәрбәтенә алмаштыралар. Көҙ көнө күстәрҙе ҡышлау урындарына мөмкин тиклем һуңыраҡ урынлаштырырға тырышырға кәрәк.

Умартаны һәм уның айырым өлөштәрен яҡшылап, ҡырып таҙартҡандан һуң, өс процентлы һелте менән йыуырға һәм, ҡояшта киптереп, уға ауырыу күсте күсерергә кәрәк. Күсте таҙа умартаға күсергәндә ҡорттары менән бергә үрсеме булған кәрәҙҙәрҙе генә, тиҙәк эҙенән таҙартҡандан һуң, күсерергә мөмкин. Ҡалған буш һәм баллы кәрәҙҙәр айырып ҡуйыла. Яраҡлы кәрәҙҙәр формалин пары йәки формалин иретмәһе менән эшкәртелә.

Кәрәҙҙәрҙе дүрт процентлы формалин иретмәһе менән һиптереп дымландыралар һәм бындай рамдарҙы умартаға ҡуйып, яҡшылап томалап, дүрт сәғәткә ҡалдыралар. Һауа температураһы 20 градустан түбән булмаҫҡа тейеш. Формалиндың еҫен һыу менән йыуып һәм һуңынан бер процентлы нишатыр спирты һиптереп бөтөрәләр. Умартаны паяльный лампа менән дә эшкәртергә мөмкин. Халат, битлек, киндер япма һәм башҡа әйберҙәрҙе 20—30 минут һыуҙа ҡайнатырға кәрәк. Кәрәҙҙәрҙе умартаға тултырып, өҫтөнә 80 процентлы һеркә кислотаһын (бер умартаға 200 грамм иҫәбенән) урынлаштырып томалаһан, нозематоз һәм башҡа ҡоротҡостар ҙа үлә.

Нозема ауырыуынан ҡорт ғаиләһен дауалау маҡсатында фумагиллин ҡулланыла. Иретмә флакондағы дарыуҙы 100—150 грамм йылы һыуҙа иретеп, 25 литр шәкәр шәрбәтенә ҡушып әҙерләнә. Уны 0,25 литр күләмендә һәр күскә көн һайын бирәләр. Дауалау 21 көн дауам итә. Бер күсте дауалау өсөн, 5 литр шәкәр шәрбәте етә. Ҡайһы бер умартасылар фумагиллинды, күсте баҙҙан сығарырға 20 көн ҡалғас, шәкәр ҡамырына ҡушып бирәләр, ә ҡайһылары был дарыуҙы август айында балды шәкәр шәрбәте менән алмаштырғанда шәрбәткә ҡатнаштыралар.

Фумагиллин менән ныҡ зарарланған бал ҡорто ғаиләһен дауалауы ауыр. Шуның өсөн ауырыуҙы булдырмаҫҡа тырышырға кәрәк.